2 Samuel 14
Авшаломдың Йәрүсәлимгә ҡайтыуы
1Серуяһ улы Йоав батшаның Авшаломға ҡарата күңеле йомшарғанын һиҙеп ҡалды ла, 2Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә 3батша янына ин. Шунан уға былай тип һөйләрһең, – тине лә ниҙәр әйтергә өйрәтте. 4Теҡоғанан килгән ҡатын батша янына инде. Йөҙө менән ергә ҡапланды ла: – Эй батшам, ярҙам ит! – тип өндәште. 5– Нимә булды? – тип һораны батша. – Мин тол ҡатын, ирем үлде, – тине ҡатын. – 6Мин ҡолоңдоң ике улы бар ине. Бер көндө улар баҫыуҙа ыҙғышып киткәндәр, ә араларға кеше булмаған. Шунан береһе икенсеһен үлтергән. 7Бына хәҙер бөтә нәҫел-нәсәп миңә ҡаршы сыҡты: «Үҙ туғанын үлтергән кешене бир беҙгә, ағаһын үлтергән өсөн беҙ уның үҙен үлтерәбеҙ, шул рәүешле беҙ вариҫтан ҡотолабыҙ», – тиҙәр. Былай булһа, улар минең һуңғы өмөт сатҡыһын да һүндерәләр бит, ерҙә иремдең исеме лә, тоҡомо ла ҡалмаясаҡ. 8– Бар, өйөңә ҡайт, мин әмер бирермен, – тине батша ҡатынға. 9Әммә Теҡоғанан килгән ҡатын былай тине: – Хакимым батша, әйҙә бының өсөн ғәйеп минең һәм атам нәҫеленең башына төшһөн! Батша үҙе лә, уның тәхете лә ғәйепһеҙ ҡалһын! – тине. 10– Һиңә ҡаршы һүҙ әйтеүсе булһа, уны миңә килтер, ул әҙәм һиңә ҡағыла алмаҫ, – тине батша. 11– Улайһа, батшам, Аллаң Раббы менән ант итһәң ине, – тине уға ҡатын, – ҡан өсөн үс алыу үлемгә үлем өҫтәмәһен, улар улымды үлтермәһен. – Тере Раббы шаһит! Улыңдың башынан бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ. 12– Ҡолоңа тағы бер һүҙ әйтергә рөхсәт ит, хакимым батша, – тине ҡатын. – Әйтеп ҡара, – тип яуапланы батша. 13– Шулай икән, ни өсөн һин Алла халҡына ҡаршы эш итәһең? – тине ҡатын. – Батша үҙенең һүҙҙәре менән үҙенә хөкөм сығара, сөнки үҙенән ҡыуылған кешеһен ҡайтарып алмай бит. 14Ахырҙа һәммәбеҙ ҙә үләбеҙ. Ергә түгелгән һыуҙы ҡабат йыйып алып булмай. Алла берәүҙең дә йәнен харап итергә теләмәй, ситкә тибәрелгән кеше Минән ситләшә күрмәһен тип уйлай. 15Әле хакимым батшаға был һүҙҙәремде һөйләр өсөн килеүемдең сәбәбе шул: халыҡ мине ҡурҡыуға һалды, ә мин: «Туҡта, батша менән һөйләшеп ҡарайым әле, бәлки, ул минең һорауымды кире ҡаҡмаҫ, – тип уйланым. – 16Батша үтенесемде тыңлар һәм, Алла тарафынан беҙгә тәғәйенләнгән мал-мөлкәткә ҡыҙығып, мине һәм улымды юҡ итергә ниәтләгәндең ҡулынан ҡотҡарыр». 17Хакимым батшаның һүҙе йәнемә тыныслыҡ бирһен, тинем. Сөнки батша, Алланың фәрештәһе кеүек, яманды яҡшынан айыра ала. Аллаң Раббы һәр саҡ һинең менән булһын! 