2 Kings 23
Йошияһтың Раббы менән төҙөгән килешеүҙе яңыртыуы
(2 Йыл 34:3-7, 29-33)
1Батша, хәбәр ебәреп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең бөтә аҡһаҡалдарын янына йыйҙы. 2Шунан Йәһүҙә кешеләрен, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе, ҡаһиндарҙы, пәйғәмбәрҙәрҙе, олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә халыҡты эйәртеп, Раббы ҡорамына сыҡты. Шунда ул Раббы ҡорамында табылған Килешеү китабын уларға бәйнә-бәйнә ҡысҡырып уҡыны. 3Бағана янында баҫып торған батша Раббы менән килешеү төҙөнө: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирҙе. Бар халыҡ был килешеүгә ҡушылды. 4Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы. 5Йәһүҙә батшалары тарафынан ҡалаларҙа һәм Йәрүсәлим тирәһендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарында Бәғелгә, ҡояшҡа, айға, йондоҙлоҡтарға һәм бөтә күк есемдәренә хуш еҫ төтәтер өсөн тәғәйенләгән ялған ҡаһиндарҙы ҡыуып таратты. 6Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамынан сығарып, Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы, уны көл-туҙанға әйләндергәнсе онтап, ябай халыҡтың ҡәберҙәре өҫтөнә һипте. 7Фәхешсе ирҙәрҙең Раббы ҡорамы биләмәһендә урынлашҡан торлаҡтарын емерҙе. Ҡатындар унда Ашера өсөн япмалар туҡый торғайны. 8Батша Йәһүҙә ҡалаларынан бөтә ҡаһиндарҙы килтертте, Гевағтан алып Беер-Шәвәғкә тиклем был ҡаһиндар хуш еҫ төтәткән барлыҡ табыныу ҡалҡыулыҡтарын нәжесләне; ҡала ҡапҡаһынан һулдағы, ҡала башлығының исеме менән аталған Йеһошуағ ҡапҡаһы янындағы табыныу урынын емерҙе. 9Табыныу ҡалҡыулыҡтарының ҡаһиндарына Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорбан усағында ҡорбан ғәмәлен башҡарырға рөхсәт ителмәй, ләкин бүтән ҡаһиндар менән бергә сөсө икмәк ашарға ярай ине. 10Бер кем дә улын йәки ҡыҙын Мөләх илаһҡа утта ҡорбан итә алмаһын өсөн, Йошияһ Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫте нәжесләне. 11Йәһүҙә батшалары элек Раббы ҡорамына ингән ерҙә, һарай әһеле Наҫан-Мәләхтең бүлмәһе янында, ҡояшҡа бағышлап аттар ҡуя торғайны. Йошияһ унан аттарҙы алды, ә ҡояшҡа арналған арбаларҙы утҡа яҡты. 12Ахаздың өҫкө ҡаттағы бүлмәһенең түбәһендә Йәһүҙә батшалары эшләткән ҡорбан усаҡтарын, Менашше Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла яһатҡан ҡорбан усаҡтарын ҡолатты, уларҙы емертеп, онтағын Ҡидрон үҙәненә ташланы. 13Йәрүсәлимдең көнсығышында, Һәләкәт тауының көньяғында Исраил батшаһы Сөләймән сидондарҙың ерәнгес алиһәһе Ғаштореҫҡа, моавтарҙың ерәнгес бото Кемошҡа, ғаммондарҙың ерәнгес бото Милкомға ҡорған табыныу ҡалҡыулыҡтарын нәжесләне, 14табыныу бағаналарын ватты, Ашераның ҡолғаларын ҡырҡып ырғытты, ул урындарға кеше һөйәктәре таратып ташланы. 15Быларҙан башҡа батша Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улы Бейт-Илдә төҙөткән ҡорбан усағын табыныу урыны менән бергә емерҙе, табыныу урынын яндырып, көл-туҙанға әйләндерҙе, Ашераның ҡолғаһын яҡты. 16Шунан Йошияһ тирә-яҡты байҡаны һәм тауҙағы ҡәберҙәрҙе күреп ҡалды. Кеше ебәртеп, ундағы һөйәктәрҙе сығартты һәм, уларҙы ҡорбан усағы өҫтөндә яндырып, усаҡты нәжесләне. Шул рәүешле Раббының Алла бәндәһе аша белдерелгән һүҙе ғәмәлгә ашты. 17Йошияһ: – Кемгә ҡуйылған һәйкәлде күрәм мин? – тип һораны. – Йәһүҙәнән килеп, әле һинең Бейт-Илдәге ҡорбан усағын нимә эшләткәнеңде алдан әйтеп ҡалдырған Алла бәндәһенең ҡәбере, – тип яуап бирҙе ҡала халҡы. 