‏ 2 Chronicles 36

Йәһүҙә батшаһы Йеһоахаз

1Шунан илдең халҡы Йошияһ улы Йеһоахазды Йәрүсәлимдә атаһы урынына батша итеп ҡуя. 2Тәхеткә ултырғанда Йеһоахазға егерме өс йәш була. Ул Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итә. 3Мысыр батшаһы уны Йәрүсәлимдәге тәхетенән ҡолата һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш һәм бер талант алтын күләмендә түләү һала.

Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим

(4 Бат 23:31-35)

4Фирғәүен Нехо Йеһоахаздың ағаһы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлим өҫтөнән батша итеп ҡуя, Йеһоахазды иһә Мысырға алып китә. 5Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә. Ул Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. 6Бабил батшаһы Навуходоносор уға яу менән килә. Ул Йеһояҡимды бығаулап Бабилға алып китә. 7Раббы ҡорамындағы һауыттарҙың бер өлөшөн Навуходоносор Бабилға алып китеп үҙенең Бабилдағы һарайына ҡуя.

8Йеһояҡимдың башҡа ғәмәлдәре, ул ҡылған әшәке эштәр Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған. Уның урынына улы Йеһояхин батша була.

Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин

(4 Бат 23:36–24:6)

9Йеһояхин ун һигеҙ йәшендә тәхеткә ултыра һәм Йәрүсәлимдә өс ай ҙа ун көн батшалыҡ итә. Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. 10Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.

Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ

(4 Бат 24:8-17)

11Тәхеткә ултырғанда Сидкияһҡа егерме бер йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә 12һәм үҙенең Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. Ул Раббы һүҙен еткереүсе Йермеяһ пәйғәмбәр алдында ла баш эймәй. 13Навуходоносор батша Сидкияһты Алла исеме менән тоғролоҡҡа ант иттерһә лә, Сидкияһ уға ҡаршы фетнә күтәрә, үҙ һүҙлелегенә барып, бәғерһеҙләнә, хатта Исраил Аллаһы Раббыға табан боролоуҙан баш тарта. 14Ҡаһиндарҙың башлыҡтары ла, халыҡ үҙе лә хыянаттарын арттыра бара, башҡа ҡәүемдәрҙең әшәкелектәрен ҡабатлай, Раббы Йәрүсәлимдә изгеләндергән ҡорамды нәжесләй.

Йәрүсәлимдең тар-мар ителеүе

(4 Бат 25:1-21; Йер 39:1-10; 52:4-27)

15Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларға әленән-әле илселәрен ебәреп тора, сөнки Ул Үҙ халҡын, Үҙ торлағын бик йәлләй. 16Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй.

Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.
17Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра. 18Бабил батшаһы Алла ҡорамындағы бөтә һауыт-һабаны – ҙурҙарын да, бәләкәйҙәрен дә – ҡорамдағы хазиналарҙы, батша менән уның түрәләренең хазиналарын Бабилға алып ҡайтып китә. 19Алла ҡорамын яндыралар, Йәрүсәлим диуарҙарын емерәләр, бөтә затлы һарайҙарҙы үртәйҙәр, затлы әйберҙәрен ваталар. 20Ҡылыстан имен ҡалғандарҙы иһә ул батша Бабилға һөргөнгә алып китә. Йәһүҙә халҡы Бабил батшаһына һәм улдарына ҡол була. Фарсы батшалығы көсәйгәнгә тиклем шулай дауам итә. 21Ә тупраҡ шәмбе ялына рәхәтләнә. Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр иғлан иткән һүҙҙәре буйынса, етмеш йыл үткәнгә тиклем ул үҙенең буш ятҡан дәүерендә шәмбене һаҡлай.

Кир батшаның Йәһүҙә халҡын һөргөндән ҡайтарыуы

(Ғөз 1:1-3)

22Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уята. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирә:

23Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла:
Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты. Уның халҡынан булғандар – Аллалары Раббы улар менән булһын! – шунда барһын.
Copyright information for BakIBT2023