‏ 2 Kings 15

Йәһүҙә батшаһы Ғазаръяһ

(2 Йыл 26:3-4, 21-23)

1Яровғамдың Исраилға батшалыҡ итеүенең егерме етенсе йылында Йәһүҙәгә Ғазаръяһ Амасъяһ улы батша булды. 2Тәхеткә ултырғанда уға ун алты йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә илле ике йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йехольяһ Йәрүсәлимдән ине. 3Ғазаръяһ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылып, һәр йәһәттән атаһы Амасъяһты ҡабатланы. 4Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ һаман да уларҙа ҡорбан салыуын һәм хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.

5Раббы Ғазаръяһты язалап, махау сиренә дусар итте. Ғүмеренең аҙағына тиклем батша махау ауырыулы булды һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәне. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итте.

6Ғазаръяһтың башҡа ғәмәлдәре «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 7Ғазаръяһ үлеп, ата-бабаларына ҡушылды һәм уны ата-бабалары янында Дауыт ҡалаһына ерләнеләр. Уның урынына улы Йоҫам батша булды.

Исраил батшаһы Зәкәрьяһ

8Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Зәкәрьяһ Яровғам улы ултырҙы һәм алты ай батшалыҡ итте. 9Ул да аталары кеүек үк Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне. 10Явеш улы Шаллум Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм, уны халыҡ алдында үлтереп, урынына батша булды.

11Зәкәрьяһтың башҡа эштәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 12Шулай итеп, Раббының Йеһуға: «Һинең тоҡомоң Исраил тәхетендә дүртенсе быуынға тиклем ултырыр», – тигән һүҙҙәре бойомға ашты.

Исраил батшаһы Шаллум

13Ғуззияһтың Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең утыҙ туғыҙынсы йылында Самарияла Исраил тәхетенә Шаллум Явеш улы ултырҙы һәм бер ай батша булды. 14Тирсанан Самарияға Менахем Ғади улы килеп Шаллум Явеш улын үлтерҙе һәм урынына тәхеткә ултырҙы.

15Шаллумдың башҡа ғәмәлдәре, уның фетнә ойоштороуы тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.

16Шул осорҙа Менахем, Тирсанан килеп, Тифсах ҡалаһында һәм уның тирә-яғында йәшәгән бөтә халыҡты ҡырҙы, сөнки Тифсах ҡалаһы уға ҡапҡаларын асмағайны. Менахем хатта ауырлы ҡатындарҙың ҡарындарын ярҙы.

Исраил батшаһы Менахем

17Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ туғыҙынсы йылында Самарияла Исраил тәхетенә Менахем Ғади улы ултырҙы һәм ун йыл батшалыҡ итте. 18Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне.

19Ашшур батшаһы Пул
Пул – Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәрҙең башҡа исеме (ҡарағыҙ: 15:29). Ул б.э.т. 745–727 йылдарҙа батшалыҡ иткән.
Исраилға баҫып инде. Менахем Пулдың ярҙамына таянып батшалығын нығытыр өсөн уға мең талант көмөш түләне.
20Менахем был саҡлы көмөштө, кеше башына илле шекел көмөш түләргә ҡушып, Исраилдың байҙарынан йыйып алды. Бынан һуң Ашшур батшаһы Исраил ерҙәренән сығып үҙ иленә ҡайтып китте.

21Менахем батшалыҡ иткән дәүерҙәге башҡа ваҡиғалар, уның бөтә ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. 22Менахем үлеп, аталары хозурына күсте. Уның урынына улы Пеҡахъяһ тәхеткә ултырҙы.

Исраил батшаһы Пеҡахъяһ

23Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең илленсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Пеҡахъяһ Менахем улы ултырҙы һәм ике йыл батшалыҡ итте. 24Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне. 25Яубашы Пеҡах Ремалъяһ улы Пеҡахъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо. Ғилғәдтән булған илле кешене эйәртеп, ул Самариялағы батша һарайының эске ҡәлғәһенә бәреп керҙе һәм Аргов менән Арйе ярҙамында Пеҡахъяһты үлтерҙе. Үҙе уның урынына тәхеткә ултырҙы.

26Пеҡахъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.

Исраил батшаһы Пеҡах

27Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең илле икенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Пеҡах Ремалъяһ улы ултырҙы һәм егерме йыл батшалыҡ итте. 28Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне.

29Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте. 30Йоҫам Ғуззияһ улының Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерменсе йылында Һошеяғ Эла улы Пеҡах Ремалъяһ улына ҡаршы фетнә ойоштороп, уны үлтерҙе лә урынына батша булды. 31Пеҡахтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.

Йәһүҙә батшаһы Йоҫам

(2 Йыл 27:1-9)

32Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улы батшалығының икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йоҫам Ғуззияһ улы ултырҙы. 33Тәхеткә ултырғанда Йоҫам егерме биш йәшендә ине. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йеруша – Садоҡ ҡыҙы ине. 34Атаһы Ғуззияһ кеүек Йоҫам да Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. 35Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгәйне. Халыҡ унда ҡорбан килтереүен, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте. Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын төҙөттө.

36Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 37Ул батша булған осорҙа Раббы Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улын Йәһүҙәгә һөжүм иттерҙе. 38Йоҫам үлеп, ата-балалары хозурына күсте һәм боронғо бабаһы Дауыттың ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Урынына улы Ахаз батша булды.

Copyright information for BakIBT2023