‏ 2 Samuel 22

Дауыттың маҡтау йыры

(Зәб 17:1-51)

1Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыт Раббыға бағышлап йыр башҡарҙы. 2Ул былай тине:

«Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым.
3Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам;
Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем,
Ҡурсалаусым, һыйынысым,
Һин мине залимдарҙың ҡулынан йолоп алдың!
4Маҡтауға лайыҡ Раббымды саҡырырмын,
Дошмандарымдан мин ҡотолормон.

5Ҡамап алды мине үлем тулҡындары,
Һәләкәт ташҡыны баштан ашты,
6Үлеләр донъяһының сынйырҙары сырманы мине,
Алда ҡоролған әжәлдең тоҙаҡтары.
7Раббыға хәсрәт уртаһынан ялбарҙым,
Алламдан ярҙам һораным.
Ҡорамынан ауазыма ҡолаҡ һалды,
Барып етте Уға зарым.

8Раббының асыуы ялҡынланды:
Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне,
Күктәрҙең нигеҙҙәре һелкенде.
9Танау тишектәренән төтөн урғылды,
Ауыҙынан ялмаусы ялҡын бөркөлдө,
Әйләнәһендә осҡон сәсрәне.
10Аушайтты ла күк ҡабағын, килеп төштө,
Аяҡ аҫты тома ҡараңғылыҡ ине.
11Раббы бер кирубҡа менеп осто,
Елдең ҡанаттары өҫтөндә күренде.
12Ҡараңғылыҡҡа сорналып,
Ямғыр болоттарынан Үҙенә сатыр ҡорҙо.
13Хозурындағы балҡыштан
Баҙлап утлы ҡуҙҙар яуҙы.
14Күктәрҙән күкрәне Раббы,
Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды,
15Уҡ атып, дошмандарын туҙҙырҙы,
Йәшен йәшнәтеп, уларҙы тар-мар итте.
16Раббының дәһшәтле ауазынан,
Танауы бөркөгән һулышынан
Диңгеҙ тәрәнлектәре күренде,
Донъяның нигеҙҙәре асылды.

17Раббы юғарынан ҡул һондо ла мине тотто;
Тәрән һыуҙарҙан күтәреп алды.
18Ҡеүәтле дошмандан азат итте,
Минән күпкә көслө булһалар ҙа,
Күрә алмаусыларҙан ҡотҡарҙы.
19Бәлә көнөмдә улар ҡаршыма төшкәйне,
Әммә Раббы миңә терәк булды.
20Ул мине иркенлеккә сығарҙы,
Күңеленә хуш килгәнемә күрә ҡотҡарҙы.

21Тәҡүәлегемә күрә әжерен бирә Раббы,
Ғәмәлдәремдең сафлығына күрә бүләкләй.
22Сөнки мин Раббының юлын тотам,
Алламдан йөҙ бороп, яманлыҡ ҡылмам.
23Уның ҡарарҙарын күҙҙә тотам,
Ҡанун-ҡағиҙәләренән тайпылманым.
24Ҡаршыһында керһеҙ баҫып торам,
Гонаһ ҡылыуҙан һаҡландым.
25Раббы минең тәҡүәлегемдең әжерен бирҙе,
Хозурында пак булғанымдың хаҡын ҡайтарҙы.

26Тоғроларға Һин тоғролоҡ күрһәтәһең,
Камилдар менән камилһың.
27Ғәмәлдәрең пак Һинең пактарға.
Мәкерлеләр менән хәйләкәрһең.
28Иҙелгән бәндәләреңде ҡотҡараһың,
Ҡарашың менән тәкәбберҙең башын эйҙерәһең.
29Йә Раббым, Һин минең шәмсырағым.
Раббы минең ҡараңғылығымды яҡтырта.
30Һинең менән мин ғәскәргә ҡаршы барам,
Аллам менән диуарҙарҙы ашам.

31Алланың юлы камил.
Раббының һүҙе иретеп таҙартылғандай саф.
Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.
32Раббынан башҡа тағы ла алла бармы?
Аллабыҙҙан башҡа бармы
һыйыныр ҡаябыҙ?
33Алла минең ныҡлы ҡәлғәм,
Ул минең өсөн камил юл аса.
34Аяҡтарымды боландыҡылай етеҙ итә.
Түбәләрҙә мине тотороҡло итә.
35Ҡулымды һуғыш һөнәренә өйрәтә –
Беләгем баҡыр йәйәне бөгә ала.
36Ҡотҡарыусы ҡалҡан бирҙең миңә,
Ярҙамың мине мәртәбәле итә.
37Һин аҙымдарымды киңәйтәһең,
Шуға күрә хәлһеҙләнмәҫ аяҡтарым.

38Дошмандарымды эҙәрләп ҡырҙым.
Тар-мар итмәйенсә боролманым.
39Уларҙы иҙә туҡманым, бүтән ҡалҡа алманылар,
Табан аҫтында аунап ҡалдылар.
40Алыш өсөн ҡеүәт менән билем быуҙың,
Ҡаршы баш ҡалҡытҡандарҙы аяҡ аҫтыма бырғаның.
41Дошмандарҙы арҡалары менән борҙоң,
Миңә үс тотоусыларҙы тар-мар иттем.
42Инәлделәр, әммә ҡотҡарыусы табылманы;
Раббыны саҡырҙылар, Ул яуап ҡайтарманы.
43Ерҙәге саң-туҙан һымаҡ уларҙы борҡоттом,
Урам бысрағы ише иҙгеләп тапаланым.
44Һин мине халҡымдың фетнәләренән ҡотҡарҙың,
Ҡәүемдәргә башлыҡ итеп һаҡланың,
Үҙем белмәгән халыҡтар миңә хеҙмәт итә.
45Яттар алдымда яҡшатланалар,
Тауышымды ишетеү менән буйһоналар.
46Йөрәктәре тетрәп, ҡалтырашып,
Ҡәлғәләренән сығалар.

47Раббы тере!
Һыйынған Ҡаям мөбәрәк булһын!
Ҡотҡарыусы ҡаям – Аллам
Күктәргә күтәрелеп ҙурланһын!
48Минең өсөн үс алыусы Аллам,
Халыҡтарҙы миңә буйһондорған,
49Мине дошмандарымдан ҡотҡарған.
Һөжүм итеүселәрҙән өҫтөн сығарған,
Залим әҙәмдең ҡулынан йолоп алған.
50Шуға ят ҡәүемдәр араһында
Һине данлармын, йә Раббым,
Исемеңә мәҙхиә йырлармын.

51Үҙе ҡуйған батшаға Ул бөйөк еңеүҙәр бирә,
Үҙенең мәсихе – Дауытҡа һәм тоҡомона
Мәңгелек тоғро мөхәббәтен күрһәтә».
Copyright information for BakIBT2023