2 Chronicles 2
Ҡорам төҙөлөшөнә әҙерлек
(3 Бат 5:1-18)
1Сөләймән Раббыға бағышлап ҡорам һәм үҙенә батша һарайы төҙөтөргә була. 2Ул етмеш мең йөк ташыусы менән тауҙарҙа таш ҡырҡыр өсөн һикһән мең эшсе тәғәйенләп, улар өҫтөнән өс мең алты йөҙ күҙәтсене эшкә ҡуша. 3Шунан Сөләймән Тир батшаһы Хирамға, кеше ебәреп, былай тип әйттерә: «Минең атайым Дауыт үҙенә һарай төҙөгәндә һин уға кедр ағасы ебәрә торғайның. 4Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам. 5Мин төҙөйәсәк бина бөйөк, сөнки Аллабыҙ бөйөк, бөтә аллаларҙан юғарыраҡ. 6Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Алла өсөн кемдең йорт һалырға көсө етер икән? Уға йорт төҙөү өсөн мин шул тиклем кем? Уға арнап ҡорбан килтерер өсөн генә булмаһа инде. 7Һин миңә алтын, көмөш, баҡыр, тимер менән эш итеү, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, ут-ҡыҙыл, зәңгәр ептәр, туҡымалар әҙерләү, һырлау-семәрләү оҫтаһын ебәр. Ул Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимдә атайым Дауыт һайлаған оҫталарым менән бергә эшләр. 8Миңә Ливандан кедр ағасы, кипарис, артыш ағасы ебәр, мин беләм: һинең хеҙмәтселәрең Ливан ағасын бик оҫта әҙерләй. Минең хеҙмәтселәрем һинекеләр менән бергә барыр, 9миңә күп итеп ағас әҙерләрҙәр, сөнки мин һалаһы бина бөйөк тә, хикмәтле лә. 10Ағас йығыусыларыңдың ашарына егерме мең кор бойҙай, егерме мең кор арпа, егерме мең бат ▼▼ Кор, бат – бер кор – ашлыҡ үлсәме, 220 л, бер бат – шыйыҡлыҡ үлсәме, 22 л.
шарап, егерме мең бат зәйтүн майы ебәрәм». 11Тир батшаһы Хирам Сөләймәнгә хат менән яуап бирә: «Үҙенең халҡын яратҡанға күрә Раббы һине уның өҫтөнән батша итеп ҡуйған!» 12Хирам тағы былай ти: «Күк менән ерҙе яратҡан Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Дауыт батшаға зиһенле һәм белекле, аҡыллы улан биргән. Бына инде ул Раббы ҡорамы менән үҙенә батша һарайы һалырға ниәт итә. 13Мин һиңә аҡыллы һәм белекле оҫта Хурам-Авиҙы ебәрәм. 14Ул Дан ырыуынан булған ҡатындың улы, ә атаһы сығышы менән Тирҙан. Хурам алтын, көмөш, баҡыр, тимер, төрлө таш һәм ағас, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, зәңгәр һәм ут-ҡыҙыл төҫтәге йоҡа етен туҡымалар, ептәр менән эш итә белә, һырлау-семәрләүгә оҫта, үҙенә ышанып тапшырылған һәр бер эштә белекле. Ул һинең һәм хакимым Дауыттың, атайыңдың, оҫталары менән бергәләп, ҡушылғандың һәммәһен дә үтәр. 15Ә үҙең әйткән бойҙай менән арпаны, зәйтүн майы менән шарапты, хакимым, ҡолдарыңа ебәрт. 16Беҙ иһә Ливанда һиңә кәрәк тиклем ағас әҙерләп, һаллап, диңгеҙ юлы менән Яфоға ҡыуырбыҙ, һин уны артабан Йәрүсәлимгә алып ҡайтырһың». 17Сөләймән, ҡасандыр атаһы кеүек үк, Исраил ерендәге бөтә килмешәктәрҙе иҫәпләтә. Уларҙың һаны йөҙ ҙә илле өс мең алты йөҙ кеше булып сыға. 18Сөләймән быларҙың етмеш меңен йөк ташыусы, һикһән меңен тауҙарҙа таш ҡырҡыусы, өс мең алты йөҙөн халыҡты ҡарап эшләтер өсөн күҙәтеүсе итеп ҡуя.
Copyright information for
BakIBT2023