2 Samuel 2
Дауыттың Йәһүҙәгә батша булыуы
1Шунан һуң Дауыт Раббыға мөрәжәғәт итте: – Йәһүҙәнең берәй ҡалаһына барырғамы миңә? – тип һораны. – Бар, – тине Раббы. – Ҡайҙа барырға һуң? – тип һораны Дауыт. – Хевронға, – тине Раббы. 2Дауыт шунда китте. Ике ҡатыны: Изреғилдән алған Ахиноғам һәм Кармәл кешеһе Навалдың тол ҡатыны Авигаил да уның менән бергә ине. 3Янындағы кешеләрҙе лә ғаиләһе-ние менән алып китте Дауыт. Улар Хевронда һәм уның тирәһендәге ҡалаларҙа төпләнделәр. 4Йәһүҙә халҡы Хевронға килеп, Дауытты Йәһүҙә ырыуына батша итеп мәсехләне. Шул ваҡыт Дауытҡа, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡы Шаулды ерләгән, тигән хәбәр килтерҙеләр. 5Дауыт, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡына илселәр ебәреп, шуны әйтергә ҡушты: – Хакимығыҙ Шаулға тоғролоҡ күрһәтеп уны ерләгәнегеҙ өсөн Раббы алдында фатихалы һеҙ. 6Шуға күрә Раббы һеҙгә Үҙенең мәрхәмәтен һәм тоғролоғон насип итһен. Был яҡшылығығыҙ өсөн мин дә һеҙгә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырмын. 7Ә хәҙер көслө һәм ҡыйыу булығыҙ; хакимығыҙ Шаул вафат булды, ә Йәһүҙә ырыуы мине үҙенә батша итеп мәсехләне.Исраил менән Йәһүҙә араһындағы һуғыш
8Ул арала Шаулдың ғәскәр башлығы Нер улы Авнер, Шаулдың улы Иш-Бошеҫты Маханаимға алып килеп, 9Ғилғәд, Ашшур, Изреғил, Әфраим һәм Бинйәмингә – бөтә Исраилға батша тип иғлан итте. 10Исраилға батша булып ултырғанда Шаул улы Иш-Бошеҫҡа ҡырҡ йәш ине. Ул ике йыл батшалыҡ итте. Йәһүҙә ырыуы иһә Дауыт яғында ҡалды. 11Дауыт Хевронда Йәһүҙә ырыуына барлығы ете йыл да алты ай батша булып торҙо. 12Бер ваҡыт Нер улы Авнер менән Шаул улы Иш-Бошеҫтың хеҙмәтселәре Маханаимдан Ғивғонға барҙы. 13Серуяһ улы Йоав та Дауыттың хеҙмәтселәре менән шунда килде. Улар Ғивғон быуаһы янында осраштылар ҙа, берәүҙәре быуаның бер яғына, икенселәре ҡаршы яғына ултырҙылар. 14Авнер Йоавҡа: – Егеттәр тороп беҙҙең алда көс һынашып алһындар әле, – тине. – Әйҙә, һынашһындар, – тине Йоав. 15Шунан Шаул улы Иш-Бошеҫ яғынан Бинйәмин ырыуының ун ике кешеһе һәм Дауыт хеҙмәтселәре араһынан ун ике кеше сығып баҫты. 16Бына улар бер-береһенең баштарынан тотоп алдылар, береһе икенсеһенең ҡабырғаһына ҡылыс менән сәнсте һәм уның менән бергә йығылды. Шуға күрә лә Ғивғондағы был урын Хелҡаҫ-Һассурим ▼▼ Хелҡаҫ-Һассурим – йәһүд телендә «ҡылыстар яланы» тигән мәғәнәлә.
тип аталды. 17Ул көндө алыш бик ҡаты булды. Дауыттың хеҙмәтселәре Авнер менән килгән Исраил кешеләрен еңде. 18Алышта Серуяһтың өс улы: Йоав, Авишай һәм Ғасаһил ҡатнашҡайны. Ғәзәл кеүек етеҙ аяҡлы ине Ғасаһил. 19Ул Авнерҙың артынан ҡыуып китте, уңға ла, һулға ла тайпылмайынса, туп-тура уның эҙенән барҙы. 20Авнер артына әйләнеп ҡараны ла: – Һинме был, Ғасаһил? – тип һораны. – Мин, – тине тегеһе. 21Авнер уға: – Уңға йәки һулға борол, йәштәрҙең берәйһен тот та ҡоралын һалдырып ал, – тине. Әммә Ғасаһил уның артынан ҡалманы. 22Авнер тағы Ғасаһилға: – Эҙәрләмә мине, юғиһә ергә йығып һалам, тик мин унан һуң ағайың Йоав күҙенә нисек ҡарармын? 23Ләкин тегеһе һаман эҙәрләүен дауам итте. Шунан һуң Авнер һөңгөһөнөң һабы менән уның ҡорһағына ҡаҙаны. Һөңгө Ғасаһилды үтәнән-үтә тишеп сыҡты. Ғасаһил торған урынында йығылып йән бирҙе. Ғасаһил үлеп ятҡан урынға килгәндәрҙең бөтәһе лә туҡтап ҡалды. 24Әммә Йоав менән Авишай Авнерҙы ҡыуып китте. Улар Амма ҡалҡыулығына килеп еткәндә, ҡояш байығайны инде. Ғивғон сүленә барған юл буйындағы Гиах ҡаршыһында ине был ҡалҡыулыҡ. 25Бинйәмин ырыуы кешеләре йыйылып килеп Авнерҙы уратып алдылар ҙа, ҡалҡыулыҡ өҫтөндә туҡтап ҡалдылар. 26Авнер Йоавҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Ҡасанға тиклем бер-беребеҙҙе ҡылыстан ҡырырбыҙ? Әллә һин бының ҡайғы-хәсрәт кенә килтеререн белмәйһеңме? Кешеләреңә: «Үҙ туғандарыбыҙҙы эҙәрләмәйек», – тип ниңә һаман әйтмәйһең? 27– Тере Алла шаһит! Әгәр һин үҙең бының киреһен һөйләмәгән булһаң, кешеләр иртәнсәктән үк үҙ туғандарын эҙәрләүҙән туҡтар ине, – тип яуап ҡайтарҙы Йоав. 28Йоав борғо ҡысҡыртты, барыһы ла туҡтап ҡалды, исраилдарҙы башҡаса баҫтырманылар, һуғыш тамам булды. 29Авнер менән уның кешеләре Ғарава тигеҙлегенән төнө буйы барҙылар, Иорданды аша сығып, Битронды үттеләр һәм Маханаимға ҡайттылар. 30Йоав, Авнерҙы эҙәрләүҙән туҡтап, үҙенең кешеләрен йыйҙы. Ғасаһилдан башҡа Дауыттың ун туғыҙ хеҙмәтсеһе һәләк булғайны. 31Дауыттың хеҙмәтселәре иһә Авнерҙың ҡул аҫтындағы өс йөҙ алтмыш Бинйәмин ырыуы кешеһен үлтергәйне. 32Ғасаһилды Бейт-Ләхәмдә атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар. Шунан Йоав үҙенең кешеләре менән төнө буйы барып, таң атҡанда ғына Хевронға ҡайтып инде.
Copyright information for
BakIBT2023