‏ 2 Kings 21:19-24

Йәһүҙә батшаһы Амон

(2 Йыл 33:21-25)

19Амон егерме ике йәшендә тәхеткә ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә ике йыл батша булды. Әсәһе – Йотва ҡалаһынан Харустың ҡыҙы Мешулләмәҫ ине. 20Амон, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды, 21һәр эштә атаһының юлын ҡыуып, атаһы хеҙмәт иткән боттарға табынды, уларға хеҙмәт итте. 22Ул ата-бабаларының Аллаһы Раббынан ваз кисте, Раббының юлынан йөрөмәне.

23Ярандары Амонға ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны һарайында үлтерҙе. 24Ил халҡы Амонға ҡаршы фетнә ойошторғандарҙың барыһын да ҡырып, улы Йошияһты батша итеп ҡуйҙы.

Copyright information for BakIBT2023