‏ 2 Chronicles 29

Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ

1Тәхеткә ултырғанда Хизкияһҡа егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итә. Әсәһе – Авияһ Зәкәрьяһ ҡыҙы була. 2Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.

3Батшалыҡ итеүенең тәүге йылының тәүге айында уҡ ул Раббы ҡорамының ишектәрен ҡайтанан астыра һәм уларҙы йүнәттерә. 4Унда ҡаһиндар менән левиҙәрҙе саҡырып ала, уларҙы көнсығыш майҙанға йыйып, 5былай ти:

– Мине тыңлағыҙ, левиҙәр! Үҙегеҙҙе паклағыҙ, ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббының ҡорамын изгеләндерегеҙ, мөҡәддәс урындан уны нәжесләгән бөтә нәмәләрҙе сығарып ташлағыҙ.
6Сөнки ата-бабаларыбыҙ тоғролоҡ һаҡламаны, Аллабыҙ Раббыға хуш килмәҫтәйҙе ҡылып йөрөнө, Уны ташланы, Раббы торлағынан йөҙ сөйөрөп, уға арҡалары менән боролдо. 7Улар хатта айуан ишектәрен бикләп ҡуйҙы, майшәмдәрҙе һүндерҙе, хуш еҫ төтәтмәне, Исраил Аллаһының мөҡәддәс урынында тотош яндырыуҙар башҡарманы. 8Шуның өсөн Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төштө һәм Ул уларҙы мәсхәрәгә ҡалдырҙы, бөлдөрҙө, мыҫҡыл итте – быларҙы үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп тораһығыҙ. 9Шуның өсөн аталарыбыҙ ҡылыстан ҡырылды, ә улдарыбыҙ менән ҡыҙҙарыбыҙ, ҡатындарыбыҙ әсирлектә. 10Раббы беҙҙән Үҙенең ялҡынлы асыуын ҡайтарһын тип, мин Исраил Аллаһы Раббы менән килешеү төҙөргә теләйем. 11Балаларым минең! Вайымһыҙ булмағыҙ, сөнки Раббы Үҙенең хозурында хеҙмәт итеү, ҡорбан килтереү өсөн һеҙҙе һайлап алған.

12Бына левиҙәр эшкә тотона: Ҡыһаҫ нәҫеленән Махаҫ Ғамасай улы һәм Йоил Ғазаръяһ улы; Мерари нәҫеленән Ҡиш Ғавди улы һәм Ғазаръяһ Йеһалләлил улы; Гершон нәҫеленән Йоах Зимма улы һәм Ғедән Йоах улы; 13Әлисафан нәҫеленән Шимри һәм Йеғиил; Асаф нәҫеленән Зәкәрьяһ һәм Маттанъяһ; 14Һеман нәҫеленән Йехиил һәм Шимғи; Йедуҫун нәҫеленән Шемағъяһ һәм Ғуззиил. 15Улар ағай-энеһен йыйып ала, паклана һәм, батша бойороғо буйынса, Раббы күрһәтмәһенә ярашлы, Раббы ҡорамын пакларға китә. 16Ҡаһиндар Раббы ҡорамын паклар өсөн уның эсенә инә, ундағы бөтә нәжес әйберҙәрҙе ихатаға сығара, ә левиҙәр быларҙы Ҡидрон үҙәненә алып барып ташлай. 17Улар беренсе айҙың беренсе көнөндә эшкә керешеп, һигеҙенсе көндә Раббы ҡорамының айуанына етәләр. Раббы ҡорамын изгеләндереү тағы ла һигеҙ көн бара һәм беренсе айҙың ун алтынсы көнөндә тамамлана. 18Шунан улар Хизкияһ батшаның һарайына барып, былай тиҙәр:

– Беҙ Раббының ҡорамын тулыһынса таҙарттыҡ, тотош яндырыу ҡорбандары өсөн ҡорбан усағын, уның барлыҡ һауыт-һабаһын, изге икмәк өҫтәлен, уның бөтә һауыт-һабаһын пакланыҡ.
19Ахаз батша үҙе батшалыҡ иткән осорҙа хыянат ҡылып сығарып ташлаған бөтә һауыт-һабаны алып килеп изгеләндерҙек. Бына улар Раббының ҡорбан усағы алдында тора.

