2 Chronicles 4
Ҡорам өсөн йыһаз һәм кәрәк-яраҡ эшләү
(3 Бат 7:23-51)
1Сөләймән баҡырҙан ҡорбан усағы эшләтә, уның буйын да, иңен дә егерме терһәк, бейеклеген ун терһәк иттерә. 2Сөләймән түп-түңәрәк яһалма диңгеҙ эшләтә: уның бер яғынан икенсе яғына ун терһәк тиклем булып, бейеклеге – биш терһәк һәм әйләнәһе – бау менән үлсәһәң – утыҙ терһәк була. 3Диңгеҙҙең аҫҡы өлөшө үгеҙ һүрәттәре менән уратып алынған була. Терһәк һайын унар итеп эшләнгән был һүрәттәр ике рәт булып, улар яһалма диңгеҙ менән тотош ҡойолған була. 4Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған була. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны – эске яҡта. 5Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы өс мең бат була. 6Тағы ун киҫмәк яһап, бишеһен баҡыр диңгеҙҙең уң, бишеһен һул яғына ҡуйҙыра. Был һауыттарҙа тотош яндырыу ҡорбандарын йыуалар, диңгеҙ иһә ҡаһиндар йыуыныр өсөн тәғәйенләнгән була. 7Ҡағиҙәгә ярашлы, алтындан ун шәмдәл эшләтә һәм ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ултырттыра. 8Тағы ла ун өҫтәл яһатып, ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ҡуйҙыра, шулай уҡ ҡан һирпеү өсөн йөҙ алтын сеүәтә эшләтә. 9Сөләймән ҡаһиндар өсөн ихата менән ҙур эске ихата, ике ихатаға ла ишектәр яһата, ишектәрҙе баҡыр менән көпләтә. 10Баҡыр диңгеҙҙе ҡорамдың көньяҡ-көнсығышына ҡуйҙырта. 11Хурам ▼▼ Хурам – «ІІІ Батшалар» китабында был кешене Хирам тип йөрөтәләр.
көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләй. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Алла ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамлай: 12ике бағана, уларҙың башына сеүәтә рәүешендә ике таж, таждарҙы биҙәү өсөн ике селтәр, 13бағаналарҙың башындағы сеүәтә һымаҡ таждарҙы уратып алған селтәрҙәрҙең икеһен дә биҙәү өсөн икешәр рәт итеп теҙелгән дүрт йөҙ анар емеше; 14таяуҙар һәм улар өҫтөндә киҫмәктәр; 15бер баҡыр диңгеҙ һәм диңгеҙ аҫтындағы ун ике үгеҙ һыны; 16көл көршәктәре, көрәктәр, сәнскеләр һәм башҡа кәрәк-яраҡ. Хурам-Ави Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн яһаған был әйберҙәрҙең барыһы ла шымартылған баҡырҙан була. 17Батша уларҙы Иордан үҙәнендә Суккоҫ менән Середа араһындағы балсыҡ сыҡҡан ерҙә ҡойҙора. 18Сөләймән эшләткән был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булмай. 19Сөләймән Алла йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтә: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға өҫтәлдәр, 20ҡағиҙәгә ярашлы, ҡорамдың эске бүлмәһе ҡаршыһында тоҡандырыла торған майшәмдәр менән уларҙың шәмдәлдәре лә саф алтындан; 21сәскәләр, майшәмдәр, ҡыҫҡыстар, 22филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәре һәм ҡорам залының ишектәре алтындан була.
Copyright information for
BakIBT2023