‏ 2 Kings 24

1Йеһояҡим батшалыҡ иткән осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәгә яу менән килде. Йеһояҡим өс йыл буйы уға буйһоноп йәшәне, унан һуң баш күтәрҙе. 2Раббы, Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша әйткәндәренә ярашлы, Йәһүҙәне юҡ итер өсөн уға ҡаршы Халдей, Арам, Моав, Ғаммон баҫҡынсыларын ебәрҙе. 3 4Һис шикһеҙ, былар барыһы ла Раббы ихтыяры менән эшләнде. Менашшеның гонаһтары, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түккәне өсөн Раббы Йәһүҙәне хозурынан алып ташламаҡ булды. Менашше Йәрүсәлимде ҡанға батырғайны һәм Раббы уны ғәфү итергә теләмәне.

5Йеһояҡимдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 6Йеһояҡим үлеп, ата-бабаларына ҡушылғас, уның урынына улы Йеһояхин батша булды.

Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин

(2 Йыл 36:9-10)

7Мысыр фирғәүене башҡаса үҙ ерҙәренән сыҡманы, сөнки Бабил батшаһы уның Мысыр сигендәге йылғанан алып Евфрат йылғаһына тиклемге бөтә биләмәләрен яулап алғайны.

8Йеһояхин ун һигеҙ йәшендә тәхеткә ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итте. Әсәһе Йәрүсәлимдән Нехушта Әлнаҫан ҡыҙы ине. 9Йеһояхин да, атаһы һымаҡ, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.

10Шул осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносорҙың ғәскәрҙәре Йәрүсәлимгә килде һәм уны ҡамап алды. 11Яугирҙәре ҡаланы ҡамаған саҡта Навуходоносор үҙе Йәрүсәлимгә килгәс, 12Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин әсәһе, хеҙмәтселәре, түрәләре һәм һарай әһелдәре менән бергә Бабил батшаһына баш һалды. Навуходоносор Бабилға батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында Йеһояхинды әсиргә алды. 13Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы. 14Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙең барыһын: бөтә түрәләрҙе, ҡаһарман яугирҙәрҙе, балта оҫталарын һәм тимерселәрҙе – ун мең кешене һөргөнгә алып китте. Йәһүҙә халҡының иң ярлыларынан башҡа бер кем дә ҡалманы.

15Навуходоносор Йеһояхинды Бабилға һөргөнгә алып китте. Уның менән бергә әсәһе, ҡатындары, һарай әһелдәре һәм илдең күренекле кешеләре лә Йәрүсәлимдән Бабилға һөрөлдө. 16Бынан тыш көслө һәм һуғышҡа әҙер булған ете мең яугир, меңәрләгән балта оҫталары һәм тимерселәр Бабилға ҡыуып алып кителде. 17Навуходоносор Йеһояхиндың урынына уның атаһының ҡустыһы Маттанъяһты, исемен Сидкияһҡа үҙгәртеп, батша итеп ҡуйҙы.

Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ

(2 Йыл 36:11-14; Йер 52:1-3)

18Тәхеткә ултырғанда Сидкияһҡа егерме бер йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Хамутал – Ливна ҡалаһынан Йермеяһтың ҡыҙы ине. 19Сидкияһ та, Йеһояҡим кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. 20Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны.

Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.

Copyright information for BakIBT2023