‏ 2 Chronicles 32

Раббының Йәһүҙәне Санхеривтан ҡотҡарыуы

(4 Бат 18:13-37; 19:35-37; Ишғ 36:1-22; 37:36-38)

1Хизкияһ батша Раббыға тоғролоҡ менән башҡарған ошо эштәрҙән һуң, Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, нығытмалы ҡалаларҙы тартып алыу ниәте менән, уларҙы ҡамап ала. 2Хизкияһ, Санхеривтың Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғыш менән килгәнен күргәс, 3үҙенең хәрби башлыҡтары һәм батыр яугирҙәре менән һөйләшеп, ҡаланан ситтәге һыу сығанаҡтарын быуҙырырға була. 4Бик күп халыҡ йыйыла, бөтә инештәрҙе, ил буйлап аҡҡан йылғаны быуып ҡуялар, бында килгәс, Ашшур батшалары һыу тапмаһын, тиҙәр. 5Хизкияһтың күңеле күтәрелеп китә, емерелгән диуарҙы торғоҙа, уның өҫтөнә манаралар төҙөттөрә, тыштан тағы бер диуар ҡорҙорта, Дауыт ҡалаһындағы Миллоны нығыттырып, күпләп ҡорал, ҡалҡандар әҙерләтә. 6Халыҡ өҫтөнән хәрби башлыҡтар тәғәйенләп, уларҙы ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанға йыя ла, йөрәктәренә үтерлек итеп, былай ти:

7– Ныҡ булығыҙ, батыр булығыҙ, Ашшур батшаһынан да, уның менән ябырылып килеүселәрҙән дә ҡурҡмағыҙ, ҡалтыранып төшмәгеҙ, сөнки уларҙа түгел, беҙҙең яҡта ҡөҙрәтлерәк көс. 8Уларҙың беләге көслө, ә беҙҙең яҡта – Аллабыҙ Раббы, Ул беҙгә ярҙам итәсәк һәм беҙҙең өсөн алышасаҡ.

Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың һүҙҙәре халыҡтың рухын күтәрә.

9Бынан һуң үҙенең бөтә ғәскәре менән Лахиш ҡалаһын ҡамауҙа тотҡан Ашшур батшаһы Санхерив, хеҙмәтселәрен Йәрүсәлимгә ебәреп, Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтә йәһүҙиҙәргә былай тип әйтергә ҡуша:

10– Ашшур батшаһы Санхерив былай ти: «Һеҙ нимәгә өмөтләнәһегеҙ, Йәрүсәлимдең ҡамалышын нисек үткәрмәксе булаһығыҙ? 11„Аллабыҙ Раббы беҙҙе Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарасаҡ“, – тип Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын. Ул һеҙҙе аслыҡтан һәм сарсауҙан һәләк итмәксе! 12Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә фәҡәт ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылырға һәм хуш еҫ төтәтергә ҡушты түгелме? 13Минең һәм ата-бабаларымдың башҡа илдәрҙәге бөтә халыҡтар менән ни эшләгәнебеҙҙе белмәйһегеҙме әллә һеҙ? Ул халыҡтарҙың илаһтарының береһе үҙ илен минең ҡулдан ҡотҡара алдымы? 14Минең ата-бабаларым ҡырып һалған халыҡтарҙың илаһтарының ҡайһыһы минән үҙенең халҡын ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, нисек итеп Аллағыҙ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡара алһын? 15Хизкияһ һеҙҙе алдаштырмаһын, башығыҙҙы бутамаһын, уға ышанмағыҙ: быға тиклем бер халыҡтың, бер батшалыҡтың бер илаһы ла халҡын минең йәки ата-бабаларымдың ҡулынан ҡотҡара алмағанды, һеҙҙең Аллағыҙ ҙа һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ».

