2 Chronicles 9:3-6
3Шева батшабикәһе Сөләймәндең аҡылын, һалдырған һарайын, 4табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китә. 5– Һинең ҡылған ғәмәлдәрең һәм зирәк аҡылың тураһында үҙ илемдә ишеткәндәрем дөрөҫ булып сыҡты, – ти ул батшаға. – 6Килеп үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә тиклем, был хәбәрҙәргә бик ышанып та етмәгәйнем. Баҡһаң, миңә һинең тәрән аҡылың тураһында яртыһын да һөйләмәгәндәр икән. Һин мин ишеткәндәгегә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк тораһың икән.
Copyright information for
BakIBT2023