2 Chronicles 34:3-7
3Батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында, үҫмер генә сағында, ул боронғо бабаһы Дауыттың Аллаһына ынтыла башлай, ә ун икенсе йылында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде табыныу ҡалҡыулыҡтарынан, Ашера ҡолғаларынан, уйылған һәм ҡойолма боттарҙан таҙартырға тотона. 4Уның бойороғо менән халыҡ Бәғелдең ҡорбан усаҡтарын һәм улар янындағы хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерә, Ашера ҡолғаларын ҡырҡа, уйылған һәм ҡойолма боттарҙы вата, онтаҡтарын уларға ҡорбан килтергәндәрҙең ҡәберҙәре өҫтөнә һибә. 5Ә боттарға табынған ҡаһиндарҙың һөйәктәрен ошо боттарға ҡорбан килтергән ҡорбан усаҡтарында яндыра, шул рәүешле Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде паклай. 6Нафтали ерҙәренә тиклем һуҙылған Менашше, Әфраим, Шимғон ырыуҙары ҡалаларында һәм уларҙың эргә-тирәһендәге бушап ҡалған ерҙәрҙә, 7бөтә Исраил илендә уларҙың ҡорбан усаҡтарын, Ашера ҡолғаларын юҡ иттерә, боттарын селпәрәмә килтереп ташлай. Шунан һуң Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта.
Copyright information for
BakIBT2023