16Санхеривтың хеҙмәтселәре Алла Раббыға һәм Уның ҡоло Хизкияһҡа ҡаршы тағы ла күберәк һөйләй. 17Санхерив, яҙған хаттарында ла Исраил Аллаһы Раббыны хурлап, Уға ҡаршы ошондай һүҙҙәр ҙә әйтә: «Башҡа илдәрҙең илаһтары үҙ халыҡтарын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаған кеүек, Хизкияһтың Аллаһы ла Үҙ халҡын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаясаҡ». 18Ашшур батшаһының хеҙмәтселәре диуар өҫтөндә торған Йәрүсәлим халҡына ҡарап, йәһүд телендә һөрәнләйҙәр. Улар, ҡаланы баҫып алыу еңелерәк булһын өсөн, халыҡтың ҡотон алып, ҡурҡытмаҡсы булалар. 19Йәрүсәлим Аллаһын башҡа халыҡтарҙың кеше ҡулы менән яһалған аллаларына тиңләп һөйләйҙәр.

20Хизкияһ батша менән Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр, доға ҡылып күктәрҙән ярҙам ялбара. 21Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәрә, ул Ашшур батшаһы ғәскәрендәге барлыҡ батырҙарҙы, ғәскәр башлыҡтарын һәм түрәләрҙе ҡырып сыға. Ашшур батшаһы, хурлыҡҡа ҡалып, үҙ еренә кире ҡайтып китә. Үҙ илаһының йортона килгәс, уны үҙ улдары ҡылыс менән сәнсеп үлтерә. 22Раббы бына шулай итеп Хизкияһ менән Йәрүсәлим кешеләрен Ашшур батшаһы Санхерив ҡулынан, шулай уҡ башҡаларҙан да ҡотҡара һәм һәр тарафта һаҡлап тора. 23Күптәр Йәрүсәлимгә Раббыға тип бүләктәр, Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа затлы әйберҙәр килтерә. Ошо хәлдәрҙән һуң уның бар халыҡтар алдында абруйы үҫә бара.

Хизкияһтың ауырыуы һәм һауығыуы

(4 Бат 20:1-21; Ишғ 38:1-8; 39:1-8)

24Шул осорҙа Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарый. Ул Раббыға доға ҡылып ялбара. Раббы Хизкияһҡа яуап биреп, һауығыуына ишара иткән билдә ебәрә. 25Әммә Хизкияһ үҙенә төшкән изгелектең хаҡын ҡайтармай, сөнки йөрәген маһайыу биләп алған була. Шунлыҡтан уға, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төшә. 26Шунда Хизкияһ, Йәрүсәлим халҡы һымаҡ, үҙенең тәкәбберлеген йүгәнләй. Шунлыҡтан Хизкияһ дәүерендә Раббының асыуы уларға башҡаса төшмәй.

27Хизкияһ бай һәм данлы була, ул алтын-көмөш, аҫыл таштар, еҫле майҙар һәм ҡалҡандар, затлы әйберҙәрҙе ҡуйыу өсөн һаҡлағыстар; 28иген уңышын, шарапты, зәйтүн майын һаҡлау өсөн келәттәр, мал-тыуар өсөн ҡуралар, көтөүҙәре өсөн кәртәләр яһата. 29Ҡалалар төҙөтә. Ваҡ һәм эре мал көтөүҙәре бик күп була, сөнки Алла уға байлыҡты мул бирә. 30Хизкияһ шулай уҡ, Гихон шишмәһен үрҙән быуҙырып, һыуын Дауыт ҡалаһының көнбайышына ағыҙа. Хизкияһ һәр эштә уңыш ҡаҙана. 31Бабил түрәләре илендәге билдә тураһында һорашырға тип ебәргән илселәр алдында ғына, уны һынарға тип, күңелендәген астырыр өсөн, Алла яңғыҙын ҡалдыра.

32Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, яҡшы эштәре тураһында Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабындағы Амус улы пәйғәмбәр Ишағыяһҡа иңгән күренмештә бәйән ителгән.

33Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны Дауыт нәҫеле төрбәһенең үрге яғына дәфен ҡылалар. Хизкияһ вафат булғас, бөтә Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлим кешеләре уны хөрмәтләп оҙата. Уның урынына улы Менашше батша була.

Copyright information for BakIBT2023