‏ 2 Samuel 23

Дауыттың һуңғы һүҙҙәре

1Бына Дауыттың һуңғы һүҙҙәре:

«Алла юғары күтәргән,
Яҡуптың Аллаһы мәсехләгән заттың –
Исраилдың һөйөклө йырсыһы
Дауыт Ишай улының һуңғы һүҙҙәре ошо:
2Раббы Рухы минең аша һөйләй,
Телемдең осонда – Уның һүҙе.
3Исраил Аллаһы әйтте миңә,
Исраилдың Ҡаяһы былай тине:
„Кешеләргә ғәҙеллек менән,
Алланан ҡурҡып хакимлыҡ иткән шәхес
4Таңғы шәфәҡҡә, аяҙ иртәлә ҡалҡҡан ҡояшҡа,
Ямғырҙан һуң күтәрелгән үлән емелдәүенә тиң“.
5Алла ҡаршыһында минең йорт-ғаиләм дә шулай түгелме?
Ул минең менән мәңгелек килешеү төҙөнө,
Был килешеү ҡаҡшамаҫ һәм ышаныслы.
Ул мине һәр саҡ ҡотҡара, теләгәнемде бирә.
6Ә яуыздар сәнскеле үләнгә оҡшар,
Уларҙы хатта ҡулға ала алмаҫтар,
Бары тик сығарып ырғытырҙар.
7Әгәр уға ҡағылыр булһалар,
Ҡулдарына йә тимер нәмә, йә һөңгө һабы алырҙар.
Шул ерҙә үк утта яндырырҙар».

Дауыттың иң ҡаһарман яугирҙәре

(1 Йыл 11:10-41)

8Бына Дауыттың ҡаһарман яугирҙәренең исемдәре:

Тахкемондан Йошев-Башшәвәҫ өс баһадирҙан торған төркөмдөң башлығы ине. Ул, һөңгөһөн һигеҙ йөҙ кешегә ҡаршы күтәреп, бөтәһен бер юлы ҡырып һалды.

9Унан һуң Ахоах нәҫеленән Әлғазар Додо улы – Дауыттың өс батыр яугиренең береһе. Һуғышырға әҙерләнгән пелештиҙәрҙе мәсхәрәләп көлгәндә, ул Дауыт менән бергә ине. Исраилдар алыш майҙанынан кире сигенгәндә лә 10Әлғазар ныҡ торҙо; ҡулы хәлһеҙләнеп, усы ҡылысына йәбешкәнсе пелештиҙәрҙе ҡырҙы. Раббы ул көндә исраилдарға оло еңеү насип итте. Кире боролоп килгән ғәскәр Әлғазар артынан мәйеттәрҙең әйберен йыйып ҡына йөрөнө.

11Унан һуң – Һарарҙан Аге исемле кешенең улы Шамма. Пелештиҙәр һуғышыр өсөн Лехиҙә, унда булған яҫмыҡ баҫыуында, йыйылды. Шунда исраилдар уларҙан ҡаса башланы. 12Шул саҡ Шамма баҫыу уртаһында тороп алды ла ошо ерҙе һаҡлап ҡалды һәм пелештиҙәрҙе тар-мар итте – Раббы исраилдарҙы оло еңеүгә өлгәштерҙе.

13Бер заман ураҡ ваҡытында утыҙ башлыҡ араһынан ошо өс ҡаһарман Ғадуллам мәмерйәһенә Дауыт янына килде. Был мәлдә пелештиҙәр Рефалар үҙәнендә туплам ҡорғайны. 14Дауыт – нығытма эсендә, ә пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Бейт-Ләхәмдә ине. 15Шунда Дауыт бик ныҡ сарсап:

– Берәйһе миңә Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан һыу алып килһә ине! – тине.

16Шунан һуң ошо өс батыр, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килде. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәне, Раббы ризалығына тип ергә түкте. 17Ул шунда былай тине:

– Раббы һаҡлаһын был һыуҙы эсеүҙән! Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгән кешеләрҙең ҡаны бит был!

Эсмәне Дауыт был һыуҙы. Бына ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәтте ул өс батыр!

18Йоавтың туғаны Серуяһ улы Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы ине. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерҙе лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙанды. 19Ул утыҙ батыр араһында иң арҙаҡлыһы ине, уларҙың башлығы булды, әммә теге өсәү иҫәбенә инмәне.

20Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр ине. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыйҙы. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫлан үлтерҙе. 21Мысырҙың бер бәһлеүән кешеһен дә үлтерҙе ул. Мысырлының ҡулында һөңгө ине, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән китте. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыйҙы. 22Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтте Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы булды. 23Ул утыҙ ҡаһарман араһында айырылып торһа ла, теге өсәү иҫәбенә инмәй ине.

Дауыт Бенаяһты йәнһаҡсыларының башлығы итеп тәғәйенләне.

24Иң батыр утыҙ яугир иҫәбенә түбәндәгеләр инә:

Йоавтың туғаны Ғасаһил; Бейт-Ләхәмдән Додоның улы Әлханан;
25Хародтан Шамма менән Әлиҡа; 26Пелеттән Хәләс; Теҡоғанан Ғиҡҡыштың улы Ғира; 27Ғанаҫоҫтан Авиғәзәр; Хушанан Мебуннай; 28Ахоахтан Салмон; Нетофанан Маһрай; 29Нетофанан Бағананың улы Хелев; Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһынан Ривай улы Иттай; 30Пирғаҫондан Бенаяһ; Гағаш үҙәненән Һиддай; 31Ғарванан Ави-Ғалвон; Бархумдан Ғазмауыҫ; 32Шағалбондан Әлъяхба; Яшен улдары; Йонаҫан; 33Һарарҙан Шамма; Һарарҙан Шарар улы Ахиам; 34Мағаханан Ахасбай улы Әлифәләт; Гилонан Ахиҫофел улы Әлиғам; 35Кармәлдән Хесро; Арабтан Пағарай; 36Сованан Йигал Наҫан улы; Ғадтан Бани; 37Ғаммондан Селек; Беероҫтан Нахрай, ул Серуяһ улы Йоавтың ҡорал йөрөтөүсеһе; 38Йетерҙән Ғира менән Гарев; 39хитти Урияһ – йәмғеһе утыҙ ете кеше.

Copyright information for BakIBT2023