2 Chronicles 27
Йәһүҙә батшаһы Йоҫам
(4 Бат 15:32-38)
1Тәхеткә ултырғанында Йоҫам егерме биш йәштә булып, Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йеруша – Садоҡ ҡыҙы була. 2Йоҫам, атаһы Ғуззияһ кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, тик, унан айырмалы, Раббы ҡорамына инмәй. Халыҡ иһә һаман боҙоҡ эштәрен дауам итә. 3Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын яһата, Ғофел ҡалҡыулығындағы ҡала диуарына ла күпте төҙөтә. 4Бынан тыш ул Йәһүҙә тауҙарында ҡалалар, урмандарҙа ҡәлғәләр һәм манаралар һалдыра. 5Ул Ғаммон батшаһы менән һуғыша һәм уны еңә. Ул йылды ғаммондар уға йөҙ талант көмөш һәм ун меңешәр кор бойҙай менән арпа бирә. Ғаммондар бындай яһаҡты икенсе йылына ла, өсөнсө йылына ла бирә. 6Йоҫам Аллаһы Раббы юлынан йөрөгәнгә күрә шулай ҡеүәтле булып китә. 7Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре, уның бөтә яуҙары һәм тотҡан юлы Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған. 8Тәхеткә ултырғанда ул егерме биш йәшендә булып, Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә. 9Йоҫам үлеп, ата-бабалары хозурына күсә, уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр. Урынына улы Ахаз батша була.
Copyright information for
BakIBT2023