‏ 2 Kings 14

Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ

(2 Йыл 25:1-24)

1Йеһоаш Йеһоахаз улының Исраилда батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Амасъяһ Йоаш улы ултырҙы. 2Ул егерме биш йәшендә батша булды һәм Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йеһоғаддан Йәрүсәлимдән ине. 3Амасъяһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Әммә уның эштәре боронғо бабаһы Дауыттыҡы һымаҡ булманы. Ул һәр яҡтан атаһы Йоашты ҡабатланы. 4Табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ уларҙа ҡорбан салыуын, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.

5Тәхетендә нығынғас, Амасъяһ атаһы Йоаш батшаны үлтергән ярандарын язаланы. 6Әммә ул үлтереүселәрҙең балаларына ҡағылманы, сөнки Муса ҡануны китабында Раббы былай ти: «Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен».

7Амасъяһ Тоҙло үҙәндә ун мең Эдом яугирен ҡырҙы. Ул Села ҡалаһын яулап алды һәм уға Йоҡтеил тип исем бирҙе. Был ҡала бөгөнгә тиклем шулай атала.

8Бынан һуң Амасъяһ Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрҙе.

9Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһҡа былай тип яуапланы: «Бер заман Ливанда үҫкән сәнскәк ҡыуаҡ кедр ағасына: „Ҡыҙыңды минең улыма кәләш итеп бир“, тип яусы ебәргән, имеш. Әммә Ливандың бер ҡырағай януары, үтеп барышлай уны иҙә тапап киткән, ти. 10Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит».

11Әммә Амасъяһ ҡолаҡ һалманы. Шуға күрә Исраил батшаһы Йеһоаш яуға сыҡты һәм Йәһүҙәнең Бейт-Шәмәш ҡалаһында Амасъяһ менән йөҙмә-йөҙ осрашты. 12Йәһүҙә ғәскәре исраилдар тарафынан тар-мар ителде һәм яугирҙәр өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте. 13Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Ахазъяһтан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә алды. Шунан Йеһоаш Йәрүсәлимгә барып, ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертте. 14Бынан һуң ул Раббы ҡорамында һәм батша һарайының хазина келәттәрендә булған бөтә алтын-көмөштө, затлы һауыт-һабаны талап алды. Байтаҡ халыҡты аманат итеп Самарияға алып ҡайтып китте.

15Йеһоаштың башҡа бөтә ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары, Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ менән һуғышҡаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 16Йеһоаш вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла Исраил батшалары янында ерләнде. Урынына улы Яровғам тәхеткә ултырҙы.

Йәһүҙә батшаһы Амасъяһтың вафаты

(2 Йыл 25:25–26:2)

17Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ Йоаш улы Исраил батшаһы Йеһоаш Йеһоахаз улы үлгәндән һуң ун биш йыл йәшәне. 18Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.

19Йәрүсәлимдә Амасъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторолдо. Ул Лахиш ҡалаһына ҡасты, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтерттеләр. 20Амасъяһтың мәйетен, атта Йәрүсәлимгә алып ҡайтып, Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнеләр.

21Йәһүҙә халҡы Амасъяһ урынына уның ун алты йәшлек улы Ғазаръяһты
Ғазаръяһ – ул Ғуззияһ тип тә бирелгән (ҡарағыҙ: 15:13; «І Йылъяҙма», 6:9).
тәхеткә ултыртты.
22Атаһы Амасъяһ үлеп ата-бабалары хозурына күскәндән һуң, Ғазаръяһ Элаҫ ҡалаһын ҡабаттан Йәһүҙәгә ҡайтарҙы һәм яңынан төҙөнө.

Исраил батшаһы Яровғам ІІ

23Амасъяһ Йоаш улының Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең ун бишенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Яровғам Йеһоаш улы ултырҙы һәм ҡырҡ бер йыл батшалыҡ итте. 24Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне. 25Исраил Аллаһы Раббының Үҙенең ҡоло Юныс пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренә ярашлы, Яровғам Исраилдың Лево-Хамаҫтан алып Ғарава күленә тиклемге биләмәләрен кире ҡайтарҙы. Юныс Амиттай тигән кешенең улы булып, Ғаҫ-Хефәр ҡалаһынан ине.

26Раббы Исраил халҡының ни тиклем ауыр ғазапҡа тарығанын күрә йөрөнө: ҡол булһын, ирекле булһын, уларға ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ бер кем дә юҡ ине. 27Раббы Исраилдың исемен ер йөҙөнән юҡ итергә теләмәгәнгә күрә, уларҙы Яровғам Йеһоаш улы аша ҡотҡарҙы. 28Яровғамдың башҡа ғәмәлдәре, һуғыштарҙағы ҡаһарманлығы, элек Йәһүҙәнеке булған Дамаск менән Хамаҫты ҡабаттан Исраилға ҡайтарғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 29Яровғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Исраил батшалары янында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Зәкәрьяһ ултырҙы.

Copyright information for BakIBT2023