‏ 2 Kings 23:31-35

Йәһүҙә батшаһы Йеһоахаз

(2 Йыл 36:2-4)

31Тәхеткә ултырғанда Йеһоахазға егерме өс йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итте. Әсәһе – Хамутал Ливна ҡалаһынан Йермеяһ ҡыҙы ине. 32Йеһоахаз ата-бабалары кеүек үк Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. 33Йәрүсәлимдә башҡа батшалыҡ итмәһен өсөн, фирғәүен Нехо Йеһоахазды Хамаҫ ерендә, Ривлала, әсиргә алды һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш, бер талант алтын күләмендә түләү һалды. 34Йошияһтың улы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, атаһының урынына батша итеп ҡуйҙы. Йеһоахазды иһә Мысырға алып китте. Йеһоахаз шунда үлде. 35Йеһояҡим фирғәүенгә алтынды һәм көмөштө бирҙе. Фирғәүен талап иткән тиклем алтын-көмөш йыйыр өсөн Йеһояҡим ил халҡына, һәр береһенең байлығына ҡарап, һалым һалды.

Copyright information for BakIBT2023