‏ 2 Kings 3

1Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттың ун һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Ахав улы Йорам ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте. 2Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, әммә әсәһе менән атаһы кеүек түгел ине, сөнки атаһының Бәғелгә бағышлап ҡуйҙырған табыныу бағанаһын ватып ташланы. 3Әммә ул Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының яман эштәрен дауам итте, уларҙан баш тартманы.

Моав менән һуғыш

4Моав батшаһы Мешағ малды бик күп аҫырай ине. Ул Исраил батшаһына яһаҡҡа йыл һайын йөҙ мең һарыҡ бәрәсе һәм йөҙ мең һарыҡ тәкәһенең йөнөн ебәрә торған булды. 5Әммә Ахав үлгәндән һуң, Моав батшаһы Исраилға ҡаршы баш күтәрҙе. 6Шул саҡ Йорам батша Самариянан сыҡты ла бөтә Исраил ғәскәрен бер урынға тупланы. 7Ул Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатҡа:

– Моав батшаһы миңә ҡаршы фетнә күтәрҙе. Минең менән бергә уға ҡаршы яуға бараһыңмы? – тип хәбәр ебәрҙе.

– Барам, – тип яуапланы Йеһошафат. – Һин нисек, мин дә шулай. Минең ғәскәрем – һинең ғәскәрең, минең аттарым – һинең аттарың.

8Шунан:

– Ҡайһы юлдан барайыҡ? – тип һораны.

– Эдом сүле юлынан, – тип яуап ҡайтарҙы Йорам.

9Исраил, Йәһүҙә һәм Эдом батшалары бергәләшеп юлға сыҡты. Урауҙан ете көн буйы барғас, уларҙың эсер һыуы бөттө. Ғәскәрҙәр ҙә, малдар ҙа сарсаны.

10– Һәләк булдыҡ! – тине Исраил батшаһы. – Раббы өсөбөҙҙө бергә Моав ҡулына бирергә йыйынғандыр.

11– Бында Раббының пәйғәмбәре юҡмы? – тип һораны Йеһошафат. – Уның аша Раббынан кәңәш һорар инек.

– Шафат улы Ильясиғин бында. Ильястың ҡулына ул һыу ҡоя торғайны, – тип яуапланы Исраил батшаһының ярандарынан берәү.

12– Раббының һүҙен ул әйтә ала, – тине Йеһошафат.

Шунан Йеһошафат, Исраил һәм Эдом батшалары бергәләшеп Ильясиғинға киттеләр.

13– Һиңә минән ни кәрәк? – тип ҡаршыланы Ильясиғин Исраил батшаһын. – Атаң менән әсәңдең пәйғәмбәрҙәренә барыр инең.

– Улай тимә! – тине Исраил батшаһы. – Раббы беҙҙе, өс батшаны, моавтарҙың ҡулына тапшырыр өсөн бында йыйған.

14– Мин хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: әгәр Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатты ихтирам итмәһәм, һиңә күтәрелеп тә ҡарамаҫ инем, – тине Ильясиғин. – 15Ә хәҙер арфала уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ.

Арфасы килеп уйнай башлағайны, Ильясиғинға Раббының ҡөҙрәте иңде.

16– Раббы был үҙәндең һәр тарафында соҡорҙар ҡаҙырға ҡуша, – тине Ильясиғин. – 17Сөнки Раббы былай ти: «Ел дә, ямғыр ҙа күрмәҫһегеҙ, әммә үҙәнгә һыу тулыр. Үҙегеҙ ҙә, эре һәм ваҡ малдарығыҙ ҙа туйғансы эсерһегеҙ». 18Тик Раббы өсөн был ғына аҙ. Ул Моавты ла ҡулығыҙға тапшырыр. 19Уларҙың бөтә нығытмалы ҡалаларын һәм һайланма ҡалаларын яулап алырһығыҙ, бөтә яҡшы ағастарын ҡырҡып ташларһығыҙ, һыу сығанаҡтарын күмерһегеҙ, бөтә иң уңдырышлы баҫыуҙарын таш менән ҡыйларһығыҙ.

20Икенсе көндө иртәнсәк, икмәк саҙаҡаһы килтергән ваҡытта, Эдом яғынан һыу ағып килде лә бөтә үҙәнде тултырҙы.

21Батшаларҙың яу менән килгәнен ишетеп, Моав халҡының ҡорал тота алған йәше-ҡарты бергә тупланып, сик буйына баҫты. 22Иртә таңдан торҙолар. Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡты һәм уның һыу өҫтөндәге сағылышы моавтарға алыҫтан ҡып-ҡыҙыл ҡан булып күренде.

23– Был бит ҡан! – тип ҡысҡырыштылар. – Ахыры, был батшалар үҙ-ара һуғышып, бер-береһен ҡырып бөткәндер. Әйҙәгеҙ, моавтар, яумал артынан барайыҡ!

24Әммә, тупламға яҡынлашыуҙары булды, исраилдар уларға ташланды. Моавтар ҡаса башланы, тегеләр иһә уларҙы арттарынан баҫтырып ҡырҙы. 25Ҡалаларын емерҙеләр, үткән береһе таш ырғытып, иң уңдырышлы баҫыуҙарын ҡыйланылар, һыу сығанаҡтарын күмделәр, яҡшы ағастарын ҡырҡып ташланылар. Ахыр сиктә бары тик Ҡир-Харәсәҫ ҡалаһының таш диуарҙары ғына тороп ҡалды. Һапҡы менән ҡоралланған яугирҙәр уны ла уратып алып һөжүм итте.

26Еңелә башлағанын һиҙеп, Моав батшаһы ҡылыслы ете йөҙ яугире менән Эдом батшаһының ғәскәрҙәре тәңгәленән йырып сыҡмаҡ булды, әммә уңышһыҙлыҡҡа осраны. 27Шул саҡ батша үҙе урынына тәхеткә ултырырға тейеш булған иң өлкән улын ҡала диуары өҫтөндә тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Был хәл исраилдарҙы шул тиклем тетрәндерҙе ки, улар ҡаланан сигенде һәм боролоп үҙ илдәренә ҡайтып китте.

Copyright information for BakIBT2023