‏ 2 Chronicles 17

Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат

1Асанан һуң тәхеткә улы Йеһошафат ултыра һәм илде Исраилға ҡаршы торорлоҡ итеп көсәйтә. 2Ул Йәһүҙәнең бөтә нығытылған ҡалаларына ғәскәрҙәр ҡуя, Йәһүҙә еренә, атаһы Аса яулап алған Әфраим ҡалаларына һаҡсы ғәскәрҙәр урынлаштыра. 3Раббы Йеһошафат менән була, сөнки ул боронғо бабаһы Дауыт башлап һалған юлдан тайпылмай, бәғелдәргә табынмай, 4ә атаһының Аллаһына ынтыла, Уның бойороҡтарын үтәй, исраилдарға эйәрмәй. 5Раббы уның батшалығын нығыта. Бөтә йәһүҙиҙәр Йеһошафатҡа бүләктәр килтерә һәм ул бик бай һәм данлыҡлы була. 6Йеһошафат бөтөн күңелен биреп Раббы юлында йөрөргә тырыша. Ул Йәһүҙәнән табыныу ҡалҡыулыҡтарын да, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ла юҡ итә.

7Батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында ул ярандары Бен-Хаил менән Ғовадъяһты, Зәкәрьяһ менән Неҫанилды, Михаяһты Йәһүҙә ҡалаларына халыҡты уҡытырға ебәрә. 8Улар менән бергә левиҙәр Шемағъяһ, Неҫанъяһ, Зевадъяһ, Ғасаһил, Шемирамоҫ, Йонаҫан, Адонияһ, Товияһ, Тов-Адонияһ, шулай уҡ ҡаһиндар Әлишамағ менән Йеһорам була. 9Улар Йәһүҙәлә Раббының ҡанун китабынан һабаҡ бирә. Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында халыҡты уҡытып йөрөйҙәр.

10Йәһүҙә тирәһендәге бөтә батшалыҡтарҙы Раббы дәһшәте биләп ала, шуға күрә улар Йеһошафатҡа ҡаршы һуғыш асмай. 11Ҡайһы бер пелештиҙәр Йеһошафатҡа көмөштө бүләккә һәм яһаҡ итеп килтереп тора; ғәрәптәр ваҡ малдан ете мең ете йөҙ баш һарыҡ тәкәһе менән ете мең ете йөҙ баш кәзә тәкәһе алып килә.

12Йеһошафат күтәрелгәндән-күтәрелә, Йәһүҙәлә ҡәлғәләр, кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәт ҡәлғәләр төҙөтә. 13Йәһүҙә ҡалаларында ул күп итеп кәрәк-яраҡ туплай, Йәрүсәлимдә үҙенең ҡаһарман яугирҙәрен урынлаштыра. 14Бына уларҙың нәҫел буйынса төҙөлгән исемлеге:

Йәһүҙә ырыуынан мең баштары:

ғәскәр башы Ғадна һәм уның өс йөҙ мең ҡаһарман яугире;
15уның артынса – ғәскәр башы Йеһоханан һәм уның ике йөҙ һикһән мең яугире; 16унан – Зихри улы Ғамасъяһ һәм уның ике йөҙ мең баһадир яугире. Ғамасъяһ үҙ ихтыяры менән Раббыға хеҙмәт итә.

17Бинйәмин ырыуынан яугирҙәрҙең башлығы Әлъядағ була. Был баһадир һуғышсының уҡ-һаҙаҡлы һәм ҡалҡанлы ике йөҙ мең яугире; 18унан һуң – йөҙ һикһән мең ҡораллы яугире менән Йеһозавад.

19Был яугирҙәр батшаға хеҙмәт итә. Уларҙан тыш батша бөтә Йәһүҙәләге нығытылған ҡалаларға башҡа ғәскәрҙәрҙе урынлаштырған була.

Copyright information for BakIBT2023