2 Samuel 5
Дауыттың Исраилға батша булыуы
(1 Йыл 11:1-9; 14:1-7; 3:5-8)
1Исраилдың бөтә ырыуҙары Хевронға, Дауыт янына килеп, былай тине: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән. 2Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине. 3Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килде. Дауыт батша Хевронда Раббы хозурында улар менән килешеү төҙөнө. Аҡһаҡалдар Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләне. 4Батша тәхетенә ултырғанда Дауытҡа утыҙ йәш ине. Ул ҡырҡ йыл батшалыҡ итте. 5Хевронда ете йыл да алты ай Йәһүҙәгә батшалыҡ итте, Йәрүсәлимдә бөтә Исраил менән Йәһүҙәгә утыҙ өс йыл батша булып торҙо. 6Бына бер ваҡыт батша үҙенең ғәскәрен алып, Йәрүсәлимгә, был ерҙә йәшәгән йевусиҙәргә ҡаршы китте. Йевусиҙәр Дауытҡа: – Инә алмаясаҡһың һин бында. Һине хатта һуҡырҙар менән сатандар ҙа ҡыуып сығарасаҡ, – тине. Улар: «Дауыт бында инә алмаясаҡ», – тип уйлай ине. 7Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып алды, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы. 8Дауыт ул көндө кешеләренә: – Йевусиҙәргә ҡаршы һуғышҡан һәр кем Дауытты күрә алмаған ул сатандар менән һуҡырҙарға һыу үткәргес аша барып етһен, – тине. Бына шуға күрә лә әйтәләр: «Һуҡыр менән сатан һарайға инмәҫ». 9Дауыт нығытмаға инеп урынлашты һәм уны Дауыт ҡалаһы тип атаны. Ул Миллонан ▼▼ Милло – ҡала ҡәлғәһенең насар нығытылған урыны, Дауыт ҡаланы нығытыуҙы ошо урындан башлаған.
башлап ҡаланың үҙәгенә тиклем төҙөнө. 10Дауыттың ҡеүәте арта барҙы, абруйы күтәрелде, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән булды. 11Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәр ебәрҙе. Улар кедр ағастары алып килде. Шулай уҡ балта оҫталары, ташсылар килде. Улар Дауытҡа бер һарай төҙөп бирҙе. 12Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәреүен аңланы. 13Хеврондан Йәрүсәлимгә килгәс, Дауыт йәнә ҡатындар һәм йәриәләр алды. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. 14Бына уның Йәрүсәлимдә тыуған балаларының исемдәре: Шаммуағ, Шовав, Наҫан, Сөләймән, 15Ивхар, Әлишуағ, Нәфәг, Яфияғ, 16Әлишамағ, Әлъядағ һәм Әлифәләт. Дауыттың пелештиҙәрҙе ҡырыуы
(1 Йыл 14:8-17)
17Дауыттың Исраилға батша итеп мәсехләнгәнен ишеткәс, бөтә пелештиҙәр уны эҙләргә кереште. Был хаҡта белеп ҡалғас, Дауыт нығытмаға йүнәлде. 18Пелештиҙәр Рефалар үҙәненә килеп урынлашты. 19Дауыт Раббынан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һораны. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы. 20Дауыт, Бәғел-Перасимға барып, пелештиҙәрҙе тар-мар итте. Шунда Дауыт былай тине: – Һыу ташҡыны ҡаршылыҡтарҙы емереп үткән һымаҡ, Раббы алдымда дошмандарымды туҙҙырып ташланы. Шуға күрә был урынды Бәғел-Перасим ▼▼ Бәғел-Перасим – йәһүд телендә «ярып үткән хаким» тигән мәғәнәлә.
тип атанылар. 21Был урында пелештиҙәр илаһтарының һындарын ташлап ҡасты, ә Дауыт уларҙы үҙенең кешеләре менән алып китте. 22Күпмелер ваҡыттан һуң пелештиҙәр йәнә Рефалар үҙәненә килеп урынлашты. 23Дауыт тағы Раббыға һорау менән мөрәжәғәт итте, һәм Ул былай тип яуап ҡайтарҙы: – Уларҙың ҡаршыһынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар. 24Тут ағастары башында атлағанға оҡшаған тауыш ишетһәң, һөжүмгә күс. Пелешти ғәскәрен ҡыйратыр өсөн Раббы Үҙе һинең алдыңдан бара тигән һүҙ булыр был. 25Дауыт Раббы нисек бойорһа, шулай эшләне һәм пелештиҙәрҙе Гевағтан алып Гәзәргә тиклем юл буйы ҡырып барҙы.
Copyright information for
BakIBT2023