2 Kings 23:21-23
Йошияһ менән халыҡтың Ҡотҡарылыу байрамын үткәреүе
(2 Йыл 35:1, 18-19)
21Батша бар халыҡҡа: «Ошо Килешеү китабында яҙылғанса, Аллағыҙ Раббыға бағышлап Ҡотҡарылыу байрамын үткәрегеҙ», – тип бойороҡ бирҙе. 22Исраилға идара иткән хакимдар заманынан һуң, Исраил батшалары дәүерендә лә, Йәһүҙә батшалары хакимлыҡ иткән ваҡыттарҙа ла Ҡотҡарылыу байрамының был рәүешле билдәләп үтелгәне булманы. 23Шулай итеп, Раббыға бағышланған был Ҡотҡарылыу байрамы Йошияһ батшалығының ун һигеҙенсе йылында Йәрүсәлимдә уҙғарылды.
Copyright information for
BakIBT2023