2 Chronicles 34:29-33
29Батша, хәбәр ебәреп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең бөтә аҡһаҡалдарын янына йыйып ала. 30Шунан Йәһүҙә кешеләрен, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе, ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙе, олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә халыҡты эйәртеп, Раббы ҡорамына сыға. Шунда ул Раббы ҡорамында табылған Килешеү китабын уларға бәйнә-бәйнә ҡысҡырып уҡый. 31Батша, үҙ урынына баҫып, Раббы менән килешеү төҙөй: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирә. 32Батша Йәрүсәлимдә һәм Бинйәмин ерендә йәшәгән һәр кемгә шуны раҫларға бойора. Шулай итеп, Йәрүсәлим кешеләре ата-бабалары Аллаһының килешеүе буйынса йәшәй башлай. 33Йошияһ Исраил халҡы ерендәге бөтә әшәкене юҡ иттерә һәм Исраилдағы һәр кемгә үҙҙәренең Аллаһы Раббыға хеҙмәт итергә бойора. Уның дәүерендә улар ата-бабаларының Аллаһы Раббынан тайпылмай.
Copyright information for
BakIBT2023