18Шул саҡ батша ҡатынға: – Минең һорауыма йәшермәй генә яуап бир әле, – тине. – Әйт, хакимым батша, – тине ҡатын. 19– Һин был хәбәрҙәреңде Йоав ҡушыуы буйынса һөйләмәнеңме? – тип һораны батша. – Ғүмерең оҙон булһын, хакимым батша, тап өҫтөнә баҫтың – батшанан бер ни йәшереү мөмкин түгел икән, – тине ҡатын. – Мин һиңә ҡолоң Йоавтың өйрәтеүе һәм ҡушыуы буйынса һөйләнем. 20Ҡолоң Йоав бөгөнгө хәлде яҡшыға үҙгәртер өсөн уйлап тапҡайны быны. Әммә хакимым батша Алла фәрештәһе кеүек аҡыллы, ер йөҙөндә ниҙәр булғанын белеп тора. 21Шунан һуң батша Йоавҡа: – Ярай, һин теләгәнсә эшләйем, бар, ул егетте – Авшаломды – алып ҡайт, – тине. 22Шунда Йоав батшаға ергә тиклем баш эйеп рәхмәт әйтте лә: – Хәҙер инде ҡолоң белә: мин бөгөн хакимым батшаның мәрхәмәтенә лайыҡ булдым, сөнки батша үҙенең ҡоло теләгәнсә эшләне, – тине. 23Шунан һуң Йоав, Гешурға барып, Авшаломды Йәрүсәлимгә алып ҡайтты. 24Әммә батша: «Әйҙә өйөнә ҡайтһын, тик минең йөҙөмдө күрәһе булмаһын», – тине. Авшалом өйөнә ҡайтты, әммә батшаның күҙенә күренмәне.Авшаломдың баш күтәреүе
25Бөтөн Исраилда Авшалом һымаҡ күркәмлеге өсөн маҡталған бер генә ир-ат та юҡ ине. Баш түбәһенән алып аяҡ табанына тиклем бер генә килмәгән ере лә юҡ ине уның. 26Сәсен алдырған саҡта – ә уны йыл да алдырырға тура килә ине, сөнки сәсе башын баҫа башлай – алынған сәсе батша үлсәме менән ике йөҙ шекел ▼▼ Батша үлсәме менән ике йөҙ шекел – яҡынса 2,5 кг.
тарта торғайны. 27Авшаломдың өс улы һәм Тамар исемле бик сибәр бер ҡыҙы бар ине. 28Батшаны күрмәйенсә Авшалом Йәрүсәлимдә ике йыл йәшәне. 29Шунан батшаға ебәрер өсөн Йоавты саҡырҙы, әммә тегеһе килергә теләмәне. Икенсе тапҡыр саҡырып кеше ебәрҙе – тегеһе йәнә килмәне. 30Авшалом хеҙмәтселәренә: – Минең баҫыу менән йәнәшә Йоавтың арпа баҫыуын күрәһегеҙме? – тине. – Барығыҙ ҙа уға ут төртөгөҙ. Авшаломдың хеҙмәтселәре барып баҫыуға үрт һалды. 31Йоав Авшаломдың өйөнә килеп: – Хеҙмәтселәрең ниңә минең баҫыуыма ут төрткән? – тип һораны. 32– Мин бит һине саҡыртып кешеләр ебәргәйнем, – тине Авшалом. – Һине батшаға ебәреп: «Нишләп мин Гешурҙан ҡайттым икән? – тип һоратырға иткәйнем. – Шунда ғына ҡалһам, яҡшыраҡ булыр ине». Мин батшаны күрергә теләйем. Әгәр ҙә ғәйеплемен икән, әйҙә, мине үлтерһен. 33Йоав барып Авшаломдың әйткәндәрен батшаға һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша уны үҙ янына саҡыртып алды. Авшалом, батша янына инеп, йөҙө менән ергә ҡапланды һәм батша уны ҡосаҡлап үпте.
Copyright information for
BakIBT2023