‏ 2 Kings 4

Ильясиғиндың тол ҡатынға ярҙам итеүе

1Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде.

– Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул.

2– Һиңә нисек ярҙам итәйем һуң? – тине Ильясиғин. – Өйөңдә нимәләрең бар?

– Мин ҡолоңдоң өйөндә бер һауыт зәйтүн майынан башҡа бер нәмә лә юҡ шул, – тип яуап ҡайтарҙы ҡатын.

3– Бөтә күршеләреңдән дә буш һауыт йыйып ал. Ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. 4Шунан улдарың менән өйөгөҙгә инегеҙ ҙә, ишегегеҙҙе эстән бикләп, һауыттарға май тултырығыҙ. Тулған береһен ситкә ҡуя барығыҙ, – тине Ильясиғин.

5Ҡатын уның янынан ҡайтып китте. Улдары менән өйгә инеп, ишекте бикләнеләр. Улдары буш һауыттарҙы биреп торҙо, ҡатын уларҙы май менән тултырҙы. 6Ахыр сиктә улдарының береһенә:

– Ҡана, тағы бир, – тигәйне, тегеһе:

– Башҡа һауыт ҡалманы, – тип яуап ҡайтарҙы.

Май шунда уҡ ағыуҙан туҡтаны.

7Ҡатын, Алла бәндәһенә барып, бөтәһен дә һөйләп бирҙе.

– Бар, майҙы һатып, бурысыңды түлә, – тине пәйғәмбәр. – Ҡалғаны иһә улдарың менән йәшәргә етер.

Ильясиғин менән Шунемдағы бай ҡатын

8Бер көндө Ильясиғин Шунем ҡалаһына килде. Шунда уны бер бай ҡатын өйөнә төшкө ашҡа алып ҡайтты. Бынан һуң, ҡасан ғына Шунемға барһа ла, пәйғәмбәр ризыҡ ейер өсөн ошонда инер булды.

9Бер мәл ҡатын иренә:

– Мин беләм, беҙгә йыш ҡына килеп йөрөгән был кеше изге бер Алла бәндәһе ул, – тине. –
10Әйҙә өҫкө ҡатта уның өсөн бер бәләкәй генә бүлмә төҙөйөк. Шунда түшәк һалырбыҙ, өҫтәл, ултырғыс, майшәм ҡуйырбыҙ. Ҡасан килһә лә, беҙгә төшөп йөрөр.

11Ильясиғин бер көндө килде лә, бүлмәһенә менеп, ял итергә ятты. 12Хеҙмәтсеһе Гехазиға:

– Шунем ҡатынын саҡыр әле, – тине.

Тегеһе ҡатынды саҡырҙы. Ҡатын ингәс,
13Ильясиғин хеҙмәтсеһенә:

– Беҙгә ҡылған яҡшылыҡтарына ҡаршы нимә эшләй алабыҙ икән, һора әле. Батшаға йәки ғәскәр башлығына берәй үтенесе юҡмы? – тине.

– Мин үҙ халҡым араһында бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ күрмәй йәшәйем, – тип яуапланы ҡатын.

14– Уға нимә эшләй алабыҙ һуң? – тип һораны Ильясиғин Гехазиҙан.

– Уның улы юҡ, ә ире ҡарт, – тине хеҙмәтсеһе.

15– Уны тағы саҡыр әле, – тине Ильясиғин. Хеҙмәтсеһе саҡырҙы. Ҡатын ишек төбөнә килеп баҫты.

16– Бер йылдан һуң ошо ваҡытта ҡосағыңда улың булыр, – тине Ильясиғин.

– Юҡ, хакимым, – тип ҡаршы төштө ҡатын. – Һин бит Алла бәндәһе, мин ҡолоңдо, зинһар, алдама.

17Әммә ҡатын ауырға ҡалды һәм икенсе йылды Ильясиғин әйткән ваҡытта улы тыуҙы.

18Бала ҙурайҙы. Бер көндө ул атаһы менән баҫыуға ураҡсылар янына китте. 19Ҡапыл малай атаһына:

– Уй, башым ауырта, башым! – тип ҡысҡырҙы.

Атаһы хеҙмәтсегә улын тиҙ генә әсәһенә алып ҡайтырға бойорҙо.
20Хеҙмәтсе уны өйгә алып ҡайтты. Бала төшкә тиклем әсәһенең алдында ятты ла йән бирҙе. 21Әсә уны өҫкө бүлмәгә алып менде, Алла бәндәһенең түшәгенә һалды ла, ишекте ябып, тышҡа сыҡты.

22Шунан ирен саҡырып былай тине:

– Миңә берәй хеҙмәтсе менән ишәк бир әле, тиҙ генә Алла бәндәһенә барып ҡайтайым.

23– Нишләп уға бөгөн бараһың? – тине ире. – Яңы ай байрамы ла, шәмбе лә түгел.

– Зарар юҡ, – тип яуапланы ҡатын.

24Ишәкте эйәрләп менде лә хеҙмәтсегә:

– Ҡыуала, мин һиңә әйтмәй тороп, яйлама, – тине.

