2 Samuel 11
Дауыт менән Баҫ-Шевағ
1Яҙ еткәс, батшалар яуға сыға торған ваҡытта, Дауыт үҙенең хеҙмәтселәрен һәм Исраилдың бөтә ғәскәрен Йоав етәкселегендә һуғышҡа ебәрҙе. Улар, ғаммондарҙы еңеп, Раббаны ҡамауға алды. Дауыт иһә Йәрүсәлимдә ҡалды. 2Бер кисте Дауыт, түшәгенән тороп, һарайының башына йөрөргә сыҡты һәм унан һыу ҡойонған бер ҡатынды күреп ҡалды. Ул ҡатын ғәжәп сибәр ине. 3Дауыт был ҡатындың кем икәнен белешергә кешеләр ебәрҙе. – Әлиғамдың ҡыҙы, хитти ҡәүеменән булған Урияһтың ҡатыны Баҫ-Шевағ ул, – тип килеп әйттеләр. 4Дауыт хеҙмәтселәрен был ҡатынды алып килергә ебәрҙе. Ҡатын батша янына килгәндә, яңы ғына күреме тамамланып, таҙарынған ине. Дауыт уның менән йоҡланы. Һуңынан ҡатын өйөнә ҡайтып китте. 5Бер аҙҙан ҡатын ауырға ҡалғанын белде лә был хаҡта Дауытҡа хәбәр итте. 6Дауыт Йоавҡа: «Хитти Урияһты минең янға ебәр», – тигән хәбәр күндерҙе. Йоав Урияһты Дауытҡа ебәрҙе. 7Урияһ килгәс, Дауыт унан Йоавтың, яугирҙәрҙең хәле, һуғыштың барышы тураһында һорашты. 8Шунан Дауыт Урияһҡа: – Өйөңә ҡайтып ял ит, – тине. Урияһ һарайҙан сыҡты, уның артынан батшаның бүләген ебәрҙеләр. 9Әммә Урияһ өйөнә ҡайтманы, хакимының башҡа хеҙмәтселәре менән бергә батша һарайының ҡапҡаһы төбөндә йоҡланы. 10Дауытҡа Урияһтың өйөнә ҡайтмағанын еткерҙеләр. Дауыт Урияһтан: – Оҙон юлдан йонсоп бөткәнһең, ниңә өйөңә ҡайтманың? – тип һораны. 11– Изге һандыҡ та, Исраил менән Йәһүҙә ғәскәрҙәре лә ҡыуышта йәшәй, хакимым Йоав менән уның яугирҙәре лә асыҡ яланда ҡуна, – тине Урияһ. – Ә мин өйөмә ҡайтып, ашап-эсеп, ҡатыным менән йоҡлап ятайыммы? Һинең менән, һинең ғүмерең менән ант итеп әйтәм: мин улай эшләйһе түгелмен. 12Шунан Дауыт: – Бөгөн дә ҡал, ә иртәгә мин һине кире ебәрермен, – тине. Урияһ иртәгәһе көнгә тиклем Йәрүсәлимдә булды. 13Дауыт уны үҙенә саҡырҙы, Урияһ уның менән ашаны-эсте. Дауыт уны иҫерткәнсе эсерҙе. Әммә Урияһ кисен йоҡларға өйөнә ҡайтманы, ә хакимының хеҙмәтселәре менән бергә кисәге урынында йоҡланы. 14Иртәгәһен Дауыт, Йоавҡа хат яҙып, уны Урияһҡа биреп ебәрҙе. 15Хатында ул былай тип яҙғайны: «Урияһты алыштың иң ҡыҙыу еренә ҡуй ҙа, уны ҡалдырып, сигенегеҙ. Ул шунда әжәлен тапһын». 16Шулай итеп, Йоав ҡаланы ҡамалышта тотҡан саҡта, Урияһты дошмандың иң ҡыйыу яугирҙәре һуғышҡан урынға ҡуйҙы. 17Ҡалалағы яугирҙәр сығып, Йоав менән алышҡа ташланғас, Дауыт ғәскәренән бер ни тиклем кеше һәләк булды, хитти Урияһ та үлтерелде. 18Йоав Дауытҡа алыштың барышы тураһында хәбәр ебәрҙе. 19Сапҡынсыһына ул былай тине: – Батшаға алыштың барышы тураһында һөйләп биргәс, 20ул асыуланһа һәм һиңә: «Ниңә ҡалаға шул хәтлем яҡын барҙығыҙ? Ҡала диуарҙарынан тороп уҡ атасаҡтарын белмәнегеҙме ни? 21Йеруббәшәҫ ▼▼ Йеруббәшәҫ – Йеруббәғел тигән исемдең бер варианты (ҡарағыҙ: «Хакимдар», 9:52-53).
улы Авимәләхте кем үлтерҙе? Ул Тевеста бер ҡатын диуарҙан ырғытҡан тирмән ташынан һәләк булған бит. Ниңә улай ҡала диуарына яҡын барҙығыҙ?» – тиһә, һин уға: «Ҡолоң хитти Урияһ та һәләк булды», – тип әйтерһең. 22Сапҡынсы, Дауытҡа килеп, Йоав ҡушҡандың барыһын да һөйләп бирҙе. 23Ул Дауытҡа былай тине: – Дошмандар беҙгә һөжүм итеп, асыҡ яланға сыҡтылар, шунан беҙ уларҙы ҡала ҡапҡаһына тиклем эҙәрләп барҙыҡ. 24Шунда ҡала диуарҙарынан уҡ ата башланылар, батша ҡолдарының ҡайһы берәүҙәре һәләк булды. Ҡолоң хитти Урияһ та үлеп ҡалды. 25Шунан Дауыт хәбәр килтереүсегә: – Йоавҡа әйт: ул был хәлгә артыҡ көйөнмәһен, ҡылыс кемде сабайым тип уйлап тормай. Көсөңдө тупла ла ҡаланы тар-мар ит, тип уның күңелен күтәр, – тине. 26Урияһтың ҡатыны, иренең һәләк булғанын ишеткәс, бик ныҡ ҡайғырҙы. 27Мәрхүм иренең вафатынан һуңғы мөҙҙәтен ▼▼ Мөҙҙәт – руссаһы: срок; билдәле бер ваҡыт.
үткәргәс, Дауыт артынан кешеләр ебәреп, уны үҙ өйөнә алды. Баҫ-Шевағ уның ҡатыны булды һәм ул табып бирҙе. Әммә Дауыттың был эшен Раббы оҡшатманы.
Copyright information for
BakIBT2023