‏ 2 Kings 9

Йеһуҙың Исраилға батша булыуы

1Ильясиғин пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән берәүһен саҡырып алды ла уға:

– Юлға әҙерлән, бынау зәйтүн майлы һауытты алып, Ғилғәд Рамоҫына бар, – тине. –
2Унда барғандан һуң, Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһуҙы тап. Уны иптәштәре араһынан саҡырып ал да төпкө бүлмәгә алып ин. 3Шунан һауыттағы зәйтүн майын башына ҡой ҙа: «Раббы һиңә: „Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем“, тип белдерә», – тиерһең дә ишектән сыға һалып йүгерерһең.

4Йәш пәйғәмбәр Ғилғәд Рамоҫына юлланды. 5Унда яу баштарының бер урында кәңәшләшеп ултырғанын күрҙе.

– Һиңә әйтәһе хәбәрем бар ине, яу башы, – тине ул.

– Ҡайһыбыҙға өндәшәһең? – тип һораны Йеһу.

– Һиңә, яубашы, – тип яуапланы егет.

6Йеһу, урынынан тороп, өйгә инде. Йәш пәйғәмбәр зәйтүн майын Йеһуҙың башына ҡойҙо ла былай тине:

– Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Һине халҡым Исраилға батша итеп мәсехләнем.
7Хакимың Ахавтың ғаиләһен тотош юҡ итерһең. Шулай итеп Мин Үҙемә хеҙмәт иткән пәйғәмбәрҙәремдең һәм бөтә ҡолдарымдың түгелгән ҡандары өсөн Изевелдән үс алам. 8Ахав йорто юҡ булыр. Исраилда уның нәҫеленән булған ир енесенең барыһын да, иреклеме ул, ҡолмо, ҡырып бөтәм. 9Неват улы Яровғам менән Ахияһ улы Бағшаның нәҫеленә ни ҡылған булһам, Ахав нәҫеленә лә шуны эшләйем. 10Изреғил биләмәһендә Изевелдең мәйетен эттәр ашар, уны ерләүсе булмаҫ».

Йәш пәйғәмбәр ошоларҙы әйтеп бөттө лә тиҙ генә ишектән сығып йүгерҙе.

11Йеһу хеҙмәттәштәре янына сыҡты. Араларынан береһе:

– Имен-аманмы? Был тиленең һиндә ниндәй йомошо бар? – тип һораны.

– Уның кем икәнен, нимәләр һөйләй алғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, – тине Йеһу.

12– Һин нимәлер йәшерәһең. Уның нимә тип әйткәнен һөйлә әле, – тиештеләр.

Йеһу ул йәш пәйғәмбәрҙең: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем“», – тигәнен һөйләп бирҙе.
13Хеҙмәттәштәре шунда уҡ өҫ кейемдәрен сисеп Йеһуҙың аяҡ аҫтына, баҫҡысҡа түшәнеләр ҙә борғо ҡысҡыртып:

– Йеһу батша булды! – тип иғлан иттеләр.

Йеһуҙың Йорамды үлтереүе

(2 Йыл 22:7-9)

14Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһу Йорамға ҡаршы фетнә күтәрҙе. Ул саҡта Йорам менән Исраил ғәскәре Ғилғәд Рамоҫында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы тора ине. 15Йорам батша Изреғилгә Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышта алған яраһын дауаларға ҡайтҡайны.

– Әгәр минең яҡлы булһағыҙ, бер кемдең дә Рамоҫтан Изреғилгә барып хәбәр еткереүенә юл ҡуймағыҙ, – тине Йеһу иптәштәренә.

16Шунан яу арбаһына ултырып, Изреғилгә китте. Яралы Йорам шунда ята һәм Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ уның хәлен белергә килгәйне.

17Изреғил манараһы башында торған күҙәтсе күмәк атлылар менән сабып килгән Йеһуҙы абайлап ҡалды ла:

– Бер төркөм сапҡынсыларҙы күрәм! – тип ҡысҡырҙы.

– Ҡаршыларына һыбайлы ебәрегеҙ. Именлек менән киләләрме, һораһын, – тип бойорҙо Йорам.

18Һыбайлы Йеһуға ҡаршы сабып барҙы ла:

– Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине.

– Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә, минең арттан төш!

Күҙәтсе илсенең сапҡынсыларға барып еткәнен, әммә кире боролоп ҡайтмағанын хәбәр итте.

19Икенсе һыбайлыны ебәрҙеләр. Ул да былар алдына килеп:

– Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине.

– Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә минең арттан төш!

20– Илсе барып етте, әммә кире боролманы, – тип хәбәр итте күҙәтсе батшаға. – Ҡотороноп сапҡанына ҡарағанда, Нимши улы Йеһуға оҡшаған.

