‏ 2 Kings 16

Йәһүҙә батшаһы Ахаз

(2 Йыл 28:1-27)

1Пеҡах Ремалъяһ улының Исраилға батшалыҡ итеүенең ун етенсе йылында Йәһүҙәгә Ахаз Йоҫам улы батша булды. 2Тәхеткә ултырғанда Ахазға егерме йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итте. Ахаз боронғо бабаһы Дауыт батша кеүек булманы, Аллаһы Раббы күҙендә дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр ҡылды. 3Ул Исраил батшаларының юлынан китте, Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрҙе, хатта үҙ улын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙы. 4Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарҙа, түбәләрҙә, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында ҡорбан салды һәм хуш еҫ төтәтте.

5Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улы Йәрүсәлимгә һөжүм итте. Ҡаланы ҡамап торһалар ҙа, Ахазды еңә алманылар. 6Шул осорҙа Арам батшаһы Ресин Элаҫты яңынан яулап алды һәм унан Йәһүҙә халҡын ҡыуып ебәрҙе. Элаҫҡа Эдом халҡы күсеп килде һәм ҡабат төйәкләнде. Улар әле лә шунда йәшәй.

7Ахаз Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәргә: «Мин һинең ҡолоң һәм улыңмын. Зинһар, кил, миңә һөжүм иткән Арам менән Исраил батшалары ҡулынан ҡотҡар», – тип илселәр күндерҙе. 8Был хәбәр менән бергә Ахаз Ашшур батшаһына бүләккә Раббы ҡорамында һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә табылған бөтә алтын менән көмөштө ебәрҙе. 9Ашшур батшаһы Ахаздың үтенесен тыңланы һәм, ғәскәре менән Дамаскка һөжүм итеп, уны яулап алды, халҡын Ҡыйр ҡалаһына һөргөнгә ҡыуҙы, ә Ресинды үлтерҙе.

10Ахаз батша Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр менән осрашырға Дамаскка барғанында ундағы ҡорбан усағын күрҙе. Был усаҡтың һәр бер үҙенсәлеген сағылдырған өлгө эшләтеп Урияһ ҡаһинға ебәрҙе. 11Урияһ ҡаһин, Ахаз батша Дамасктан ҡайтҡанға тиклем, ул ебәргән өлгө буйынса тап шундай ҡорбан усағы яһатып ҡуйҙы. 12Дамасктан ҡайтҡас, батша ҡорбан усағын күрергә килде, эргәһенә килеп, өҫтөнә менде һәм унда ҡорбан ғәмәле ҡылды. 13Үҙенең тотош яндырыу ҡорбанын яндырҙы, икмәк саҙаҡаһы, түкмә ҡорбан килтерҙе, ҡорбан усағына татыулыҡ ҡорбанының ҡанын һирпте. 14Раббы хозурында торған баҡыр ҡорбан усағын ул, Раббы ҡорамының алдынан – яңы ҡорбан усағы менән Раббы ҡорамы араһында торған урынынан алып, әлеге яңы ҡорбан усағынан төньяҡтараҡ урынлаштырҙы.

15Ахаз батша Урияһ ҡаһинға:

– Иртәнге тотош яндырыу ҡорбанын, киске икмәк саҙаҡаһын, батшаның тотош яндырыу ҡорбанын һәм икмәк саҙаҡаһын, илдең бөтә халҡының тотош яндырыу ҡорбандарын һәм икмәк саҙаҡаларын, халыҡтың түкмә ҡорбандарын ошо ҙур ҡорбан усағында килтер. Бөтә ҡорбандарҙың, тотош яндырыу ҡорбандарының ҡанын ошо усаҡҡа һирп. Ә баҡыр усаҡты күрәҙәлек итеү өсөн үҙем тотонасаҡмын, – тип бойорҙо.

16Урияһ ҡаһин Ахаз батшаның ҡушҡандарын еренә еткереп үтәне.

17Ахаз батша киҫмәктәр ҡуйылған таяуҙарҙың тирәстәрен һындырып ташлатты, уларҙың өҫтөндәге йыуынғыстарҙы алдырҙы. Баҡырҙан яһалған үгеҙ һындары өҫтөндә торған «диңгеҙ» тип аталған һауытты төшөрөп, таш нигеҙ өҫтөнә ҡуйҙырҙы. 18Раббы ҡорамында шәмбе көндәрендә ғибәҙәт ҡылыу өсөн файҙаланылған көплө юлды һәм батшалар ҡорамға инеп йөрөгән айырым ишекте Раббы йортонан алып ташлатты. Быларҙың барыһын да Ахаз Ашшур батшаһына ярар өсөн эшләне.

19Ахаздың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 20Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Уның урынына улы Хизкияһ батша булды.

Copyright information for BakIBT2023