18– Уға ҡағылмағыҙ, – тине батша. – Бер кем дә уның һөйәктәрен борсомаһын. Шулай итеп, Алла бәндәһенең һөйәктәренә лә, Самариянан килгән пәйғәмбәрҙең һөйәктәренә лә теймәнеләр. 19Йошияһ Исраил батшаларының, Раббыны асыуландырып, Самария ҡалаларында эшләгән барлыҡ табыныу ҡалҡыулыҡтарын да Бейт-Илдәге кеүек үк емерҙе. 20Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы бөтә ҡаһиндарҙы ҡорбан усаҡтарында сәнсеп үлтерҙе һәм ҡорбан усаҡтарында кеше һөйәктәрен яндырҙы. Шунан Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.Йошияһ менән халыҡтың Ҡотҡарылыу байрамын үткәреүе
(2 Йыл 35:1, 18-19)
21Батша бар халыҡҡа: «Ошо Килешеү китабында яҙылғанса, Аллағыҙ Раббыға бағышлап Ҡотҡарылыу байрамын үткәрегеҙ», – тип бойороҡ бирҙе. 22Исраилға идара иткән хакимдар заманынан һуң, Исраил батшалары дәүерендә лә, Йәһүҙә батшалары хакимлыҡ иткән ваҡыттарҙа ла Ҡотҡарылыу байрамының был рәүешле билдәләп үтелгәне булманы. 23Шулай итеп, Раббыға бағышланған был Ҡотҡарылыу байрамы Йошияһ батшалығының ун һигеҙенсе йылында Йәрүсәлимдә уҙғарылды. 24Быларҙан башҡа Йошияһ, Хилҡияһ ҡаһин Раббы ҡорамында тапҡан китапта яҙылған ҡанунға ярашлы, әруахтарҙың рухын саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе, йорт илаһтарының һындарын һәм боттарҙы, Йәһүҙә ерендә һәм Йәрүсәлимдә күренгән барлыҡ әшәкелектәрҙе юҡ итте. 25Йошияһҡа тиклем дә, унан һуң да Раббыға бөтә йөрәктән, йәне-тәне менән бирелгән һәм Мусаның ҡанунын шулай үтәгән бер генә батша ла булманы. 26Әммә Менашше үҙенең хилаф эштәре менән Раббыны ныҡ асыуландырғанға күрә, Раббы Йәһүҙәгә ҡаршы ялҡынланған ярһыуынан ваз кисмәне. 27Ул: – Быға тиклем Исраилды хозурымдан нисек алып ташлаған булһам, Йәһүҙәне лә шулай алып ташлаясаҡмын, – тине. – Үҙемә тип һайлап алған ҡала Йәрүсәлимдән дә, «исемем ошонда төйәкләнер» тигән был ҡорамдан да баш тартам. 28Йошияһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 29Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе. 30Хеҙмәтселәре Йошияһтың мәйетен яу арбаһында Мегиддонан Йәрүсәлимгә алып ҡайтып, үҙенең төрбәһенә дәфен ҡылды. Йәһүҙә халҡы Йошияһтың улы Йеһоахазды мәсехләп, уны атаһы урынына батша итеп ҡуйҙы.Йәһүҙә батшаһы Йеһоахаз
(2 Йыл 36:2-4)
31Тәхеткә ултырғанда Йеһоахазға егерме өс йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итте. Әсәһе – Хамутал Ливна ҡалаһынан Йермеяһ ҡыҙы ине. 32Йеһоахаз ата-бабалары кеүек үк Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. 33Йәрүсәлимдә башҡа батшалыҡ итмәһен өсөн, фирғәүен Нехо Йеһоахазды Хамаҫ ерендә, Ривлала, әсиргә алды һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш, бер талант алтын күләмендә түләү һалды. 34Йошияһтың улы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, атаһының урынына батша итеп ҡуйҙы. Йеһоахазды иһә Мысырға алып китте. Йеһоахаз шунда үлде. 35Йеһояҡим фирғәүенгә алтынды һәм көмөштө бирҙе. Фирғәүен талап иткән тиклем алтын-көмөш йыйыр өсөн Йеһояҡим ил халҡына, һәр береһенең байлығына ҡарап, һалым һалды.Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим
(2 Йыл 36:5-8)
36Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Зевуддаһ – Рума ҡалаһынан Педаяһ ҡыҙы ине. 37Йеһояҡим да, ата-бабалары кеүек, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Copyright information for
BakIBT2023