25Кармәл тауына барып, Алла бәндәһе янына күтәрелде.

Пәйғәмбәр ҡатынды алыҫтан уҡ абайлағайны. Хеҙмәтсеһе Гехазиға:

– Ҡара әле, Шунемдан теге ҡатын килә ята, – тип өндәште. –
26Бар, йүгер, ҡаршы ал. «Ни хәлдәһегеҙ, ирең менән улың иҫән-һаумы?» – тип һора.

– Барыһы ла яҡшы, – тип яуапланы ҡатын Гехазиға.
27Әммә тауға сығып еткәс, Алла бәндәһенең аяғына йығылды. Гехази уны торғоҙорға ынтылғайны, Ильясиғин тыйҙы.

– Теймә, ҡайғыһы ҙур икәнен күрмәйһеңме ни? – тине. – Ниңә икәнен Раббы минән йәшерҙе, әшкәртмәне.

28– Эй хакимым, мин һинән бала һораныммы ни? – тине ҡатын. – Өмөтләндермә мине, зинһар, тип әйтмәнемме?

29– Гехази, йәһәт кенә әҙерлән дә юлға сыҡ, – тине Ильясиғин. – Таяғымды ал. Ҡара уны, бер ерҙә лә туҡтама. Үҙең һаулыҡ ҡушма, хатта сәләм биргәндәргә лә яуап ҡайтарма. Барып еткәс, таяғымды баланың битенә ҡуй.

30Әммә малайҙың әсәһе Ильясиғинға:

– Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән башҡа бынан аҙым да баҫасағым юҡ, – тине.

Шунан Ильясиғин уның артынан юлға сыҡты.

31Гехази алданыраҡ барып етте. Ул Ильясиғиндың таяғын малайҙың битенә һалды. Әммә бала ҡымшанманы, тауыш та бирмәне. Гехази пәйғәмбәргә ҡаршы сыҡты.

– Бала уянмай, – тип хәбәр итте.

32Ҡатындың өйөнә килеп еткәс, Ильясиғин түшәгендә үлеп ятҡан баланы күрҙе. 33Эскә инеп, артынан ишекте япты ла Раббыға ялбарҙы. 34Шунан ауыҙын малайҙың ауыҙына, күҙҙәрен – күҙҙәренә, ҡулдарын ҡулдарына терәп, үле кәүҙәнең өҫтөнә ҡапланды. Бер аҙҙан баланың тәне йылына башланы. 35Ильясиғин тороп, бүлмәлә арлы-бирле йөрөп әйләнде лә йәнә бала өҫтөнә ятты. Малай, ете тапҡыр сөскөргәс, күҙҙәрен асты. 36Ильясиғин Гехазиға баланың әсәһен саҡырырға ҡушты. Гехази саҡырҙы. Ҡатын ингәс, пәйғәмбәр уға:

– Улыңды ал, – тине.

37Ҡатын ергә ҡапланып Ильясиғиндың аяҡтарын ҡосаҡланы, шунан балаһын алып аҫҡа төшөп китте.

Ильясиғиндың тағы ике мөғжизәһе

38Ильясиғин Гилгалға әйләнеп ҡайтты. Бында аслыҡ ине. Эргәһенә бер төркөм пәйғәмбәрҙәр йыйылғас, хеҙмәтсеһенә ҙур ҡаҙанды усаҡҡа ҡуйып уларға ашарға бешерергә ҡушты. 39Пәйғәмбәрҙәрҙән берәү ҡырға йәшелсә йыйырға сыҡҡайны, шунда сырмалып үҫкән бер үҫемлек тапты. Уның емештәрен итәк тултырып алып ҡайтты ла, турап, ҡаҙанға һалды, әммә бының нимә икәнен бер кем дә белмәне. 40Бына ашты ҡойоп бирҙеләр. Әммә уны ауыҙҙарына ҡабыу менән:

– Эй Алла бәндәһе, ҡаҙанда – үлем! – тип ҡысҡырыша башланылар. Ашты бер кем дә ашай алманы.
41Ильясиғин саҡ ҡына он һорап алды ла уны ҡаҙанға һалды. Шунан:

– Инде ҡойоп бирегеҙ, ашаһындар, – тине.

Ашта бер ниндәй ҙә зарарлы нәмә ҡалмағайны.

42Бәғел-Шалишанан бер кеше Алла бәндәһенә тәүге уңыштан егерме арпа көлсәһе менән тоҡта башаҡтар алып килде.

– Кешеләргә өләшеп бир, – тине Ильясиғин хеҙмәтсеһенә. – Ашаһындар.

43– Бының нимәһен бирәйем, йөҙ кешегә етерлек түгел бит, – тип ғәжәпләнде хеҙмәтсе.

– Өләшеп бир, – тип яуапланы Ильясиғин. – Сөнки Раббы былай ти: «Туйғансы ашарҙар, өҫтәүенә артып та ҡалыр».

44Хеҙмәтсе уларҙы кешеләрҙең алдына һалды. Раббы әйткәнсә булды, туйғансы ашанылар, хатта артып та ҡалды.

Copyright information for BakIBT2023