‏ 2 Kings 11:1-3

Йәһүҙә батшабикәһе Ғаҫалъяһ

(2 Йыл 22:10-12; 23:1-21)

1Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, батша нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға кереште. 2Ләкин Йеһошевағ – Йеһорам батшаның ҡыҙы һәм Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны – Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш исемле улын урлап алып, һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерҙе. Шулай итеп, Йеһошевағ арҡаһында, Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерҙеләр һәм ул тере ҡалды. 3Илдә Ғаҫалъяһ батшалыҡ иткән ваҡытта, бала һөт әсәһе менән бергә алты йыл буйына Раббы ҡорамында йәшенеп йәшәне.

Copyright information for BakIBT2023