‏ 2 Chronicles 33:18-20

18Менашшеның ҡалған бөтә ғәмәлдәре, уның үҙ Аллаһына доғаһы, уға Исраил Аллаһы Раббы исеменән өндәшкән әүлиәләрҙең һүҙҙәре «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 19Уның доғаһы ла, үтенесенең ҡабул ителеүе лә, Аллаға ихлас буйһонғанға тиклем ҡылған бөтә гонаһтары һәм хыянаттары ла, ул табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөткән, Ашераға ҡолғалар, боттар ҡуйҙыртҡан урындары тураһында Хозайҙың яҙмаларында һүрәтләнә. 20Менашше үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм үҙ һарайында дәфен ҡылына. Уның урынына улы Амон тәхеткә ултыра.

Copyright information for BakIBT2023