2 Chronicles 20
Моавтар менән ғаммондарға ҡаршы һуғыш
1Күпмелер ваҡыттан һуң моавтар менән ғаммондар, йәнә лә Мағон иленән ҡайһы берәүҙәр уларға ҡушылып, Йеһошафатҡа ҡаршы яу аса. 2Хәбәрселәр килеп, Йеһошафатҡа: – Диңгеҙ аръяғынан, Эдом яғынан, һиңә ҡаршы иҫәпһеҙ-һанһыҙ сиреү килә, улар инде Хасасон-Тамарға килеп еткән, – тиҙәр. Хасасон-Тамарҙың икенсе исеме – Ғейн-Геди. 3Йеһошафат ҡаты ҡурҡыуға ҡала. Ул Раббынан һорарға ҡарар ҡыла һәм бөтә Йәһүҙәлә ураҙа иғлан итә. 4Йәһүҙиҙәр Раббынан ярҙам ялбарырға тип бергә йыйыла. Улар Раббыға мөрәжәғәт итер өсөн Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларынан килә. 5Йеһошафат Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡы алдына – Раббы ҡорамының яңы ихатаһына сығып баҫа ла 6былай ти: – Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббы! Һин асмандарҙағы Алла! Һин бар халыҡтарҙың батшалыҡтары өҫтөнән хакимлыҡ итәһең. Һинең ҡулыңда – көс һәм ҡөҙрәт, һис кем Һиңә ҡаршы тора алмай! 7Эй Аллабыҙ! Һин ошо ерҙә йәшәүселәрҙе халҡың Исраил алдынан ҡыуып ебәреп, уны мәңгелеккә Үҙеңдең дуҫың Ибраһим нәҫеленә бирҙең түгелме ни? 8Улар шунда төйәкләнеп, Һинең исемеңә бағышланған Изге торлаҡ төҙөнөләр һәм былай тиҙәр: 9«Башыбыҙға бәлә-ҡаза килгәндә – язалаусы ҡылысмы, үләтме, аслыҡмы ул – беҙ Һинең исемең төйәкләнгән ошо йорт алдына, Һинең хозурыңа киләбеҙ, үҙебеҙ дусар булған һәләкәт хаҡында Һиңә ялбарабыҙ, шунда Һин беҙҙе ишетәһең һәм ҡотҡараһың». 10Бына хәҙер ғаммондар, моавтар һәм Сеғир тауҙарында йәшәүселәр, Мысыр иленән килгән саҡтарында исраилдарға Һин ерҙәренә инергә рөхсәт итмәгән, шул сәбәптән ҡырылмай тороп ҡалған халыҡтар 11беҙгә нимә менән яуап ҡайтара? Улар Һин беҙгә милек итеп биргән ерҙән беҙҙе ҡыуырға тип килгән. 12Аллабыҙ беҙҙең! Һин Үҙең уларға хөкөмөңдө ҡылһаңсы! Был тиклем ҙур көскә ҡаршы торорлоҡ хәлебеҙ юҡ, беҙ ни ҡылырға ла белмәйбеҙ. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бары Һиңә төбәлгән! 13Бөтә Йәһүҙәнең ир-аттары ҡатындары, бала-сағалары менән Раббы ҡаршыһында баҫып тора. 14Шул саҡ ошо йыйында Зәкәрьяһ улы Яхазиилға Раббы рухы иңә. Зәкәрьяһ Бенаяһ улы булып, Бенаяһ – Йеғиилдан, Йеғиил Леви ырыуынан булған Маттанъяһтан донъяға килә. Уларҙың нәҫел баштары Асаф була. 15Ул былай ти: – Бөтә йәһүҙиҙәр, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Йеһошафат батша, тыңлағыҙ! Һеҙгә Раббы былай ти: «Был иҫәпһеҙ-һанһыҙ сиреүҙән ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ осмаһын! Был һуғыш һеҙҙеке түгел, ә Алланыҡы. 16Иртәгә уларға ҡаршы сығығыҙ. Улар хәҙер Сис артылышынан килә, ә һеҙ уларҙы үҙән осонда, Йеруил сүле алдында, тап итерһегеҙ. 17Был юлы һеҙгә һуғышаһы түгел; һеҙ шунда баҫығыҙ ҙа Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын ҡарап тороғоҙ. Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим! Ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ алынмаһын! Иртәгә ҡаршыларына барығыҙ, Раббы һеҙҙең менән булыр». 