2 Kings 8
Шунем ҡатынының ҡайтыуы
1Ильясиғин үҙе терелткән баланың әсәһенә: – Һин бар, ғаиләңде ал да бынан кит. Ҡайһы ерҙә йәшәй алһаң, шунда урынлаш. Раббы был ергә ҡытлыҡ ебәрә. Ете йыл буйы бында аслыҡ буласаҡ, – тигәйне. 2Ҡатын Алла бәндәһенең әйткәнен тыңлап, ғаиләһе менән пелешти еренә күсеп китте һәм ете йыл шунда йәшәне. 3Ете йылдан һуң ул пелештиҙәр еренән әйләнеп ҡайтты ла, баҫыуы менән өйөн кире биреүҙе юллап, батшаға килде. 4Тап шул ваҡытта батша Алла бәндәһенең хеҙмәтсеһе Гехазиҙан Ильясиғин ҡылған бөйөк ғәмәлдәр тураһында һорашып ултыра ине. 5Гехази батшаға пәйғәмбәрҙең үлгән баланы терелткәне хаҡында һөйләгәндә, үҙенең йортон һәм баҫыуын ҡайтарыуҙы һорап, улы терелгән ҡатын килеп инде. – Хакимым батша, – тине Гехази. – Ана мин һөйләгән ҡатын. Ә эргәһендә Ильясиғин терелткән улы тора. 6Батша ҡатындан һораша башланы. Ҡатын барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша һарай әһелдәренең береһен саҡырып, ҡатындың эштәрен яйға һалыуҙы хәстәрләргә ҡушты. – Был ҡатындың бар мөлкәтен һәм ул илдән сығып киткәндән алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр уның ере биргән уңышты ҡайтарып бирһендәр, – тип бойорҙо.Ильясиғин менән Арам батшаһы Бен-Һадад
7Ильясиғин Дамаскка килде. Был осорҙа Арам батшаһы Бен-Һадад ауырып ята ине. Батшаға Алла бәндәһенең ҡалала икәнен хәбәр иттеләр. 8Батша Хазаил тигән кешегә: – Бүләк ал да Алла бәндәһенә ҡаршы сыҡ. Уның аша Раббынан һора: был сирҙән ҡотолорға насип булырмы миңә, юҡмы? – тине. 9Хазаил бүләккә Дамасктағы иң яҡшы нәмәләрҙе һайлап алды ла, уларҙы ҡырҡ дөйәгә артмаҡлатып, Ильясиғинға юлланды. Уны осратҡас: – Ҡолоң Арам батшаһы Бен-Һадад сиренән ҡотолорға насип булырмы-юҡмы икәнен белешергә ебәрҙе, – тине. 10– Ҡайтып уға: «Һауығаһың», тип әйт, тик Раббы миңә уның үләсәген белдерҙе, – тип яуапланы Ильясиғин. 11Шунан Алла бәндәһе Хазаилға, ул уңайһыҙланғансы, оҙаҡ ҡарап торҙо ла илап ебәрҙе. 12– Хакимым, нишләп илайһың? – тип һораны Хазаил. – Һинең Исраил халҡына ниндәй яуызлыҡтар ҡыласағыңды беләм, – тине Ильясиғин. – Ҡәлғәләрен яндырасаҡһың, егеттәрен ҡылыстан үткәрәсәкһең, сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡлаясаҡһың, ауырлы ҡатындарының ҡарынын ярасаҡһың. 13– Мин ҡолоң бер ҡорсаңғы эт кенә бит. Шул тиклем эштәрҙе башҡарырға ҡайҙан ҡулымдан килһен? – тине Хазаил. – Раббы миңә һинең Арам батшаһы буласағыңды белдерҙе, – тип яуап ҡайтарҙы Ильясиғин. 14Хазаил Ильясиғин янынан хакимы батшаға әйләнеп ҡайтты. – Алла бәндәһе нимә тине? – тип һораны Бен-Һадад. – Мотлаҡ шәбәйәсәкһең, тине, – тип яуапланы Хазаил. 15Әммә икенсе көндө юрған алып һыуланы ла, батшаның битенә ҡаплап, үлтерҙе. Үҙе уның урынына тәхеткә ултырҙы.Йәһүҙә батшаһы Йеһорам
(2 Йыл 21:5-10, 20)
16Ахав улы Йорамдың Исраилда батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Йеһошафат әле Йәһүҙә батшаһы булған саҡта, тәхеткә уның улы Йеһорам ултырҙы. 17Батша булғанда Йеһорамға утыҙ ике йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл хакимлыҡ итте. 18Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. 19Шулай булһа ла Раббы, ҡоло Дауыт хаҡына Йәһүҙәне һәләк итергә теләмәй ине, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргәйне. 20Йеһорам батша булған ваҡытта эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп уның хакимлығы аҫтынан сыҡты һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуйҙы. 21Йеһорам бөтә яу арбалары менән Сағирға йүнәлде. Бында уны Эдом ғәскәре уратып алды. Әммә Йеһорам төндә яу арбаларының башлыҡтары менән бергә ҡамалышты йырып сыҡты. Йәһүҙә яугирҙәре өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте. 22Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрҙе. 23Йеһорамдың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 24Йеһорам вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Унан һуң улы Ахазъяһ батша булды.Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ
(2 Йыл 22:1-6)
25Исраил батшаһы Йорам Ахав улы хакимлығының ун икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултырҙы. 26Ахазъяһ егерме ике йәшендә батша булды һәм Йәрүсәлимдә бер йыл батшалыҡ итте. Уның әсәһе Исраил батшаһы Ғомриҙың ейәнсәре Ғаҫалъяһ ине. 27Ахав нәҫеле менән туғанлашҡанға күрә, Ахазъяһ та Ахав йортоноң юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды. 28Ахазъяһ Исраил батшаһы Йорам Ахав улы менән бергә Ғилғәд Рамоҫына Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы яуға барҙы. Был һуғышта арамиҙар Йорамды яраланы. 29Йорам батша Арам батшаһы Хазаил менән һуғышҡанда алған яраларын дауаларға Изреғилгә ҡайтты. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килде.
Copyright information for
BakIBT2023