‏ 2 Kings 12

Йәһүҙә батшаһы Йоаш

(2 Йыл 24:1-27)

1Йеһуҙың Исраилда батшалыҡ итеүенең етенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йоаш ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә ҡырҡ йыл буйы батша булды. Әсәһе Сивья Беер-Шәвәғ ҡалаһынан ине. 2Йоаш ғүмере буйы Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, сөнки Йеһоядағ ҡаһин уны бер ваҡытта ла кәңәшенән өҙмәне. 3Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ уларҙа ҡорбан килтереүен һәм хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.

4Йоаш ҡаһиндарға:

– Раббы ҡорамына изге саҙаҡа рәүешендә килтерелгән бөтә көмөштө: кеше башынан түләнгән мәжбүри һалымды, вәғәҙә ителгән нәҙерҙәрҙе һәм халыҡтың үҙ ихтыяры менән биргән бүләктәрен туплағыҙ.
5Һәр ҡаһин үҙенең ярҙамсыларынан алған аҡсаны Раббы ҡорамының ҡайһы ерен йүнәтергә кәрәк, шунда тотонһон, – тип әмер бирҙе.

6Әммә Йоаштың батшалыҡ итеүенә егерме өсөнсө йыл киткәндә лә ҡаһиндар ҡорамды төҙөкләндерә башламағайны әле. 7Йоаш батша Йеһоядағты һәм башҡа ҡаһиндарҙы саҡырып алды ла:

– Нишләп һаман ҡорамды йүнәтмәйһегеҙ? – тип һораны. – Инде ярҙамсыларығыҙҙан көмөш алмағыҙ. Алған көмөштәрегеҙҙе Раббы йортон рәтләүгә бирегеҙ.

8Ҡаһиндар башҡаса халыҡтан ҡорамды төҙөкләндереүгә аҡса алмаҫҡа, шулай уҡ йүнәтеү эштәрендә ҡатнашмаҫҡа риза булды.

9Йеһоядағ ҡаһин бер һандыҡ алды, ҡапҡасына ярыҡ уйҙы ла, ҡорбан усағының уң яғына, ҡорамға инә торған урынға ҡуйҙы. Тупһала һаҡта торған ҡаһиндар һандыҡҡа халыҡ Раббы ҡорамына алып килгән аҡсаларҙы һала барҙы. 10Һандыҡта аҡса күп йыйылған һайын, батшаның кәтибе менән баш ҡаһин Раббы ҡорамына килтерелгән аҡсаларҙы иҫәпләп, тоҡҡа тултырҙы. 11Һаналған аҡсаны Раббы ҡорамын төҙөкләндереү эштәренә етәкселек итеүселәргә бирә барҙылар. Улар иһә бында эшләгән балта оҫталарына, төҙөүселәргә, 12ташсыларға, таш ҡырҡыусыларға хеҙмәт хаҡы түләне, Раббы йортон йүнәтеү өсөн ағас һәм эшкәртелгән таш һатып алыуға, башҡа ихтыяждарға тотондо. 13Раббы ҡорамында йыйылған аҡсалар көмөш тастар, сеүәтәләр, шәм филтәләрен таҙартҡыстар, борғолар, алтын һәм көмөш һауыттар яһау өсөн тотонолманы. 14Был көмөштөң барыһы ла эшселәргә түләүгә һәм йортто йүнәтеү өсөн файҙаланылды. 15Эшселәргә түләгән кешеләрҙән иҫәп-хисап талап ителмәне, сөнки улар ғәҙел эшләне. 16Ғәйеп һәм гонаһ ҡорбандары өсөн бирелгән аҡсалар иһә Раббы ҡорамына тотонолманы; улар ҡаһиндарға тәғәйенләнгәйне.

17Шул осорҙа Арам батшаһы Хазаил Ғаҫ ҡалаһына һөжүм итеп, уны ҡулға төшөрҙө, унан Йәрүсәлимгә һөжүм итергә булды. 18Йәһүҙә батшаһы Йоаш үҙенә тиклем булған Йәһүҙә батшалары Йеһошафат, Йеһорам, Ахазъяһ һәм үҙе тарафынан ҡорамға бағышланған барлыҡ изге әйберҙәрҙе, Раббы ҡорамының һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә һаҡланған бөтә алтынды алып, Арам батшаһына ебәрҙе. Бынан һуң Хазаил Йәрүсәлимдән сигенде.

19Йоаш батшаның башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.

20 21Йоаш батшаның ярандары уға ҡаршы мәкер ҡорҙо. Уларҙың икеһе – Йозакар Шимғаҫ улы менән Йозавад Шомер улы – Силлаға барған юлда, Бейт-Миллола батшаны үлтерҙе. Йоаш Дауыт ҡалаһында, аталары янына ерләнде. Урынына улы Амасъяһ тәхеткә ултырҙы.

Copyright information for BakIBT2023