‏ 2 Chronicles 30

Ҡотҡарылыу байрамын үткәреү

1Хизкияһ батша бөтә Исраил һәм Йәһүҙә халҡына, шулай уҡ Әфраим менән Менашше ырыуҙарына хәбәр ебәреп, уларҙы Исраил Аллаһы Раббыға бағышланған Ҡотҡарылыу байрамын уҙғарыу өсөн Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорамына саҡыра. 2Хизкияһ батша үҙенең түрәләре һәм Йәрүсәлим халҡы менән кәңәшләшеп, Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙа үткәрергә ҡарар иткән була. 3Исраил халҡы Ҡотҡарылыу байрамын үҙ ваҡытында билдәләй алмай, сөнки күп ҡаһиндар әлегә изгеләнеү йолаһын үтмәгән һәм кешеләрҙең күпселеге Йәрүсәлимгә йыйылмаған була. 4Батша ла, халыҡ та тап шулай эшләүҙе дөрөҫ тип таба. 5Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем барлыҡ исраилдарға, һәммәһенә Исраил Аллаһы Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләү өсөн Йәрүсәлимгә килергә ҡушып иғлан ителә, сөнки уны ҡанун ҡушҡанса бөтөн халыҡ менән үткәргәндәре булмай.

6Батша менән уның түрәләре исеменән яҙылған хаттарҙы бөтә Исраил менән Йәһүҙә халҡына еткереүсе сапҡындар юлға сыға. Хатта былай тиелгән була:

«Исраил халҡы! Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ бороғоҙ, һәм Ул да Ашшур батшаларынан иҫән ҡалған һеҙгә табан боролор.
7Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға хыянат иткән аталарығыҙ һәм туғандарығыҙ кеүек булмағыҙ. Үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ, Раббы уларҙы ҡот осҡос ҡаты язаланы. 8Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр. 9Раббыға ҡабат йөҙ борһағыҙ, туғандарығыҙ һәм балаларығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алғандарҙың миһырбанына юлығыр һәм ошо ергә әйләнеп ҡайтыр, сөнки Аллағыҙ Раббы мәрхәмәтле һәм рәхимле, Уға ҡайтһағыҙ, Ул һеҙҙән ситкә боролмаҫ».

10Сапҡындар Әфраим менән Менашше ерҙәрендә ҡаланан ҡалаға йөрөй, зевулундарға ла барып етә, тик уларҙы көлөп һәм мыҫҡыллап ҡаршылайҙар. 11Шулай ҙа Ашер, Менашше һәм Зевулун ырыуҙарының ҡайһы берәүҙәре күнеп, Йәрүсәлимгә килә. 12Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.

13Икенсе айҙа Сөсө икмәк байрамын үткәреү өсөн Йәрүсәлимгә бик күп халыҡ йыйыла. 14Йәрүсәлимдәге бөтә сит аллаларға булған ҡорбан усаҡтарын емереп ташлайҙар, хуш еҫ төтәтеү урындарын ватып, Ҡидрон үҙәненә ырғыталар. 15Икенсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар менән левиҙәр оялалар һәм инде үҙҙәрен ваҡытында изгеләндерәләр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандарын килтерәләр 16һәм үҙҙәренең ҡағиҙәләренә, Алла бәндәһе Муса ҡанунына ярашлы, тәғәйен урынды биләйҙәр. Ҡаһиндар левиҙәр биргән ҡанды һирпә. 17Йыйылғандарҙың күбеһе үҙҙәрен изгеләндермәгәнгә күрә, пакланмаған һәм үҙенең бәрәсен Раббыға бағышлай алмағандар өсөн Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен левиҙәргә салырға тура килә. 18 19Әфраим һәм Менашше, Исасхар һәм Зевулун ырыуҙарынан килгәндәрҙең күбеһе таҙарынмаған булһа ла, ҡанунда яҙылғанға ҡаршы килеп, Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен ашай. Ләкин Хизкияһ улар өсөн доға ҡылып: «Эй игелекле Раббы! Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн күңеле менән ынтылған һәр кемде, улар Изге торлаҡ ҡануны буйынса тейешенсә таҙарынып килмәгән булһалар ҙа, ғәфү итә күр!» – ти. 20Раббы Хизкияһты ишетә һәм халыҡҡа зыян ҡылмай.

21Йәрүсәлимгә йыйылған исраилдар ете көн буйы Сөсө икмәк байрамын билдәләй, күңел аса, левиҙәр менән ҡаһиндар, көн һайын уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыны данлай. 22Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар. 23Бөтә йыйын тағы ете көн байрам итергә була һәм был ете көндө лә бик ҡыуанышып үткәрәләр, 24сөнки Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йыйылыусыларға мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал; түрәләр шулай уҡ йыйын өсөн мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал бирә. Ҡаһиндарҙың да күптәре изгеләнә. 25Йәһүҙәнән йыйылған барса халыҡ, ҡаһиндар ҙа, левиҙәр ҙә, Исраилдан килгән кешеләр ҙә, Исраилдан күсеп килеп, Йәһүҙәлә йәшәүсе килмешәктәр ҙә – һәммәһе күңел аса. 26Йәрүсәлимдә иҫ киткес шатлыҡ хөкөм һөрә, Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улы заманынан бирле бындай хәл күрелгәне булмай. 27Һуңынан ҡаһиндар һәм левиҙәр аяғүрә баҫып халыҡты фатихалай. Уларҙың доғалары Алланың күктәрҙәге мөҡәддәс торлағына етеп, ҡабул ҡылына.

Copyright information for BakIBT2023