2 Chronicles 15
Аса индергән яңылыҡтар
(3 Бат 15:13-16)
1Ғодед улы Ғазаръяһҡа Алла Рухы иңә. 2Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар. 3Оҙаҡ йылдар Исраил халҡы хаҡ Аллаһыҙ, юл күрһәтеүсе ҡаһинһыҙ, ҡанунһыҙ йәшәне. 4Ләкин баштарына бәлә килгәс, улар Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ борҙолар, Уны эҙләнеләр, һәм Раббы уларға табылды. 5Ул дәүерҙә юлға сығыу ҡурҡыныс ине, килгәнгә лә, киткәнгә лә именлек булманы, ерҙә йәшәгән бөтә халыҡтар ҡуҙғыны. 6Бер халыҡ икенсе халыҡты юҡ итте, бер ҡала икенсе ҡаланы емерҙе, сөнки Алла төрлө хәтәрҙәр менән уларҙы хафаға һалды. 7Әммә һеҙ ныҡ булығыҙ. Беләктәрегеҙ талмаһын, сөнки ҡылған ғәмәлдәрегеҙ әжерһеҙ ҡалмаясаҡ. 8Ғодед улы Ғазаръяһ пәйғәмбәрҙең ошо пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен ишеткәс, Аса рухланып китә һәм бөтә Йәһүҙә менән Бинйәмин ерҙәрендәге, Әфраим таулығында үҙе яулап алған ҡалаларҙағы ерәнгес боттарҙы тотошлайы менән ҡыйрата, Раббы ҡорамының айуаны алдындағы Раббының ҡорбан усағын яңырта. 9Бөтә йәһүҙиҙәр менән бинйәминдәрҙе, улар менән бергә йәшәргә тип күсеп килгән әфраимдарҙы, менашшеларҙы һәм шимғондарҙы саҡыра – Аллаһы Раббы Аса менән икәнлеген күргәс, исраилдарҙың күбеһе уның яғына сыҡҡан була. 10Асаның хакимлығының ун бишенсе йылында, йылдың өсөнсө айында Йәрүсәлимгә йыйылалар. 11Ошо көндө яумал малынан ете йөҙ баш эре малды, ете мең баш ваҡ малды Раббыға ҡорбан итәләр, 12ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән һәм бар булмыштары менән ынтылырға вәғәҙә итеп, килешеү төҙөйҙәр. 13Ә Исраил Аллаһы Раббыға ынтылмағандар, оломо ул, кесеме, ир кешеме ул, ҡатын-ҡыҙмы, үлергә тейеш була. 14Шау-гөр килеп, шат ауаздар сығарып, борғолар һәм мөгөҙҙәр өрөп, Раббыға ант бирәләр. 15Һәммә йәһүҙиҙәр ҡыуанышып, бөтә йөрәктән ант итәләр. Улар бар тырышлыҡтарын һалып, Уға ынтылалар һәм Раббы уларға Үҙен аса. Раббы уларға һәр яҡлап именлек бирә. 16Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итә һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндыра. 17Исраилда табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирә, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Аллаға тоғро була. 18Атаһы һәм үҙе Раббыға бағышланған алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Алла йортона тапшыра. 19Асаның хакимлығының утыҙ бишенсе йылына тиклем һуғыштар булмай.
Copyright information for
BakIBT2023