2 Chronicles 25
Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ
(4 Бат 14:1-14, 17-20)
1Амасъяһ егерме биш йәшендә батша була, Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йеһоғаддан Йәрүсәлимдән була. 2Амасъяһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, әммә быны ихлас күңелдән эшләмәй. 3Тәхетендә нығынғас, Амасъяһ атаһы Йоаш батшаны үлтергән ярандарын язалай. 4Әммә уларҙың балаларына ҡағылмай, сөнки Муса китабындағы ҡанунда Раббы былай тип бойора: «Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен». 5Амасъяһ Йәһүҙә халҡын йыя һәм, уларҙы ғаиләләре буйынса бүлеп, һәр төркөмгә Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан мең баштары һәм йөҙ баштары тәғәйенләй. Йәше егерме һәм егерменән уҙған ир-егеттәрҙе иҫәпкә алғандан һуң, һуғышҡа яраҡлы, һөңгө һәм ҡалҡан тоторлоҡ өс йөҙ мең кеше булыуы асыҡлана. 6Быларҙан тыш батша йөҙ талант көмөшкә Исраилдан йөҙ мең батыр яугир яллай. 7Әммә бер Алла бәндәһе, уға килеп, былай ти: – Эй батша! Исраил ғәскәре һинең менән бармаһын, сөнки Раббы исраилдар менән, бөтә был әфраимдар менән түгел. 8Әгәр барһаң, һин үҙең генә бар, һуғышта ғәйрәтле бул, әммә Алла һине дошмандан еңелдерер, сөнки ярҙам биреү ҙә, ҡолатыу ҙа Алланың ҡөҙрәтендә. 9Амасъяһ Алла бәндәһенән: – Исраил ғәскәренә биргән йөҙ талант менән нишләргә һуң? – тип һорай. Алла бәндәһе: – Раббы һиңә унан да күпте бирә ала, – тип яуаплай. 10Амасъяһ Әфраимдан килгән яугирҙәрҙе айырып ҡайтарып ебәрә. Улар Йәһүҙәгә бик ныҡ асыуланып, ярһып ҡайтып китә. 11Ә Амасъяһ, ҡыйыуланып, ғәскәрен Тоҙло үҙәнгә алып бара һәм Сеғирҙең ун мең яугирен ҡыйрата; 12тағы ла ун меңде йәһүҙиҙәр әсирлеккә ала һәм, ҡая башына мендереп, шунан аҫҡа ташлай. Улар барыһы ла таштарға бәрелеп һәләк була. 13Ул арала Амасъяһ үҙе менән алмайынса кире бороп ҡайтарған ғәскәр Самариянан Бейт-Хоронға тиклем арала Йәһүҙә ҡалаларына һөжүм итә, өс мең кешене үлтерә, бик күп мөлкәт талап ала. 14Эдомдарҙы ҡыйратҡандан һуң, Амасъяһ үҙе менән Сеғир халҡының илаһтарын алып ҡайта. Ул уларҙы үҙенең аллалары итә, уларға сәждә ҡылып ҡорбандар килтерә. 15Раббы Амасъяһҡа ныҡ асыулана һәм уға пәйғәмбәрен ебәрә. Пәйғәмбәр батшаға былай ти: – Ни өсөн ул халыҡтың аллаларына табынаһың һин? Улар үҙ халҡын һинең ҡулыңдан ҡотҡарып ҡала алманы бит. 16– Һине батша кәңәшсеһе итеп ҡуйҙылармы әллә? – тип бүлдерә батша пәйғәмбәрҙе. – Ауыҙыңды яп! Юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың! Пәйғәмбәр уға: – Ошо эшең һәм минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмағаның өсөн Алланың һине һәләк итергә ҡарар ҡылғанын беләм, – ти ҙә башҡа өндәшмәй. 17Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ, кәңәшләшеп, Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрә. 18Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһҡа былай тип яуаплай: «Бер заман Ливанда үҫкән сәнскәк ҡыуаҡ кедр ағасына: „Ҡыҙыңды минең улыма кәләш итеп бир“, тип яусы ебәргән, имеш. Әммә Ливандың бер ҡырағай януары, үтеп барышлай уны иҙә тапап киткән, ти. 19Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит». 20Әммә Амасъяһ тыңламай, сөнки, Эдом илаһтарына табынған өсөн, Алла уның кешеләрен Йеһоаш ҡулына тапшырырға ҡарар ҡылған була. 21Бына Исраил батшаһы Йеһоаш яуға сыға һәм Йәһүҙәнең Бейт-Шәмәш ҡалаһында уның менән йөҙмә-йөҙ осраша. 22Йәһүҙә ғәскәре исраилдар тарафынан тар-мар ителә һәм яугирҙәр өйҙәренә ҡасып ҡайтып китә. 23Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Йеһоахаздан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә ала ла уны Йәрүсәлимгә килтерә һәм ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертә. 24Алла ҡорамында Ғовед-Эдом яуаплығы аҫтында һаҡланған бөтә алтын-көмөштө, затлы һауыт-һабаны, батша һарайындағы хазиналарҙы талап ала. Байтаҡ халыҡты аманат итеп Самарияға алып ҡайтып китә. 25Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ Йоаш улы Исраил батшаһы Йеһоаш Йеһоахаз улы үлгәндән һуң, ун биш йыл йәшәй. 26Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған. 27Амасъяһ Раббынан тайпылғандан һуң, Йәрүсәлимдә уға ҡаршы фетнә ойошторола. Ул Лахиш ҡалаһына ҡаса, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтертәләр. 28Амасъяһтың мәйетен атта алып ҡайтып, Йәһүҙә ҡалаһында ата-бабалары янына ерләйҙәр.
Copyright information for
BakIBT2023