‏ 2 Chronicles 19

Йеһу әүлиәнең Йеһошафатты битәрләүе

1Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Йәрүсәлимдәге өйөнә иҫән-аман ҡайтып етә. 2Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти:

– Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.
3Ярай әле һинең яҡшы эштәрең дә бар. Һин Ашераның ҡолғаларынан арындырҙың, йөрәгеңде Алланы эҙләүгә бағышланың.

Йеһошафаттың яҡшы ғәмәлдәре

4Йеһошафат Йәрүсәлимдә йәшәй. Ул Беер-Шәвәғтән алып Әфраим таулығына тиклемге ерҙәрҙә көн иткән халҡын йәнә ҡат-ҡат урап сыға, уларҙы ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ҡайтырға инандыра. 5Йәһүҙәләге бөтә нығытылған ҡалаларҙа хөкөмдарҙар тәғәйенләп, 6уларға былай ти:

– Һәр эшегеҙҙә иғтибарлы булығыҙ, һеҙ кеше хөкөмөн түгел, Раббы хөкөмөн ҡылыуығыҙҙы, хөкөм эшендә Уның ҡатнашҡанын белеп тороғоҙ.
7Алланан ҡурҡығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға ялғанлау ҙа, кеше айырыу ҙа, ришүәтселек тә хас түгел.

8Йеһошафат Йәрүсәлимдә ҡайһы бер левиҙәрҙе, ҡаһиндарҙы һәм Исраил нәҫелдәре башлыҡтарын Раббы ҡанунына нигеҙләнеп хөкөм сығырырға һәм кешеләр араһындағы дәғүәләрҙе хәл итергә тәғәйенләй. Улар Йәрүсәлимдә йәшәй. 9Йеһошафат уларға шундай бойороҡ бирә:

– Вазифағыҙҙы Раббынан ҡурҡып, тоғролоҡ һәм саф күңел менән башҡарығыҙ.
10Үҙ ҡалаларында йәшәгән ағай-энегеҙҙән килгән бәхәсле эштәрҙең ҡайһыһын ҡарағанда ла – үлтереш булһынмы ул, ҡанун, бойороҡ, ҡағиҙә йә ҡарар үтәлешенә ҡағылһынмы – Раббы алдында гонаһ ҡылып ҡуймаһындар, үҙҙәренең һәм һеҙҙең башығыҙға Раббының ҡәһәрен төшөрмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртегеҙ; шулай итһәгеҙ, гонаһҡа тарымаҫһығыҙ. 11Бына баш ҡаһин Амаръяһ – Раббыға ҡағылышлы эштәрҙә, Исмәғил улы Зевадъяһ, Йәһүҙә ырыуы башлығы, батшаның бөтә эштәрендә һеҙҙең өҫтә торор, ә левиҙәр эргәгеҙҙә идара эштәрен башҡарыр. Ҡыйыу эш итегеҙ, Раббы яҡшылыҡ ҡылыусы менән булһын!

Copyright information for BakIBT2023