2 Chronicles 33
Йәһүҙә батшаһы Менашше
(4 Бат 21:1-10, 17-18)
1Тәхеткә ултырғанда Менашшеға ун ике йәш була. Ул Йәрүсәлимдә илле биш йыл батшалыҡ итә. 2Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. 3Атаһы Хизкияһ емергән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙа, Бәғелдәргә ҡорбан усаҡтары төҙөтә, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙыра, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табына. 4Раббының: «Минең исемем Йәрүсәлимдә мәңгегә төйәкләнер» тигән ҡорамында ят илаһтарға ҡорбан усаҡтары төҙөтә. 5Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла, бөтә күк есемдәренә бағышлап, ҡорбан усаҡтары яһата. 6Ул Бен-Һинном үҙәнендә улдарын утҡа һалып ҡорбан итә, күрәҙәлек, сихыр һәм тылсым менән шөғөлләнә, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралаша. Раббыға ҡаршы бик күп золом ҡылып, Уны асыуландыра. 7Менашше Алла ҡорамына ырып яһалған һынды урынлаштыра. Ә бит Алла Дауыт менән уның улы Сөләймәнгә: «Был йортта һәм Мин Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлимдә исемем мәңгегә төйәкләнер. 8Әгәр ҙә Мин уларға Муса аша еткергән бөтә ҡанунды, ҡағиҙә һәм ҡарарҙарҙы үтәһәләр, Мин ата-бабаларығыҙға биргән ерҙән исраилдар мәңге китмәҫ», – тип әйткән була. 9Ләкин Менашше Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын шул тиклем юлдан яҙҙыра, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылалар. 10Раббы Менашше менән уның халҡын киҫәтә, тик улар ҡолаҡ һалмай. 11Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә. 12Бәләгә тарығас, ул Аллаһы Раббыға бик ныҡ ялбара һәм ата-бабаларының Аллаһына ихлас буйһона. 13Ул доғаларын юллай һәм Алла уға илтифат итә, уның ялбарыуын ишетә, Йәрүсәлимгә ҡайтарып, тәхетенә ултырта. Шунда Менашше Раббының Алла икәнлеген аңлай. 14Шунан һуң ул Дауыт ҡалаһының тышҡы диуарын төҙөтә, уны Гихондан көнбайышта, үҙән буйлап Балыҡ ҡапҡаһына тиклем үткәреп, Ғофел тирәләй әйләндерә һәм бик ныҡ бейегәйтә. Йәһүҙәлә бөтә нығытылған ҡалаларға хәрби башлыҡтар ҡуя, 15сит аллаларҙы һәм Раббы ҡорамындағы һынды, Раббы ҡорамының тауында һәм Йәрүсәлимдә төҙөткән ҡорбан усаҡтарын емертә һәм ҡаланан тышҡа сығарып ташлаттыра. 16Раббының ҡорбан усағын аяҡҡа баҫтырып, унда татыулыҡ һәм шөкөр ҡорбандары килтерә, Йәһүҙә халҡына Исраил Аллаһы Раббыға табынырға бойора. 17Әммә халыҡ, үҙенең Аллаһы Раббыға бағышлаһа ла, ҡорбанды һаман табыныу ҡалҡыулыҡтарында килтереүен дауам итә. 18Менашшеның ҡалған бөтә ғәмәлдәре, уның үҙ Аллаһына доғаһы, уға Исраил Аллаһы Раббы исеменән өндәшкән әүлиәләрҙең һүҙҙәре «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 19Уның доғаһы ла, үтенесенең ҡабул ителеүе лә, Аллаға ихлас буйһонғанға тиклем ҡылған бөтә гонаһтары һәм хыянаттары ла, ул табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөткән, Ашераға ҡолғалар, боттар ҡуйҙыртҡан урындары тураһында Хозайҙың яҙмаларында һүрәтләнә. 20Менашше үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм үҙ һарайында дәфен ҡылына. Уның урынына улы Амон тәхеткә ултыра.Йәһүҙә батшаһы Амон
(4 Бат 21:19-24)
21Амон егерме ике йәшендә тәхеткә ултыра һәм Йәрүсәлимдә ике йыл батша була. 22Әммә, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡыла; атаһы Менашше яһатҡан бөтә боттарға ҡорбандар килтерә, уларға табына. 23Раббыға атаһы Менашше Аллаға ихлас буйһонған һымаҡ буйһонмай, киреһенсә, гонаһтарын арттыра ғына. 24Ярандары Амонға ҡаршы фетнә ойоштора һәм уны һарайында үлтерә. 25Ил халҡы Амонға ҡаршы фетнә ойошторғандарҙың барыһын да ҡырып, улы Йошияһты батша итеп ҡуя.
Copyright information for
BakIBT2023