2 Kings 19
Хизкияһтың Ишағыяһтан кәңәш һорауы
(Ишғ 37:1-20)
1Был хаҡта ишеткәс, Хизкияһ батша кейемдәрен йыртып ташланы ла, ҡыл туҡыма уранған килеш, Раббы йортона йүнәлде. 2Батша һарайы башлығы Әлъяҡимды, кәтип Шевнаны, өлкән ҡаһиндарҙы Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәргә ебәрҙе. Барыһы ла ҡыл туҡымаға уранғайны. 3Тегеләр барып Ишағыяһҡа: – Хизкияһ: «Бөгөн ҡайғы, яза һәм мәсхәрә көнө. Сабый тыуымға килгән, әммә тыуҙырырға хәл ҡалмаған. 4Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең бөтә был һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр. 5– 6Ишағыяһ, Хизкияһ батшаның ярандары килгәс, уларға былай тине: – Хужағыҙға еткерегеҙ, Раббы әйтә: «Ашшур батшаһы ялсыларының Мине хурлаған һүҙҙәренән ҡурҡма. 7Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен». 8Ул арала баш вәзир үҙенең батшаһының Лахиш ҡалаһынан китеп, әле Ливнаға һөжүм иткәнен ишетте. Уның менән осрашырға шунда йүнәлде. 9Шул саҡ Ашшур батшаһы Куш батшаһы Тирһаҡаның яу менән килеүе тураһында хәбәр алды һәм Хизкияһҡа тағы илселәр ебәрҙе. 10– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа әйтегеҙ, – тине ул. – «Һин өмөт тотҡан Аллаң, Йәрүсәлим Ашшур батшаһының ҡулына төшмәйәсәк», тип һине алдамаһын. 11Ашшур батшаларының бөтә илдәр менән ниҙәр эшләгәнен, ҡалаларын ни рәүешле ер менән тигеҙләгәнен ишеткәнһеңдер. Әллә һин ҡотолоп ҡалырмын тип уйлайһыңмы? 12Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы? 13Хамаҫ менән Арпад батшалары, Сефарваим ҡалаһының батшаһы, Һенағ менән Ғиууа батшалары ҡайҙа хәҙер?Хизкияһтың доғаһы
14Хизкияһ батша хатты илселәрҙең ҡулынан алып уҡығандан һуң, Раббы йортона китте. Унда килгәс, хатты Раббы хозурында йәйеп һалды ла 15былай тип доға ҡылды: – Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы Раббы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың. 16Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр! Йә Раббы, Һине, тере Алланы хурларға ебәргән Санхеривтың һүҙҙәрен ишет. 17Ысынлап та, эй Раббы, Ашшур батшалары бик күп ҡәүемдәрҙе тар-мар итте, ерҙәрен бушлыҡҡа әйләндерҙе, 18илаһтарын утҡа яҡты. Тик был илаһтар Алла түгел, ә ағастан һәм таштан кеше ҡулы менән яһалған һындар ине. Шуға ла уларҙы юҡ иттеләр. 19Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер Алла булғаныңды белһен.Раббының Хизкияһҡа биргән яуабы
(Ишғ 37:21-35)
20Амус улы Ишағыяһ Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе ебәрҙе: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Ашшур батшаһы Санхеривҡа ҡағылышлы доғаңды ишеттем. 21Раббы уның тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйтте: Ғиффәтле Сион-ҡыҙ ▼▼ Сион-ҡыҙ – Сион тауында урынлашҡан Йәрүсәлим ҡалаһының шиғри атамаһы. Бында һәм башҡа шундай урындарҙа Сион һәм Йәрүсәлим ҡатын-ҡыҙға тиңләштерелә.
һинән мыҫҡыл итеп көлә;Йәрүсәлим-ҡыҙ артыңдан баш сайҡап ҡала.
22Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың?
Кемгә тауыш күтәрҙең?
Эреләнеп кемгә баҡтың? –
Исраилдың Изгеһенә!
23Илселәрең аша Мин бөйөк Хакимды хурланың,
„Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән
Тауҙарҙың үренә мендем,
Ливан арҡаларына артылдым.
Бейек кедр ағастарын,
Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым,
Иң алыҫ төбәгенә, ҡуйы урмандарына олғаштым.
24Сит ерҙәрҙә ҡоҙоҡ ҡаҙҙым, һыуҙар эстем;
Аяҡ табандарым менән
Мысыр йылғаларын ҡороттом“, – тинең.
25Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде,
Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни?
Нығытмалы ҡалаларҙы емереп,
Уларҙы харабаға әйләндереп,
Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым.
26Ул ҡалаларҙа йәшәүселәр көсһөҙләнде,
Ҡурҡыуға төшөп, оятҡа ҡалдылар;
Улар ҡырҙағы үҫемлек, болондағы йәшеллек,
Өй башында тамыр ебәрмәҫ борон
Көнсығыш еленән көйгән үлән кеүек булды.
27Ултырғаныңды һәм торғаныңды,
Ингәнеңде-сыҡҡаныңды,
Миңә ҡаршы ярһыуыңды белеп торам.
28Миңә асыу тотҡаныңа күрә,
Маһайыуың килеп ишетелгәнгә,
Мороноңа ырғаҡ,
Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм;
Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм.
29Ә һиңә, Хизкияһ, бына ниндәй билдә булыр:
Быйыл – ҡойолған игендән үҫкәнде,
Икенсе йыл – үҙе тишелеп сыҡҡанды ашарһығыҙ;
Өсөнсө йылына үҙегеҙ сәсерһегеҙ һәм урырһығыҙ,
Йөҙөм баҡсалары ултыртырһығыҙ,
Уларҙың емешен ейерһегеҙ.
30Йәһүҙә нәҫеленең ҡотолоп һау ҡалғандары
Яңынан төпкә тамыр ебәрер, юғарыла – емешләнер.
31Сөнки иҫән ҡалғандар – Йәрүсәлимдән,
Тере ҡалғандар Сион тауынан сығасаҡ.
Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы
Үҙ ғәйрәте менән тормошҡа ашырасаҡ.
32Шуға күрә Раббы Ашшур батшаһы тураһында былай ти:
„Ул был ҡалаға инмәҫ, уҡ атмаҫ.
Ҡалаға ҡалҡаны менән яҡынлашмаҫ,
Ҡамау өсөн әйләндереп уба ҡормаҫ.
33Килгән юлынан боролоп китер,
Был ҡалаға кермәҫ, – тип белдерә Раббы. –
34Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма,
Ҡолом Дауыттың хаҡына
Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».
Санхеривтың үлеме
(2 Йыл 32:21; Ишғ 37:36-38)
35Шул төндө Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята. 36Ашшур батшаһы Санхерив сигенде, Ниневегә ҡайтып китте һәм шунда йәшәне. 37Бер көндө үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында, улдары Адраммәләх һәм Саресер уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды.
Copyright information for
BakIBT2023