‏ 2 Chronicles 28

Йәһүҙә батшаһы Ахаз

(4 Бат 16:1-20)

1Тәхеткә ултырғанда Ахазға егерме йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә. Ахаз боронғо бабаһы Дауыт батша кеүек булмай, Раббы күҙендә дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр ҡыла. 2Ул Исраил батшаларының юлын ҡыуа, хатта Бәғел һындарын ҡойҙора, 3Бен-Һинном үҙәнендә хуш еҫ төтәтә һәм Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрә, хатта, үҙ улдарын ҡорбанға килтереп, утта яндыра. 4Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарҙа, түбәләрҙә, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында ҡорбан сала һәм хуш еҫ төтәтә. 5Быларҙы күреп, Раббы Алла уны арамиҙар батшаһы ҡулына тапшыра. Улар Ахазды еңә һәм, күптәрҙе әсирлеккә алып, Дамаскка алып китә. Бынан тыш Раббы Ахазды Исраил батшаһы ҡулына тапшыра, һәм Ахаз уның тарафынан ныҡ ҡыйратыла. 6Ремалъяһ улы Пеҡах батша бер көндә Йәһүҙәнең йөҙ егерме мең яугирен ҡырып һала, сөнки улар ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлаған була. 7Әфраимдарҙан ғәйрәтле Зихри иһә батша улы Мағасеяһты, һарай мөдире Ғазриҡамды һәм батшанан һуң икенсе булған Әлҡананы үлтерә. 8Исраилдар үҙҙәренең туғандары йәһүҙиҙәрҙең ике йөҙ мең кешеһен – ҡатындарын, улдарын һәм ҡыҙҙарын әсирлеккә ала; шулай уҡ уларҙан бик күп яумал талап, Самарияға оҙата.

9Унда Раббы пәйғәмбәре йәшәгән була, исеме – Ғодед. Ул, Самарияға ҡайтып килгән ғәскәр ҡаршыһына сығып, былай ти:

– Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы, йәһүҙиҙәргә асыуланып, уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, ә һеҙ уларҙы күктәргә олғашырлыҡ нәфрәт менән ярһып ҡырҙығыҙ.
10Хәҙер һеҙ Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡының ирҙәрен һәм ҡатын-ҡыҙҙарын үҙегеҙгә ҡол итергә йыйынаһығыҙ. Ә Аллағыҙ Раббы алдында үҙегеҙҙең ғәйептәрегеҙ юҡмы ни? 11Хәҙер минең һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ: әсиргә алған туғандарығыҙҙы ҡайтарып ебәрегеҙ, юғиһә Раббы Үҙенең асыуын өҫтөгөҙгә төшөрөр.

12Әфраимдарҙан ҡайһы бер түрәләр – Ғазаръяһ Йеһоханан улы, Бәрәхъяһ Мешиллемоҫ улы, Йехизкияһ Шаллум улы һәм Ғамаса Хадлай улы яуҙан ҡайтып килеүселәрҙең ҡаршыһына сыға ла 13уларға былай ти:

– Әсирҙәрҙе бында алып килмәгеҙ, юғиһә Раббы алдында гонаһҡа батырбыҙ. Булған гонаһтарыбыҙ һәм енәйәттәребеҙгә яңыларын өҫтәргә уйлайһығыҙмы? Ғәйебебеҙ былай ҙа үтә ҙур, Раббы былай ҙа Исраилға асыулы!

14Яугирҙәр әсирҙәрҙе һәм яумалды хәрби түрәләр һәм йыйылған халыҡҡа ҡалдыра. 15Әсирҙәр тураһында хәстәрлек күреү өсөн исемләп кешеләр тәғәйенләнә. Улар яланғастарына яумалға алынған әйберҙәр араһынан кейем-һалым, аяҡ кейеме бирә, ашата, эсерә, яраларына зәйтүн майы һөртә. Шунан, хәлһеҙҙәрен ишәктәргә мендереп, хөрмәләр ҡалаһы Йерихоға, уларҙың туғандарынан алыҫ булмаған урынға, алып бара. Унан үҙҙәре Самарияға әйләнеп ҡайта.

16Шул саҡ Ахаз батша Ашшур батшаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, 17сөнки эдомдар тағы килә, Йәһүҙә халҡын ҡыра, әсирҙәрҙе алып китә. 18Пелештиҙәр ҙә Йәһүҙәнең Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларына һөжүм итеп, Бейт-Шәмәште, Айялонды, Гедероҫты, Сохоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә, шулай уҡ Тимна менән Гимзоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә ала һәм шунда төпләнә. 19Ахаз батша Раббыға үтә күп хыянат ҡылып, Йәһүҙә халҡын аҙҙырған өсөн, Раббы Йәһүҙәне шулай түбәнһетә. 20Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп, Ахазға ярҙам итер урынға, уны ҡыҫырыҡлай башлай. 21Ахаз Раббы ҡорамында, үҙ һарайында һәм түрәләрҙә булған хазиналарҙы алып Ашшур батшаһына бирә, әммә бының файҙаһы теймәй.

22Үҙе өсөн ошолай ҡатмарлы ваҡыт булһа ла, Ахаз батша Раббыға хыянат ҡылыуын дауам итә. 23Уны еңгән Дамаск аллаларына ҡорбан килтерә: «Арам батшаларының аллалары уларға ярҙам итә лә баһа, мин дә уларға ҡорбан салайым да, улар миңә лә ярҙам итер», – тип өмөтләнә. Әммә был илаһтар Ахаз менән бөтә Исраилдың һәләкәтенә сәбәп була. 24Ахаз иһә Алла ҡорамындағы бөтә һауыттарҙы йыйып ала, вата-ҡыра, Раббы ҡорамының ишектәрен бикләй һәм Йәрүсәлимдең һәр бер мөйөшөндә сит аллаларға ҡорбан усаҡтары яһап ҡуя, 25Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында сит аллаларға төтәтеү өсөн табыныу ҡалҡыулыҡтары булдырып, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны асыуландыра.

26Ахаздың башҡа ғәмәлдәре һәм ҡылған эштәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған. 27Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм уны Йәрүсәлим ҡалаһында дәфен ҡылалар, тик Исраил батшалары төрбәһенә ҡуймайҙар. Уның урынына улы Хизкияһ батша була.

Copyright information for BakIBT2023