2 Chronicles 31
Ҡанун-ҡағиҙәләрҙең теүәл үтәлеүе
(4 Бат 18:4)
1Ахырҙа бындағы бөтә исраилдар Йәһүҙә ҡалаларына юллана, уларҙағы табыныу бағаналарын вата, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡа, Йәһүҙә һәм Бинйәмин, Әфраим һәм Менашше ерҙәрендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм ҡорбан усаҡтарын тотошлайы менән емереп сыға. Шунан һуң һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ ҡалаһына ҡайтып китә. 2Хизкияһ ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтереүгә, хеҙмәт үтәүгә, данлау һәм маҡтауға, Раббы торлағының ҡапҡаларын һаҡлауға – һәр ҡайһыһын ҡаһинлыҡ йә левилек тәғәйенләнешенә ярашлы, сиратҡа теҙә. 3Батша Раббы ҡанунына күрә, һәр көн иртәнсәк һәм кис, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбанына үҙ мөлкәтенән өлөш сығара. 4Йәрүсәлимдә йәшәүсе халыҡҡа ул, үҙҙәрен Раббы ҡанунын теүәл үтәүгә бағышлай алһындар өсөн, ҡаһиндар һәм левиҙәргә тейешле өлөштө бирергә бойора. 5Был бойороҡ иғлан ителеү менән, Исраил халҡы икмәк, шарап, май, бал, баҫыуҙан йыйылғандың һәммәһенән тәүге уңышты күпләп килтерә башлай – бөтәһенең ундан бер өлөшөн алып килә. 6Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдар ҙа, йәһүҙиҙәр ҙә эре малдың да, ваҡ малдың да ундан берен, шулай уҡ Аллалары Раббыға бағышланған саҙаҡаларҙың ундан берен уларға ташый. Килтерелгәндәр тау-тау булып өйөлә. 7Халыҡ саҙаҡалар алып килеүҙе өсөнсө айҙа башлай һәм етенсе айға тамамлай. 8Хизкияһ менән уның түрәләре килеп, өйөмдәрҙе күрә һәм Раббыға, Уның халҡы исраилдарға рәхмәт уҡый. 9Хизкияһ ҡаһиндар менән левиҙәрҙән был өйөмдәр тураһында һораша. 10Садоҡ нәҫеленән баш ҡаһин Ғазаръяһ уға былай тип яуап бирә: – Раббы ҡорамына саҙаҡа ташыла башлау менән, беҙ ҙә туйғансы ашай башланыҡ, ризыҡтың күп өлөшө артып ҡалды. Эйе, Раббы Үҙ халҡына бәрәкәт бирҙе, шуға күрә артып ҡалғаны ла бик күп. 11Хизкияһ Раббы ҡорамында келәт бүлмәләр әҙерләргә ҡуша, һәм был бойороҡ үтәлә. 12Килтерелгән бүләктәрҙе, ғөшөрҙәрҙе, бағышланған саҙаҡаларҙы – һәммәһен теүәлләп күсерәләр. Улар янында леви Конанъяһ мөдирлек итә, уның ҡустыһы Шимғи уға ярҙамсы итеп тәғәйенләнә. 13Хизкияһ батша менән Алла ҡорамының мөдире Ғазаръяһ күрһәтмәһенә ярашлы, Йехиил, Ғазазъяһ, Нахаҫ, Ғасаһил, Йеримоҫ, Йозавад, Әлиил, Исмахъяһ, Махаҫ һәм Бенаяһ Конанъяһ менән уның ҡустыһы Шимғи ҡарамағындағы һаҡсылар була. 14Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә. 15Уның ҡул аҫтында эшләгән Ғедән, Минйәмин, Йешуағ, Шемағъяһ, Амаръяһ һәм Шеханъяһ килтерелгән мал-мөлкәтте ҡаһиндарҙың ҡалаларында йәшәгән ҡәрҙәштәренә, ҡаһин төркөмдәре буйынса, олоһон-кесеһен айырмайынса, ғәҙел итеп тарата. 16Бынан тыш, нәҫел исемлектәренә индерелгән өс һәм унан юғары йәштәге ир балаларға – бер мәл Раббы ҡорамына үҙҙәренең вазифаларына һәм төркөмдәренә ярашлы көндәлек хеҙмәтен башҡарырға тейешле һәммәһенә – өлөш бирелә. 17Ҡаһиндар нәҫелдәре буйынса, ә йәше егерменән уҙған левиҙәр – кемдең ҡайһы төркөмдә ниндәй вазифа башҡарыуына ярашлы исемлеккә теркәлгән була. 18Йәмғиәткә ингән, үҙҙәренең бағышланыуына тоғро булғандарҙың хатта бәләкәй балалары ла, ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары ла нәҫел исемлегенә яҙылған була. 19Ҡалалар янындағы ерҙәрҙә йәшәгән Һарун нәҫеле ҡаһиндарына килгәндә, уларға өлөштәрен таратырға һәр ҡалала махсус кешеләр тәғәйенләнә. Был кешеләр ҡаһин нәҫеленән булған бөтә ир заттарына һәм нәҫел исемлегенә теркәлгән бөтә левиҙәргә өлөш бирә. 20Был үҙгәрештәрҙе Хизкияһ бөтә Йәһүҙәлә ғәмәлгә ашыра. Ул үҙенең Аллаһы Раббы алдында яҡшы, дөрөҫ һәм тоғро ғәмәлдәр эшләй. 21Алла ҡорамындағы хеҙмәткә, Алла ҡанунының һәм бойороҡтарының үтәлешенә ҡағылышлы һәр эштә ул Аллаһына ынтылған хәлдә, бөтә йөрәктән ихлас башҡарған өсөн уңыш ҡаҙана.
Copyright information for
BakIBT2023