‏ 2 Chronicles 22:7-9

7Раббы ихтыяры буйынса Ахазъяһ, Йорам янына килеп, үлемен шунда табырға тейеш була. Бында килгәс, улар Йорам менән бергәләп Нимши улы Йеһуҙы ҡаршы алырға сығалар. Йеһуҙы Раббы Ахав йортон юҡ иттерер өсөн һайлап алған була. 8Йеһу, Ахав нәҫеленә сығарылған хөкөмдө бойомға ашырған саҡта, Йәһүҙә түрәләрен һәм Ахазъяһҡа хеҙмәт иткән ағай-энеһенең улдарын осрата һәм барыһын да үлтерә. 9Шунан Йеһу Ахазъяһты эҙләргә тотона. Уны, Самарияла йәшенеп йөрөгән еренән табып, Йеһуға алып киләләр һәм үлтерәләр. Әммә уны дәфен ҡылалар, сөнки: «Ул бөтөн йөрәге менән Раббыға ынтылған Йеһошафат улы бит!» – тиҙәр. Шулай итеп, Ахазъяһ йортонда батша булырлыҡ берәү ҙә ҡалмай.

Copyright information for BakIBT2023