2 Kings 17
Исраилдың һуңғы батшаһы Һошеяғ
1Ахаздың Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең ун икенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Һошеяғ Эла улы ултырҙы һәм туғыҙ йыл батша булды. 2Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, әммә Исраилдың үҙенә тиклемге батшалары һымаҡ уҡ булманы. 3Ашшур батшаһы Шалманасар Һошеяғҡа яу менән килде. Һошеяғ уға буйһондо һәм яһаҡ түләй башланы. 4Әммә бер йылды Һошеяғ Мысыр фирғәүене Соға ярҙам һорап илселәр ебәрҙе һәм Ашшурға һәр йыл түләргә кәрәк булған яһаҡты түләүҙән туҡтаны. Ашшур батшаһы, Һошеяғтың хыянаты тураһында белгәс, уны ҡулға алып, зинданға ултыртты.Самарияның тар-мар ителеүе
5Ашшур батшаһы Исраил ерҙәренә һөжүм итте һәм, Самарияға килеп, уны өс йыл ҡамалышта тотто. 6Һошеяғтың батшалыҡ итеүенең туғыҙынсы йылында Ашшур батшаһы ҡаланы ҡулға төшөрҙө һәм Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә алып китте. Уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына төйәкләндерҙе. 7Былар барыһы ла Исраил халҡы үҙҙәрен Мысыр еренән алып сыҡҡан, Мысыр фирғәүене ҡулынан ҡотҡарған Аллалары Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылғанға күрә булды. Улар башҡа илаһтарға табынды, 8Раббы алдарынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең йолаларын тотто һәм Исраил батшалары урынлаштырған ҡағиҙәләр буйынса йәшәне. 9Аллалары Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылдылар, бөтә ерҙә – күҙәтеү манараларынан башлап, нығытмалы ҡалаларға тиклем – ялған илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтары эшләнеләр. 10Бөтә түбәләрҙә һәм һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында табыныу бағаналары, Ашера хөрмәтенә ҡолғалар ҡуйылды. 11Раббы уларҙың алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәр кеүек, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хуш еҫ төтәттеләр һәм Раббының асыуына тейә торған яман эштәр ҡылдылар. 12Раббының: «Былай эшләмәгеҙ!» – тип бойороуына ҡарамайынса, боттарға табындылар. 13Раббы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын бөтә пәйғәмбәрҙәре һәм әүлиәләре аша киҫәтеп: «Яман юлдарығыҙҙы ташлағыҙ, ата-бабаларығыҙға биргән һәм ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша һеҙгә еткергән ҡанунымдағы бойороҡ-ҡағиҙәләремде үтәгеҙ», – тине. 14Әммә улар тыңламаны, Аллалары Раббыға ышанмаған ата-бабалары кеүек үк тиҫкәре булды. 15Раббының ҡанундарынан, ата-бабалары менән төҙөгән килешеүенән, күрһәтмәләренән ваз кисеп, мәғәнәһеҙ боттарға табындылар һәм үҙҙәре лә мәғәнәһеҙгә әйләнделәр. Раббының эргә-тирәләрендәге ҡәүемдәр һымаҡ эшләмәҫкә бойороуына ҡарамаҫтан, тап шулар кеүек йәшәй башланылар. 16Аллалары Раббының бөтә бойороҡтарын үтәүҙән баш тарттылар, үҙҙәренә табыныу өсөн ике башмаҡ һыны ҡойоп алдылар, Ашераға ҡолға ҡуйҙылар, күк есемдәренә табындылар, Бәғелгә хеҙмәт иттеләр. 17Ул-ҡыҙҙарын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙылар, сихыр һәм күрәҙәлек менән шөғөлләнделәр. Раббы хуш күрмәгән бөтә был яманлыҡтарҙы ҡылып, Уның асыуын килтерҙеләр. 18Раббы исраилдарға ныҡ ярһыны, уларҙан ваз кисеп, хозурынан ҡыуҙы – бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды. 19Әммә Йәһүҙә халҡы ла Аллалары Раббының бойороҡтарын тыңламаны. Улар ҙа исраилдарҙың яман ғәҙәттәренә эйәрҙе. 