2 Chronicles 21:5-10
5Батша булғанда Йеһорамға утыҙ ике йәш була. Ул Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл хакимлыҡ итә. 6Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам да, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуа, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. 7Шулай булһа ла, Раббы Дауыт менән төҙөлгән килешеү хаҡына Дауыт йортон һәләк итергә теләмәй, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргән була. 8Йеһорам батша булған ваҡытта, эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп, уның хакимлығы аҫтынан сыға һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуя. 9Йеһорам бөтә ғәскәр башлыҡтары, яу арбалары менән бергә шул тарафҡа йүнәлә. Бында уны Эдом ғәскәре уратып ала. Әммә Йеһорам төндә яу арбаларының башлыҡтары менән бергә ҡамалышты йырып сыға. 10Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрә, сөнки Йеһорам ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлай.
Copyright information for
BakIBT2023