2 Chronicles 13
Йәһүҙә батшаһы Авияһ
(3 Бат 15:1-7)
1Яровғам Исраилға ун һигеҙенсе йыл батшалыҡ иткәндә, Йәһүҙә тәхетенә Авияһ ултыра. 2Ул Йәрүсәлимдә өс йыл батша була. Әсәһе – Гивғанан Уриилдың ҡыҙы Михаяһ. Авияһ менән Яровғам араһында һуғыш ҡуба. 3Авияһ һайланма батырҙарҙан торған дүрт йөҙ мең кешелек ғәскәрен һуғышҡа индерә, ә Яровғам уға ҡаршы һигеҙ йөҙ мең һайланма яугирен сығара. 4Авияһ Әфраим таулығындағы Семараим тауының башына менеп баҫа ла былай ти: – Яровғам, бөтә Исраил халҡы, тыңлағыҙ мине! 5Исраил Аллаһы Раббының Исраилға батшалыҡ итеүҙе Дауытҡа һәм уның нәҫеленә тоҙ килешеүе ▼▼ Тоҙ килешеүе – «мәңгелек боҙолмаҫ килешеү» тигәнде аңлата.
буйынса мәңгелеккә биргәнен белмәйһегеҙме ни? 6Әммә Дауыт улы Сөләймәндең ҡоло Яровғам Неват улы фетнә күтәрҙе, үҙ хакимына ҡаршы сыҡты. 7Уның тирәһенә буш боғаҙҙар, нәфселе бәндәләр тупланды һәм Сөләймән улы Рехавғамды еңде. Рехавғам, йәш һәм йомшаҡ ихтыярлы булғанлыҡтан, уларға ҡаршы тора алманы. 8Әле килеп һеҙ Раббы Дауыт нәҫеле ҡулына тапшырған батшалыҡҡа ҡаршы тормаҡ булаһығыҙ, йәнәһе, һеҙ күмәк, йәнәһе, һеҙҙең Яровғам алла тип яһап биргән алтын башмаҡтарығыҙ бар. 9Раббы ҡаһиндары булған Һарун улдары менән левиҙәрҙе ҡыуып, сит халыҡтар һымаҡ үҙегеҙгә ҡаһиндар билдәләп ҡуйҙығыҙ түгелме ни? Бер үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе килтереп, үҙен ҡаһин хеҙмәтенә бағышларға теләгән һәр бер кеше һеҙҙә ялған аллаларҙың ҡаһины була ала. 10Ә беҙгә килгәндә, беҙҙең Аллабыҙ – Раббы! Беҙ Унан баш тартманыҡ. Раббыға хеҙмәт итеүсе ҡаһиндар – Һарун улдары, левиҙәр ҙә үҙ вазифаларын башҡара. 11Улар көн дә иртәле-кисле тотош яндырыу ҡорбандары яндыра, хуш еҫ төтәтә, пак өҫтәлгә изге икмәктәрҙе теҙеп һала, кис һайын алтын шәмдәлдең майшәмдәрен тоҡандыра, сөнки беҙ Аллабыҙ Раббының күрһәтмәләрен үтәйбеҙ, ә һеҙ Уны ташланығыҙ. 12Бына, юлбашсыбыҙ Алла беҙҙең менән. Уның ҡаһиндары борғолар ҡысҡыртып һеҙгә ҡаршы һуғышҡа өндәргә әҙер тора. Исраилдар! Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббыға ҡаршы һуғышмағыҙ, барыбер уңышҡа ирешә алмаҫһығыҙ! 13Шул арала Яровғам уларҙың артынан йәшерен рәүештә бер төркөм һуғышсыларын ебәрә, үҙе йәһүҙиҙәрҙең ҡаршыһында тора, ә боҫҡон ▼▼ Боҫҡон – руссаһы: засада.
уларҙың артынан төшә. 14Йәһүҙиҙәр арттарына боролоп ҡараһа, ни күрһен – алда ла яу, артта ла яу. Шунда улар Раббынан ярҙам һорап ялбара башлай. Ҡаһиндар борғоларын ҡысҡырта, 15йәһүҙиҙәр барыһы бергә һуғыш оранын ҡысҡыра һәм Алла Авияһ менән йәһүҙиҙәр алдында Яровғамды һәм бөтә исраилдарҙы ҡырып һала. 16Исраилдар йәһүҙиҙәрҙән ҡаса башлай, Алла уларҙы йәһүҙиҙәр ҡулына тапшыра. 17Авияһ үҙенең ғәскәре менән уларҙы тар-мар итә: исраилдарҙың һайланма биш йөҙ мең яугире үлтерелә. 18Шул саҡта исраилдар буйһонорға мәжбүр була, ә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ышаныс бағлаған йәһүҙиҙәр еңә. 19Авияһ Яровғамды эҙәрлекләп ҡыуа төшә һәм уның ҡалаларын – Бейт-Илде, Йешананы, Ғәфронды улар тирәһендәге ауылдары менән бергә ҡулға төшөрә. 20Авияһ заманында Яровғам башҡаса ҡеүәтен туплай алмай. Раббы уның йәнен ала һәм ул вафат була. 21Авияһ иһә көсәйгәндән-көсәйә бара. Ул ун дүрт ҡатын ала, егерме ике улы менән ун алты ҡыҙы була. 22Авияһтың башҡа ғәмәлдәре, эш-ҡылыҡтары һәм әйткәндәре Ғиддо пәйғәмбәр яҙмаһында хикәйәләнә.
Copyright information for
BakIBT2023