18Йеһошафат йөҙтүбән ергә ҡаплана, уның менән бергә бөтә йәһүҙиҙәр һәм Йәрүсәлим халҡы Раббы алдында ергә ҡапланып, Уға сәждә ҡыла. 19Ҡыһаҫ һәм Ҡорах нәҫеленән булған левиҙәр аяғүрә баҫып, Исраил Аллаһы Раббыға көслө тауыш менән маҡтау яуҙырырға тотона. 20Иртүк тороп Теҡоға сүленә табан юлланалар. Шунда Йеһошафат халыҡ алдына баҫып һүҙ ала: – Тыңлағыҙ мине, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим кешеләре! Аллағыҙ Раббыға ышанығыҙ, шул сағында ныҡ булырһығыҙ. Уның пәйғәмбәрҙәренә ышанығыҙ, шунда уңыш ҡаҙанырһығыҙ, – ти ул. 21Йеһошафат халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң, ҡораллы һуғышсылар алдынан барып, Раббыға һәм Уның мөҡәддәс бөйөклөгөнә дан йырлар. «Раббыға шөкөр итегеҙ,Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» –
тип тәҡрәр итер өсөн йырсылар билдәләй. 22Һөрән һалып маҡтау йырлай башлаған мәлдәрендә, Йәһүҙәгә яу менән килә ятҡан ғаммондар, моавтар һәм Сеғир тауҙарында йәшәүселәргә ҡаршы боҫҡон ҡора һәм улар ҡырыла. 23Ғаммондар менән моавтар Сеғир тауҙары кешеләренә һөжүм итә, сеғирҙарҙы ҡырып һалғас, бер-береһен ҡыйратырға тотона. 24Йәһүҙиҙәр сүлдәге ҡалҡыулыҡҡа килеп дошман ғәскәренә ҡараһа, ни күрәләр – күп һанлы мәйеттәр менән ер тулған, береһе лә иҫән ҡалмаған. 25Йеһошафат халҡы менән бергәләп яумал йыя башлай: бик күп мал-мөлкәт, кейем-һалым, затлы әйберҙәр табалар, күтәреп алып китмәҫтәй итеп йөкмәнәләр. Өс көн буйы ташыйҙар былар яумалды – ул шул тиклем күп була. 26Дүртенсе көндө Шөкөр үҙәненә йыйылалар, шунда Раббыға шөкөр ҡылалар. Шуға күрә был ерҙе әлегәсә Шөкөр үҙәне тип йөрөтәләр. 27Шунан һуң барлыҡ йәһүҙиҙәр һәм йәрүсәлимдәр ҡыуанышып Йеһошафат артынан Йәрүсәлимгә ҡайтырға сыға, сөнки Раббы, дошмандарынан ҡотҡарып, оло ҡыуаныс бүләк итә. 28Йәрүсәлимгә лиралар, арфалар, борғолар тауышы аҫтында ҡайтып, Раббы йортона киләләр. 29Раббының Исраил дошмандарына ҡаршы алышҡанын ишеткәс, ерҙәге бөтә батшалыҡтар Алланан ҡурҡып ҡала. 30Йеһошафат батшалығында тыныслыҡ урынлаша, Алла уға һәр яҡлап именлек бирә.
Йеһошафаттың һуңғы йылдары
(3 Бат 22:41-50)
31Шулай итеп, Йеһошафат Йәһүҙәлә хакимлыҡ итә. Тәхеткә ултырғанда ул утыҙ биш йәштә була һәм Йәрүсәлимдә егерме биш йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Ғазува – Шилхи ҡыҙы була. 32Йеһошафат атаһы Асаның юлынан тайпылмай, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла. 33Ләкин әлегә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгән, ә халыҡ ата-бабаларының Аллаһына тулыһынса боролоп бөтмәгән була. 34Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Ханани улы Йеһу яҙмаларында хикәйәләнгән һәм Исраил батшалары китабына индерелгән. 35Ләкин быларҙан һуң Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат яман эштәр ҡылған Исраил батшаһы Ахазъяһ менән әшнәләшә. 36Улар бергәләшеп Таршишҡа ебәрер өсөн караптар төҙөй. Караптарҙы улар Ғәсйон-Гәвәрҙә яһай. 37Марешанан Додауа улы Әлиғәзәр, Йеһошафатҡа пәйғәмбәрлек итеп, былай ти: – Ахазъяһ менән әшнәләшкәнеңә күрә, Раббы һинең эшеңде юҡҡа сығарасаҡ. Караптар емерелә һәм Таршишҡа барып етә алмай.
Copyright information for
BakIBT2023