‏ 2 Chronicles 34:8-13

Ҡанун китабының табылыуы

(4 Бат 22:3-20)

8Батшалыҡ итеүенең ун һигеҙенсе йылында, илде, Алла ҡорамын таҙартҡас, Йошияһ Асалъяһ улы Шафанды, ҡала мөдире Мағасеяһты, йылъяҙмасы Йоах Йоахаз улын Аллаһы Раббының ҡорамын төҙөкләндерергә ебәрә. 9Улар баш ҡаһин Хилҡияһҡа килә, Алла ҡорамына бирелгән көмөштәрҙе уға тапшыра. Был көмөштәрҙе тупһа һаҡлаусы левиҙәр менашшеларҙан, әфраимдар һәм башҡа исраилдарҙан, бөтә йәһүҙиҙәрҙән, бинйәминдәрҙән, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙән йыйған була. 10Был көмөш Раббы ҡорамындағы эштәргә етәкселек итергә тәғәйенләнгән кешеләргә бирелә. Улар йортто йүнәткән һәм аяҡҡа баҫтырған эшселәргә түләй. 11Улар балта оҫталарына, төҙөүселәргә Йәһүҙә батшалары емергән биналарҙы йүнәтеү өсөн юнылған таш менән өрлөк һәм элгес-күгәндәр өсөн ағас һатып алырға тип тарата. 12Был кешеләр эштә намыҫлы була, уларға күҙәтеүселәр итеп Мерари нәҫеле левиҙәре Яхаҫ менән Ғовадъяһ, Ҡыһаҫ нәҫеленән Зәкәрьяһ менән Мешуллам тәғәйенләнә. Уйын ҡоралдарында яҡшы уйнай белгән бөтә левиҙәр 13йөк ташыусыларҙы оҙатып йөрөй һәм һәр төрлө вазифа башҡарыусыларҙың эшен күҙәтә; сәркәтиптәр ҙә, мөдирҙәр ҙә, ҡапҡа һаҡсылары ла левиҙәрҙән була.

Copyright information for BakIBT2023