2 Kings 13
Исраил батшаһы Йеһоахаз
1Ахазъяһ улы Йоаштың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерме өсөнсө йылында Самарияла Исраил тәхетенә Йеһу улы Йеһоахаз ултырҙы һәм ун ете йыл батшалыҡ итте. 2Йеһоахаз Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы, был гонаһтарҙан ваз кисмәне. 3Шул арҡала Раббының Исраилға асыуы ялҡынланды һәм уларҙы оҙаҡ ваҡытҡа Арам батшаһы Хазаил менән Хазаилдың улы Бен-Һададтың ҡулына тапшырҙы. 4Йеһоахаз Раббыға ялбарҙы һәм Раббы уның доғаһына ҡолаҡ һалды, сөнки Арам батшаһының Исраил халҡын ни тиклем аяуһыҙ иҙгәнен күрҙе. 5Раббы исраилдарға бер ҡотҡарыусы ебәрҙе. Шулай итеп, халыҡ арамиҙар золомонан ҡотолдо һәм элеккесә үҙ сатырҙарында тыныс йәшәй башланы. 6Әммә улар Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам нәҫеленең гонаһтарынан ваз кисмәне, уларҙың юлын ҡыуҙы. Самарияла алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолға һаман да ҡала бирҙе. 7Йеһоахаздың ғәскәрендә илле һыбайлы, ун яу арбаһы, ун мең йәйәүле яугир генә ҡалды. Башҡаларын Арам батшаһы аяҡ аҫтындағы тупраҡ кеүек тапап юҡ иткәйне. 8Йеһоахаздың башҡа ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 9Йеһоахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Йеһоаш ултырҙы.Исраил батшаһы Йеһоаш
10Йоаштың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ етенсе йылында, Самарияла Исраил тәхетенә Йеһоахаз улы Йеһоаш ултырҙы һәм ун алты йыл батшалыҡ итте. 11Йеһоаш Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы, уның гонаһтарынан ваз кисмәне. 12Йеһоаштың башҡа бөтә ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары, Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ менән һуғышҡаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 13Йеһоаш үлеп, ата-бабалары хозурына күсте. Уның урынына тәхеткә Яровғам ултырҙы. Йеһоаш Самарияла Исраилдың башҡа батшалары янында ерләнде.Ильясиғиндың вафаты
14Ильясиғин үлемесле сир менән ауырып китте. Исраил батшаһы Йеһоаш уның янына килеп: – Атаҡайым минең, атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип һамаҡлап иланы. 15– Ҡулыңа уҡ менән йәйә ал, – тине уға Ильясиғин. Батша уҡ менән йәйә алды. 16Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Йәйәңде әҙерлә, – тине. Батша йәйәне әҙерләгәс, Ильясиғин ҡулдарын батшаның ҡулдары өҫтөнә ҡуйҙы. 17Шунан уға: – Көнсығышҡа ҡараған тәҙрәне ас! – тип бойорҙо. Батша тәҙрәне асҡандан һуң, Ильясиғин: – Уҡты ат! – тине. Батша уҡты атып ебәрҙе. – Был Раббының еңеү уғы, арамиҙарҙы еңеү уғы! Афеҡта һин арамиҙарҙың ғәскәрен тулыһынса тар-мар итерһең, – тине Ильясиғин. 18Артабан пәйғәмбәр батшаға: – Уҡтарҙы ал, – тине. Исраил батшаһы уҡтарҙы алғас, Ильясиғин уға: – Уҡтар менән ергә һуҡ, – тине. Батша уҡтар менән өс тапҡыр ергә һуҡты ла туҡтаны. 19Алла бәндәһе Ильясиғин: – Биш-алты тапҡыр һуғырға кәрәк ине. Ул саҡта арамиҙарҙы тотош еңгән булыр инең. Хәҙер уларҙы өс тапҡыр ғына еңәсәкһең, – тип асыуланды. 20Ильясиғин вафат булды һәм уны ерләнеләр. Йыл һайын Моав баҫҡынсылары Исраилға һөжүм итә торғайны. 21Бер мәлде исраилдар үлгән кешене дәфен ҡыла ине, ҡапыл Моав баҫҡынсыларын күреп ҡалдылар ҙа, мәйетте Ильясиғиндың төрбәһенә ташлап ҡастылар. Ильясиғиндың һөйәктәренә тейгән мәйет терелеп, аяғына баҫты.Исраил менән Арам араһында һуғыш
22Йеһоахаздың ғүмере буйына Арам батшаһы Хазаил исраилдарҙы иҙҙе. 23Әммә Раббы Исраил халҡын йәлләне, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән төҙөшкән килешеүе хаҡына уларға рәхим-шәфҡәт күрһәтте. Уларҙы юҡ итергә теләмәне, әлеге көнгә ҡәҙәр уларҙан ваз кисмәне. 24Арам батшаһы Хазаил вафат булғас, урынына улы Бен-Һадад тәхеткә ултырҙы. 25Исраил батшаһы Йеһоаш Бен-Һадад Хазаил улын өс тапҡыр тар-мар итте һәм, атаһы Йеһоахаз батшалыҡ иткән дәүерҙә, Хазаил яулап алған ҡалаларҙың барыһын да кире тартып алды.
Copyright information for
BakIBT2023