20Икенсе көндө Хизкияһ батша иртән иртүк ҡала түрәләрен йыйып ала һәм Раббы ҡорамына китә. 21Улар батшалыҡ өсөн, Изге торлаҡ өсөн һәм Йәһүҙә өсөн ҡорбан салырға тип, ете үгеҙ башмаҡ, ете һарыҡ тәкәһе, ете һарыҡ бәрәсе һәм гонаһ ҡорбанлығы өсөн ете кәзә тәкәһе алып килә. Хизкияһ Һарун тоҡомонан булған ҡаһиндарға Раббының ҡорбан усағында уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерергә ҡуша. 22Бына үгеҙҙәрҙе салалар, ҡаһиндар, ҡанын алып, ҡорбан усағына һирпә, һарыҡ тәкәләрен салалар һәм ҡорбан усағына ҡанын һирпәләр; һарыҡ бәрәстәрен салып, ҡорбан усағына ҡанын һирпәләр. 23Шунан һуң батша һәм йыйылған халыҡ алдына гонаһ өсөн ҡорбан ителәсәк кәзә тәкәләрен килтерәләр. Тегеләр ҡулдарын тәкәләр өҫтөнә ҡуя. 24Ҡаһиндар уларҙы сала, бөтә Исраилды гонаһтарынан паклар өсөн, уларҙың ҡанын ҡорбан усағына һирпә, сөнки батша тотош яндырыу менән гонаһ ҡорбанын бөтә исраилдар өсөн килтерергә ҡушҡан була. 25Батша һуҡма тәрилкәләр, лира һәм арфалар тотҡан левиҙәрҙе Раббы ҡорамына ҡуя, быны Дауыт менән батша әүлиәһе Ғад һәм Наҫан пәйғәмбәр ҡағиҙәһенә ярашлы эшләй. Был – Раббының уның пәйғәмбәрҙәре аша ебәрелгән ҡағиҙәһе була. 26Бына левиҙәр – Дауыттың уйын ҡоралдары, ҡаһиндар борғолары менән тороп баҫа. 27Хизкияһ ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбанын килтерергә бойора. Ҡорбан килтереү йолаһына керешкәс, борғоларға һәм Исраил батшаһы Дауыттың уйын ҡоралдарына ҡушылып, Раббыға бағышланған йыр башлана. 28Бөтә йыйын сәждә ҡыла, йырсылар йырлай, борғолар уйнай, тотош яндырыу тамамланғансы шулай була. 29Тотош яндырыу тамам булғас, батша һәм уның янындағылар һәммәһе лә теҙ сүгә һәм сәждә ҡыла. 30Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла. 31Хизкияһ, дауам итеп, былай ти:

– Бына һеҙ үҙегеҙҙе Раббыға арнанығыҙ. Хәҙер тороп, Раббы ҡорамына ҡорбандар менән шөкөр саҙаҡаларын килтерегеҙ.

Йыйын ҡорбандар, шөкөр саҙаҡалары килтерә башлай, айырыуса ихластар тотош яндырыу ҡорбандары сала.
32Йыйын килтергән ҡорбандар һаны түбәндәгесә була: етмеш үгеҙ, йөҙ һарыҡ тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ бәрәсе – былар барыһы ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны. 33Изге ҡорбан итеп алты йөҙ баш эре мал, өс мең ваҡ мал килтерелә. 34Әммә ҡаһиндар аҙ һанлы булған өсөн, улар тотош яндырыу ҡорбанына тәғәйенләнгән малдарҙың бөтәһенең дә тиреһен тунап өлгөртә алмай. Шуға күрә уларҙың туғандары левиҙәр, башҡа ҡаһиндар үҙҙәрен изгеләндергәнсе һәм эш бөткәнгә тиклем, уларға ярҙамлаша. Левиҙәр ҡаһиндарға ҡарағанда үҙҙәрен изгеләндереүгә етдирәк мөнәсәбәттә була. 35Тотош яндырыу ҡорбандары ғәйәт күп була. Уларҙан тыш, татыулыҡ ҡорбандарының эс майы һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә килтерелгән түкмә ҡорбандар күп була. Раббы ҡорамындағы хеҙмәт ошолай итеп тергеҙелә. 36Алланың Үҙ халҡына ҡылған был эшенә Хизкияһ менән бар халыҡ ифрат ҡыуана, сөнки был эш ҡапыл ғына ғәмәлгә аша.

Copyright information for BakIBT2023