‏ 2 Chronicles 14

1Авияһ үлеп, ата-бабалары хозурына күсә. Ул Дауыт ҡалаһында ерләнә. Урынына улы Аса батша була.

Йәһүҙә батшаһы Аса

(3 Бат 15:8-12)

Аса батшалыҡ иткән ун йылда илдә тыныслыҡ була.
2Аса Аллаһы Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла: 3ул сит илаһтарҙың ҡорбан усаҡтарын һәм табыныу ҡалҡыулыҡтарын юҡ иттерә, табыныу бағаналарын ваттыра, Ашераның ҡолғаларын ҡырҡтыра. 4Ул йәһүҙиҙәргә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ынтылырға, ҡанун һәм бойороҡтарын үтәргә ҡуша; 5Йәһүҙә ҡалаларының бөтәһендә лә табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм хуш еҫ төтәтеү ҡорбан усаҡтарын юҡҡа сығарта. Аса заманында батшалыҡ именлектә көн итә. 6Илдә тыныслыҡ булған дәүерҙә ул Йәһүҙә ҡалаларын нығыта. Раббы уға тыныс тормош биргән өсөн, ул йылдарҙа һуғыштар булмай. 7Аса йәһүҙиҙәргә былай ти:

– Әйҙәгеҙ, ҡалаларҙы төҙөйөк, уларҙы диуарҙар менән уратайыҡ, күҙәтеү манаралары, арҡыры биктәр менән бикләнә торған ҡапҡалар эшләйек. Бар күңелдән Аллабыҙ Раббыға ынтылғанға күрә, ил әле үҙебеҙҙеке. Беҙ Уға ынтылабыҙ, ә Ул беҙгә һәр яҡлап тыныс тормош бирә.

Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы ҡалаларын төҙөкләндерә, эштәре уң була.

8Асаның Йәһүҙә ырыуынан ҡалҡан һәм һөңгө менән ҡоралланған өс йөҙ меңлек, Бинйәмин ырыуынан ҡалҡанлы һәм уҡ-һаҙаҡлы ике йөҙ һикһән меңлек ғәскәре булып, уларҙың барыһы ла ҡаһарман яугир була.

9Бына уларға ҡаршы өс йөҙ яу арбаһы булған бихисап ғәскәре менән Куш батшаһы Зерах яу аса. Ул Марешаға еткәс, 10Аса уға ҡаршы сыға. Алышҡа әҙерләнеп, Мареша эргәһендәге Сефаҫа үҙәнендә теҙеләләр. 11Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти:

– Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.

12Раббы Аса менән йәһүҙиҙәрҙең күҙе алдында куштарҙы тар-мар итә. Куштар ҡаса башлай. 13Аса үҙенең кешеләре менән уларҙы Герарға тиклем баҫтыра. Куштар ҡыйратыла, бер тере йән эйәһе лә ҡалмай, сөнки улар өҫтөнән Раббы һәм Уның ғәскәре еңеү яулай. Йәһүҙиҙәр бик күп яумал ала. 14Герар тирәһендәге ҡалаларҙа йәшәгән халыҡ Раббы дәһшәтенән ҡурҡып ҡалғанлыҡтан, йәһүҙиҙәр был ҡалаларҙы емереп, талап, бик күп яумал алып китә. 15Малсыларҙың сатырҙарын да туҙҙырып, көтөү-көтөү ваҡ малдарын, дөйәләрен ҡыуып алып китәләр һәм Йәрүсәлимгә ҡайталар.

Copyright information for BakIBT2023