2 Chronicles 21
Йәһүҙә батшаһы Йеһорам
(4 Бат 8:16-24)
1Йеһошафат вафат булып, ата-бабаларына ҡушыла һәм Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылына. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултыра. 2Уның бер туғандары – Ғазаръяһ, Йехиил, Зәкәрьяһ, Азаръяһ, Михаил, Шефатъяһ. Улар һәммәһе Исраил батшаһы Йеһошафаттың улдары була. 3Аталары уларға Йәһүҙәнең нығытылған ҡалалары менән бергә күп алтын-көмөш, затлы әйберҙәр бүләк итә, батшалыҡты иһә, баш балаһы булғанлыҡтан, Йеһорамға тапшыра. 4Йеһорам атаһы урынына тәхеткә ултырып, хакимлығын нығытҡандан һуң, бөтә ҡустыларын, шулай уҡ Исраилдың ҡайһы бер түрәләрен ҡылыстан үткәрә. 5Батша булғанда Йеһорамға утыҙ ике йәш була. Ул Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл хакимлыҡ итә. 6Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам да, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуа, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. 7Шулай булһа ла, Раббы Дауыт менән төҙөлгән килешеү хаҡына Дауыт йортон һәләк итергә теләмәй, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргән була. 8Йеһорам батша булған ваҡытта, эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп, уның хакимлығы аҫтынан сыға һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуя. 9Йеһорам бөтә ғәскәр башлыҡтары, яу арбалары менән бергә шул тарафҡа йүнәлә. Бында уны Эдом ғәскәре уратып ала. Әммә Йеһорам төндә яу арбаларының башлыҡтары менән бергә ҡамалышты йырып сыға. 10Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрә, сөнки Йеһорам ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлай. 11Йәһүҙәләге ҡалҡыулыҡтарҙа табыныу урындары булдыра, Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәп, йәһүҙиҙәрҙе юлдан яҙҙыра. 12Уға Ильяс пәйғәмбәрҙән хат килә. Унда былай тиелгән була: Һинең боронғо бабаң Дауыттың Аллаһы Раббы бына нимә ти: «Һин атайың Йеһошафаттың, Йәһүҙә батшаһы Асаның юлынан йөрөмәнең, 13ә Исраил батшаларына эйәрҙең. Ахав нәҫеле Исраилды аҙҙырған кеүек, һин Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәнең. Өҫтәүенә, һин ҡустыларыңды, атайыңдың улдарын, үлтерттең, ә улар һинән яҡшыраҡ ине. 14Бына шуның өсөн Раббы һинең халҡыңа, балаларыңа, ҡатындарыңа, барлыҡ мөлкәтеңә ауыр ҡаза ебәрәсәк. 15Үҙең иһә ауыр эс ауырыуына юлығырһың. Ул ауырыу көндән-көн аҙа барып, эсеңдәге бөтә ағзаларың ҡойолоп төшәсәк».16Раббы пелештиҙәр менән ғәрәптәрҙе, куштарҙың күршеләрен, Йеһорамға ҡаршы ҡуҙғыта. 17Улар Йәһүҙәгә табан юллана, уға бәреп инә һәм батша һарайында табылған барлыҡ мөлкәтте, шулай уҡ улдарын һәм ҡатындарын алып китә. Уның кинйәһе Йеһоахаздан башҡа улы ҡалмай. 18Ошоларҙан һуң Раббы уны ҡотолоп булмаҫлыҡ эс ауырыуына юлыҡтыра. 19Көндән-көнгә был дауам итә, ә икенсе йылдың аҙағына ауырыуҙан уның эсе ҡойола һәм бик ныҡ һыҙланып-яфаланып, Йеһорам донъя ҡуя. Уның ата-бабаларын ҡуйғанда ерләү усаҡтары яндырған халыҡ Йеһорам хаҡына усаҡ яғыуҙы кәрәк тапмай. 20Утыҙ ике йәшендә тәхеткә ултырған Йеһорам Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл батшалыҡ итә, ул мәрхүм булғас, илаусы-һыҡтаусы табылмай. Уны Дауыт ҡалаһында дәфен ҡылһалар ҙа, батшалар төрбәһенә ҡуймайҙар.
Copyright information for
BakIBT2023