2 Chronicles 31:20-21
20Был үҙгәрештәрҙе Хизкияһ бөтә Йәһүҙәлә ғәмәлгә ашыра. Ул үҙенең Аллаһы Раббы алдында яҡшы, дөрөҫ һәм тоғро ғәмәлдәр эшләй. 21Алла ҡорамындағы хеҙмәткә, Алла ҡанунының һәм бойороҡтарының үтәлешенә ҡағылышлы һәр эштә ул Аллаһына ынтылған хәлдә, бөтә йөрәктән ихлас башҡарған өсөн уңыш ҡаҙана.
Copyright information for
BakIBT2023