20Бынан һуң Раббы тотош Исраил тоҡомонан баш тартты, уларҙы дошмандары ҡулына биреп язаланы, һәм, ниһайәт, хозурынан бөтөнләй ҡыуҙы. 21Раббы Исраилды Дауыт йортонан тартып алғандан һуң, исраилдар Яровғам Неват улын үҙҙәренә батша итеп ҡуйғайны. Яровғам халыҡты Раббынан биҙҙерҙе һәм ҙур гонаһҡа батырҙы. 22Исраилдар Яровғам ҡылған бөтә залим эштәрҙе ҡабатланы, унан һис кенә лә ҡалышманы. 23Шуға күрә Раббы, быға тиклем ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша киҫәткәненсә, уларҙан бөтөнләй ситкә боролдо. Исраилдар үҙ илдәренән Ашшурға ҡыуылды һәм бөгөн дә шунда йәшәйҙәр.Исраилда сит ҡәүемдәрҙең төйәкләнеүе
24Ашшур батшаһы Бабил, Куҫа, Ғаууа, Хамаҫ һәм Сефарваим ҡалаларында йәшәгән кешеләрҙе исраилдар урынына күсерҙе. Улар Самария ҡалаларында төйәкләнде һәм уларға хужа булды. 25Баштараҡ улар Раббыға ғибәҙәт ҡылмай ине. Шуға күрә Раббы уларға арыҫландар ебәреп, ул йыртҡыстар кешеләрҙе үлтерә ине. 26Ашшур батшаһына: «Һин Самария ҡалаларына һөргән һәм уларҙа төйәкләнергә бойорған ҡәүемдәр был ил Аллаһының ҡанундарын белмәй. Шуға ла Ул арыҫландар ебәрә һәм йыртҡыстар уларҙы үлтерә», – тигән хәбәр барып етте. 27Ашшур батшаһы: – Самариянан һөрөлгән ҡаһиндарҙың береһен ебәрегеҙ. Кире ҡайтып, унда йәшәһен һәм иленең Аллаһының ҡанундарын башҡаларға өйрәтһен, – тип бойорҙо. 28Самариянан һөрөлгән ҡаһиндарҙың береһе Бейт-Илгә ҡайтып төйәкләнде һәм Раббыға ғибәҙәт ҡылырға өйрәтә башланы. 29Әммә һәр ҡәүем үҙенең илаһтарын да яһаны. Үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа Самария халҡы төҙөп ҡалдырған ғибәҙәтханаларҙа ошо илаһтарҙың һындарын ҡуйҙылар. 30Бабилдар Суккоҫ-Беноҫты, куҫиҙар Нергалды, хамаҫтар Ашиманы, 31ғаууиҙар Нивхаз менән Тартаҡты яһаны, сефарваимдар иһә улдарын, илаһтары Адраммәләх менән Ғанаммәләхкә ҡорбан итеп, утта яндыра торған булды. 32Шул уҡ ваҡытта улар Раббыға ла ғибәҙәт ҡылдылар. Улар, урындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт итһендәр өсөн, араларынан ҡаһиндар тәғәйенләнеләр. 33Шулай итеп, улар Раббыға ла ғибәҙәт ҡылды, бында күсеп килгәнсе ниндәй ҡәүем араһында йәшәгән булһалар, шул ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса үҙҙәренең илаһтарына ла хеҙмәт итте. 34Бөгөнгә тиклем шулай: һәр кем элекке йолалары буйынса йәшәй, Раббынан ҡурҡмай, Раббы Исраил тип атаған Яҡуптың нәҫеленә үтәргә бойорған ҡағиҙәләрҙе, ҡарарҙарҙы, ҡанун һәм бойороҡтарҙы тотмай. 35Раббы Исраил халҡы менән килешеү төҙөп уларға: – Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, уларға ғибәҙәт ҡылмағыҙ, хеҙмәт итмәгеҙ, ҡорбан килтермәгеҙ. 36Бөйөк ҡеүәте һәм ҡөҙрәте менән һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Раббыға ғына табынығыҙ, ғибәҙәт ҡылығыҙ, ҡорбан килтерегеҙ. 37Уның һеҙгә яҙған ҡағиҙәләрен, ҡарарҙарын, ҡанун һәм бойороҡтарын һәр ваҡыт еренә еткереп үтәгеҙ, башҡа илаһтарға табынмағыҙ. 38Һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе онотмағыҙ, башҡа илаһтарға табынмағыҙ. 39Бары тик Аллағыҙ Раббыға ғына табынығыҙ һәм Ул һеҙҙе бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр, – тигәйне. 40Әммә улар быға ҡолаҡ һалманы, үҙҙәренең элекке йолаларын тотто. 41Самарияла йәшәгән ҡәүемдәр Раббыға ла табынды, үҙҙәренең боттарын да онотманы. Уларҙың балалары менән ейәндәре лә бөгөнгә тиклем ата-бабалары һымаҡ йәшәй.
Copyright information for
BakIBT2023