21– Ат егегеҙ! – тип бойорҙо Йорам.

Уның яу арбаһына ат ектеләр. Исраил батшаһы Йорам менән Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ, һәр ҡайһыһы үҙенең яу арбаһында, Йеһуға ҡаршы сыҡты. Улар Изреғил кешеһе Навоҫтың биләмәһендә осрашты.

22– Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс.

– Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.

23Йорам арбаһын кире борҙо ла:

– Ахазъяһ, был хыянат! – тип ҡысҡырҙы.

24Йеһу йәйәһен йән көсөнә тартып, батшаның арҡаһына, ике ҡалаҡ һөйәгенең уртаһына, атып ебәргәйне, уҡ Йорамдың йөрәген үтә тишеп сыҡты. Батша арбаһына ҡапланып барып төштө.

25Йеһу ярҙамсыһы Бидҡарға:

– Мәйетте ал да изреғилле Навоҫтың баҫыуына алып барып ырғыт, – тип бойорҙо. – Хәтерләйһеңме, һинең менән бергә Йорамдың атаһы Ахав артынан килгән сағыбыҙҙа, Раббы Ахав тураһында:
26«Кисә Мин Навоҫ менән уның улдарының ҡанын күрҙем. Ант итеп әйтәм, Мин һине ошо баҫыуҙа язалаясаҡмын», – тигәйне. Раббының шул һүҙҙәренә ярашлы, Йорамдың мәйетен Навоҫтың баҫыуына ташла, – тине.

Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһтың үлтерелеүе

27Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ быларҙы күреп, Бейт-Һагган ҡалаһына табан ҡаса башланы. Артынан ҡыуа төшкән Йеһу:

– Уны ла үлтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы.

Үҙенең арбаһындағы Ахазъяһты Йивлеғамға етәрәк, Гур ҡалҡыулығында уҡтан атып яраланылар. Ул йәрәхәтләнгән килеш Мегиддоға барып етте лә, шунда үлде.
28Хеҙмәтселәре уны яу арбаһында Йәрүсәлимгә алып ҡайтты һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында үҙ төрбәһенә дәфен ҡылды.

29Ахазъяһ Йәһүҙә тәхетенә Йорам Ахав улы Исраилда ун беренсе йыл батшалыҡ иткәндә ултырғайны.

Изевелдең үлтерелеүе

30Йеһу Изреғилгә юлланды. Быны ишетеп, Изевел күҙҙәренә һөрмә тартты, сәсен-башын тараны. Унан тәҙрә төбөнә баҫып Йеһуҙың килгәнен көтә башланы. 31Йеһу ҡала ҡапҡаһынан килеп ингәс, Изевел уға:

– Именһеңме, эй хакимын үлтергән Зимри
Зимри менән сағыштырып (ҡарағыҙ: «ІІІ Батшалар», 16:9-10, 15-18), Изевел Йеһуҙың үҙ хакимына хыянат итеүенә, Исраил тәхетен тартып алыуына һәм ахырының тиҙ һәм ҡыҙғаныс булыуына ишаралай.
? – тип ҡысҡырҙы.

32Йеһу тәҙрәгә туп-тура төбәлеп:

– Кемегеҙ минең яҡлы? – тип ҡысҡырҙы.

Һарай әһелдәренең икәү-өсәүһе үрелеп ҡарағас:

33– Ырғытығыҙ уны аҫҡа! – тип бойорҙо.

Һарай әһелдәре батшабикәне аҫҡа бырғаны. Изевелдең ҡаны һарай диуарына һәм аттарға сәсрәне. Йеһу уның кәүҙәһен яу арбаһы менән тапап үтеп китте.
34Шунан һарайға инеп ашаны, эсте. Һуңынан:

– Ул ҡәһәр төшкән ҡатынды ерләгеҙ, нисек кенә булмаһын, батша ҡыҙы бит әле ул, – тип бойорҙо.

35Әммә Изевелде ерләргә барған кешеләр уның баш һөйәге һәм аяҡ-ҡулдарынан башҡа бер нәмәһен дә тапманылар. 36Кире килеп был хаҡта Йеһуға әйттеләр.

– Раббының Үҙенең ҡоло Тишбе кешеһе Ильяс пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты, – тине Йеһу. – Ул: «Изевелдең мәйетен Изреғил ерендә эттәр тамаҡлаясаҡ, – тип белдергәйне. –
37Ҡалдыҡтары Изреғил тупрағында баҫыуҙағы тиҙәк кеүек аунап ятыр. Һис кем уны: „Был – Изевел“, – тип әйтә алмаҫ».

Copyright information for BakIBT2023