‏ 2 Kings 7

1– Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. – Ул былай ти: «Иртәгә ошо ваҡытта Самарияның ҡапҡаһы янында бер сеа
Сеа – ашлыҡ, ярма, он үлсәү берәмеге, 7,3 л.
иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатыласаҡ».

2Батшаның оҙатып йөрөгән иң яҡын яраны Алла бәндәһенә яуап итеп:

– Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел, – тине.

– Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ, – тине Ильясиғин.

Арам ғәскәренең ҡасыуы

3Был мәлдә ҡала ҡапҡаһы эргәһендә махау ауырыулы дүрт кеше ултыра ине. Улар бер-береһенә:

– Нимә тип беҙ бында үлем көтөп ултырабыҙ?
4Ҡалаға инәйек тиһәк, унда аслыҡ – үләсәкбеҙ. Бында ултырһаҡ та шул уҡ үлем. Әйҙә арамиҙар тупламына барайыҡ. Тере ҡалдырһалар, йәшәрбеҙ; үлтерһәләр – үлербеҙ, – тине.

5Эңер ҡараңғылығында арамиҙар тупламына йүнәлделәр. Барһалар – унда бер кем дә юҡ. 6Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп, 7сатырҙарын, аттарын, ишәктәрен, бөтә тупламды, нисек булған, шул килеш ташлап, йәндәрен ҡотҡарыр өсөн төн ҡараңғылығына тороп йүгергәндәр.

8Теге махау ауырыулы кешеләр туплам янына килеп, бер сатырға инде. Унда туйғансы ашап-эскәндән һуң, алтын-көмөш, кейем-һалым алып сыҡтылар ҙа бер урынға йәшереп ҡуйҙылар. Шунан икенсе сатырға инделәр. Унан да алып сығып йәшерҙеләр.

9Артабан иһә:

– Яңылыш эшләйбеҙ беҙ, – тиештеләр. – Был һөйөнөслө хәбәрҙе еткермәйенсә таңға саҡлы көтһәк, ғәйепкә тарырбыҙ. Әйҙәгеҙ, батша һарайына барып әйтәйек.

10Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға:

– Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.

11Һаҡсылар был хәбәрҙе батша һарайына еткерҙе.

12Төн ине әле. Батша тороп ярандарына:

– Арамиҙарҙың ниәтен беләм мин, – тине. – Уларға беҙҙең аслыҡтан интеккәнебеҙ билдәле. Шуға күрә тупламдарын ташлап ҡырҙа йәшенгәндәр ҙә беҙҙең ҡаланан сыҡҡанды көтәләрҙер. Сығыуыбыҙ булыр, беҙҙе тереләй тотоп алырҙар, ҡаланы ҡулға төшөрөрҙәр.

13Шул саҡ батша ярандарының береһе:

– Ҡалала ҡалған аттарҙың бишеһен алайыҡ та бер нисә кешене тупламға нимә булғанын белергә ебәрәйек. Унда барғандың да, бында ҡалған исраилдарҙың да шул бер яҙмыш – үлем бит, – тип тәҡдим итте.

14Аттарҙы ике яу арбаһына ектеләр һәм батша бер нисә кешене:

– Барығыҙ, ни булғанын белеп ҡайтығыҙ, – тип арамиҙар ғәскәре артынан оҙатты.

15Улар арамиҙар ғәскәре эҙенән Иордан йылғаһына тиклем барҙы. Юл буйынса арамиҙар ҡасҡан ваҡытта ташлап киткән кейем-һалым һәм башҡа нәмәләр аунап ята ине. Кире ҡайтып, был хаҡта батшаға хәбәр иттеләр.

16Самария халҡы ҡаланан сығып, арамиҙар тупламын талай башланы. Әйбер шул тиклем күп ине, шуға күрә хас та Раббы әйткәнсә булды: бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатылды.

17Батша ҡала ҡапҡаһын һаҡларға үҙен оҙатып йөрөгән иң яҡын яранын билдәләгәйне. Тышҡа атлыҡҡан халыҡ уны ҡапҡа эргәһендә тапап үлтерҙе. Алла бәндәһе был хаҡта алдан, батша уның янына килгәндә әйткәйне. 18Барыһы ла Алла бәндәһе батшаға әйткәнсә булды: «Иртәгә ошо мәлдә Самария ҡапҡаһы янында ике сеа арпа һәм бер сеа иң һәйбәт он бер шекел көмөшкә һатыласаҡ», – тип әйткәс, 19батшаның был яраны: «Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел», – тип яуап ҡайтарғайны. Алла бәндәһе иһә: «Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ», – тигәйне. 20Шулай булды ла: халыҡ ул яранды ҡапҡа төбөндә тапап китте һәм яран үлде.

Copyright information for BakIBT2023